Беҙҙең проекттар

03.08.2016

Һүҙе менән эше айырылмаған уҡытыусы яҡшы, тигән  фәйләсүф Катон. Тәмәке тартмағыҙ, тип үҙе төтәткән, спорт менән шөғөлләнегеҙ, тип диванда һуҙылып ятыуҙы хуп күргән, компьютер өйрәнергә кәрәк тип, уның ҡайҙан тоҡанғанын да белмәгән уҡытыусының һүҙе һәм тәрбиәһе буш ҡыуыҡ, әлбиттә.

Фәйләсүфтәр тигәс тағы бер ҡыҙыҡлы фекер иҫкә төштө, быныһы Сенеканыҡы. Яфаларға теләгән кешеләрҙе хоҙай уҡытыусы итә, тигән ул. Бының менән килешәһегеҙме, мә...

02.08.2016

Хеҙмәт бурысын үтәп алыҫ, ете ят ерҙәрҙә, шарттарҙа бер ни тиклем ғүмерен уҙғарған, күп тапҡырҙар күк менән ерҙе тоташтырған, нисәмә тапҡыр бейек һауалағы самолеттан бушлыҡҡа осорға йөрәге еткән егеттәрҙең тойғоларын беҙгә, унынсы ҡаттан тәҙрә аша ҡарағанда ла башы әйләнеп киткән кешеләргә аңлауы ауыр, әлбиттә.  Әммә Башҡортостан ҡыҙҙарының ҡайһыһының ғына ҡырын һалған берет, суҡлы мундир, киң күкрәҡ, бөркөттәй ҡараш күреп, йөрәге елкенмәй икә...

01.08.2016

Эй, мөхәббәт, күпме ҡатын-ҡыҙҙы һөйөү ялҡынында яндырҙың, яндырҙың да көлгә ҡалдырҙың…. Ата-әсәһенең айырылыуын йөрәге аша үткәргән, атайһыҙ үҫкән ҡыҙ балаға яҙмыш яңы һынау әҙерләгән, уның һөйгәне менән бергә булыуына яҡындары ҡаршы.

Атай тыуҙырған һәм үҫтергән балаларына фатиха бирә алмай, ике әсәй бер-береһенә дошман, был көрәштә өләсәйҙең дә һүҙе һуңғы түгел. Ул, әлбиттә, кейәүенең башта ҡыҙын, хәҙер ейәнсәрен бәхетһеҙ итеүенән ҡурҡ...

29.07.2016

Илдә алдағы йылға бәйле күп саралар үткәреү ҡарала, уларҙың төп маҡсаты- Рәсәйҙә экологик хәлде генә түгел, уға мөнәсәбтте яҡшыртыу. Әлеге көнгә федерацияла 13 меңдән ашыу, Башҡортостанда 229 айырым һаҡланыусы биләмәләр иҫәпләнә. 2017 йылда махсус  эксперт төркөм ойоштороп, уларҙың һанын тағы бер нисә йөҙгә арттырыу ҡарала.

Әммә бөтә ил биләмәһен айырым һаҡлау аҫтына алыу мөмкин түгел, тәбиғәтте һаҡлау тигән тойғо һәр кешенең  мейеһендә...

28.07.2016

Мосолман халыҡтарында әсә тәрбиәһенә ҙур иғтибар бирелә, беҙҙә әсә - алланан һуң тәүге ҡәҙерле зат. Әсәйҙәргә бағышланған шиғырҙар, йырҙар күплеге лә ошо хаҡта һөйләй. Ә әсә һөтө, ризыҡ булыуҙан тыш әллә күпме мәғәнәгә эйә. Бынан тыш ғалимдар ҙа был эсемлектең яңы тыуған сабыйға ни тиклем файҙалы икәнлеген ҡат-ҡат иҫбатлаған. Әммә заманса технологиялар алға киткән һайын, уны алыштырырлыҡ шыйыҡсалар табылды тип лаф ороусылар арта, йәш әсәләр шу...

27.07.2016

Нисәмә һуғыш, аслыҡ йылдары, репрессия, үҙгәртеп ҡороуҙар аша үткән, күпте күргән, күпте кисергән илебеҙҙең тотошлайы менән икмәкһеҙ  ҡалған мәлдәре тарихта булһа ла, бик һирәк. Бының өсөн халыҡ бер нимәгә ҡарамай үҙ ерен, хеҙмәтен һөйөп йәшәүсе, әлегеләй ҡыҙыу миҙгелдәрҙә көндө-төнгә ялғап, иген баҫыуынан сыҡмай, ең һыҙғанып эшләүсе игенселәргә, икмәк үҫтереүселәргә бурыслы.

Баҫыу уңғандары һеҙҙең һәм беҙҙең өҫтәлдәрҙән йыл дауамында и...

27.07.2016

 Үҙәктәрҙе өҙөр гармун моңо, күктең нисәнселер ҡатына күтәреп,  булмышыңа күҙ һалдырыр көскә эйә ҡурай моңо…..

Беҙҙең йыр-көйҙәребеҙ башҡа милләттәрҙекенән моңло булыуы менән айырылып тора шул. Уларҙы тыңлағанда берсә дала иркенлегенә, тәбиғәт һиллегенә сумаһың, берсә тауҙар бейеклегенә артылаһың. Йә иһә шишмә сылтырауына, талғын ел иркенә, сәскәләр серләшеүенә уйылаһың, һулыштарға ҡабырлыҡ сафлығына сәсәйһең. Күңелең, кем әйтмешләй, га...

25.07.2016

Балалар – яҡты киләсәгебеҙ, тигән фекер быуаттар дауамында нигеҙләнгән, ошоға инанып йәшәйбеҙ, киләсәгебеҙ яҡшы, өмөтлө булһын өсөн ҡулдан килгән- килмәгәндең барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Беҙҙекеләр – иң аҫыллылары, һәләтлеләре, матурҙары. Һәр кем үҙ балаһын ярата, уҡыта, ялын ойоштора, шарттар тыуҙыра.

 Балаларыбыҙ әлеге мәлдә йәйге ялда. Ҡайһыһы ҡалала, кемдәрҙер ауылда, лагерҙә, сит илдә, диңгеҙ ярында, өләсәй менән олатайҙа, баҡса-...

22.07.2016

Тыңлаусыларыбыҙ менән бесән әҙерләү, ошо ауыр, мәшәҡәтле, әммә шул уҡ ваҡытта йәмле лә осор  менән бәйле иҫтәлектәр, төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләшәбеҙ. 

21.07.2016

Балаларының физик сәләмәтлеген хәстәрләгәндәр уларҙы спорт түңәрәктәренә һәм секцияларына алып килә. Спорт сыныҡтыра, тәрбиәләй, тәртипкә өйрәтә, уҡыуҙа ла, тормоштоң бүтән өлкәләрендә лә уңыштарға килтерә, - ти улар.

20.07.2016

Кешелек уйлап сығарған мөғжизәләр араһында аҡлы-ҡаралы сатраш майҙаны бер нисә быуат буйы кешеләрҙе ылыҡтырып, мауыҡтырғыс шөғөл, күңелле ял, көсөргәнешле спорт төрө булып һанала. Аҡыллылар һәм бөйөктәр уйыны тип йөрөтөлгән шахмат уйынын үҙ иткәндәр араһында логик фекерләгән, түҙемле һәм маҡсатҡа ынтылыусан кешеләр күп осрай. Төшкө табынға ошо уйынды үҙ иткән замана Әминбәктәрен саҡырҙыҡ

 

19.07.2016

Беҙ барыбыҙ ҙа йәйҙе генә көтөп йәшәйбеҙ кеүек. Уны нисек итеп үткәрергә, ҡайҙа ял итергә алдан уҡ пландар ҡорабыҙ. Йәй миҙгеле ҡыҫҡа, тиҙ генә үтә лә китә, шунлыҡтан уны нисек тә матур итеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрге килә. Йәйге ялдың бар төрө лә шәп, әммә диңгеҙ буйындағыһы айырыуса – ҡәҙерле. Совет заманынан алып шулай килә: диңгеҙгә барып ял итеү ниндәйҙер бер оло уңыш һанала.  Шуға ла диңгеҙ буйында ял итеү хаҡында һәр кем хыяллана торға...

15.07.2016

     Күңелдәрен, тормоштарын бәйләр, кәрәк саҡтарҙа ярҙам ҡулы һуҙа алыр, ҡылған изгелеген шунда уҡ онотор, һыуға һалыр, мәҡәлсә әйтһәк, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, тип хаҡ көтмәҫ алтындай күршеләргә тәңре хаҡтары бирәбеҙ.  Улар менән ғүмер кисерелә, алыҫтарға таралышҡан туғандарың белмәгәнде улар белә, көндәлек тормошоңда ҡайнап йәшәй, яңғыҙы ҡалған атайың йәки әсәйеңде ҡарай, ҡунаҡҡа юлланһаң, йорт-ереңә күҙ-ҡолаҡ була, һыйырыңды һауа, тауыҡ...

14.07.2016

      Һәр кемдең йәйе үҙенсә шатлыҡлы. Кемдер тәбиғәт йәмдәренә ҡыуана, сәфәр йөрөп, донъя күрә, бәғзеләр оҙаҡ күрешмәгәндәр менән осраша, кемдер сәләмәтлеген нығыта, ә кемдәрҙер яңы кешеләргә ғүмер бирә. Йылдың эҫе-һалҡын миҙгеленә ҡарамай, сабыйҙар тыуа, республикабыҙҙағы ғаиләләр йәйғорло хис-тойғолар кисерә, ә беҙ уларҙың шатлыҡтарын уртаҡлашабыҙ, бәхетле миҙгелдәрен иҫтәлекле итергә тырышабыҙ.

13.07.2016

     “Һеҙҙең менән беҙҙең  һөйөклө, уртаҡ , гүзәл илебеҙ бар. Уның исеме – Башҡортостан. Бөгөн һеҙҙе ошо кендегебеҙҙе ҡырҡҡан, һауаһын һулаған, һыуҙарында ҡойонған, шишмәләрен һыулаған, шифалы үләндәрен, еләк-емештәрен тәмләгән, икһеҙ-сикһеҙ урман-ҡырҙарында күңелгә ял, йәнгә дауа алған тыуған еребеҙгә һөйөү хистәрегеҙҙе асып һалырға, тап һеҙҙең төбәктәге мөғжизәләр менән таныштырырға өндәйбеҙ”,- тип мөрәжәғәт иттек "Самауыр янына" йыйылыусыла...

12.07.2016

        Ярты донъяны телевизор экрандары янында тотҡан Футбол буйынса Европа чемпионаты уҙған йәкшәмбе тамамланды. Париж янындағы Сен-Дени биләмәһендә урынлашҡан “Стад де франс” стадионында Португалдар француздарҙы 1-0 иҫәбенә еңде. Футбол байрамы бөтә көсө, тыйып торғоһоҙ тойғолары, ваҡиғалары менән Португалияға – континенталь Европаның иң көнбайыш иленә, халҡы иҫәбе буйынса башҡалабыҙ Мәскәүҙән дә ҡайтыш, 10 млндан саҡ ҡына ашыу кеше йәшәгән...

11.07.2016

    Күнекмәләр тәнгә генә түгел, мейегә лә кәрәклекте һис ҡасан иҫтән сығармайыҡ.  Тормошоғоҙ ҙа, күңелегеҙ ҙә бай булһын, матди байлыҡ - бер көнлөк, рухи байлыҡ - мәңгелек, икәнде онотмай, һыуҙан арҡан ишерлек ҡеүәттә йәшәйек. "Самауыр янында" тәмләп, еләкләп-үләнләп сәйҙәр эсә-эсә, халҡыбыҙҙың рухи хазиналарын барлайбыҙ…

08.07.2016

Илебеҙҙә Рәсәй тарихындағы яңы байрам - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ул   тәүге тапҡыр Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителгән 2008 йылда уҙғарылғайны. Байрам Дәүләт Думаһы депутаттары инициативаһы менән булдырылды. Шуныһы ҡыҙыҡ, Ғаилә көнөн билдәләү инициативаһын Рәсәйҙең барлыҡ традицион дини ойошмалары хупланы. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләү инициативаһының конфессиональ сиктәре юҡ, сөнки һәр диндә лә ғаилә тоғроло...

07.07.2016

Ер ҡабығы эсендәге тәбиғи бушлыҡ, ер аҫтында барлыҡҡа килгән ҡыуышлыҡ, тау тишеге... Һүҙлектәрҙә  Мәмерйә һүҙенә ошондай аңлатма бирелә. Мәмейәнән ер өҫтөнә бер йәки бер-нисә сығыу юлы була. Мәмерйәләрҙе спелеология исемендәге фән тармағы өйрәнә. Ғалимдар Башҡортостан мәмерйәләрен дә өйрәнеп, бик күп ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Мәмерйәләргә бәйле табыштар һәм асыштар әле лә дауам итә. Самауыр янында тыңлаусыларыбыҙға мәмерйәләргә бәйле шәхси күҙәт...

06.07.2016

Ауыл тормошо тураһында һүҙ алып барғанда иң тәү сиратта ихатала эркелешеп йөрөгән мал-тыуар күҙ алдына килә. Ауыл тиһәң, шундуҡ һөт-ҡаймаҡты лә иҫкә төшөрәбеҙ. Һөт борон-борондан ауыл кешеһенең төп йәшәү сығанағы булған. Электән ата-бабаларыбыҙ мал аҫраған, һөттө эшкәртеп береһенән-береһе тәмлерәк һәм файҙалыраҡ ризыҡ әҙерләгән. Был йолалар бөгөн дә һанлана, улай ғына ла түгел боронғо рецепттар тергеҙелә һәм көндәлек рационын һөт ризыҡтары мен...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 18..20°C
төндә 14..16°C
иртән 16..18°C
көндөҙ 23..25°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.