Беҙҙең проекттар

10.06.2018

  Шағирә Тамара Юлдашева - оло әҙәбиәткә  уҙған быуаттың 80-се йылдарында ҡатмарлы  йәшәйеш  сөңгөлдәрен иңләп,  ғәйрәтле  тулҡын булып ҡушылған  быуын вәкиле. Бар тормошо тынғыһыҙ журналистикаға арналһа ла, Тамара  Искәндәриә  әҙәбиәт яланында  мәңгелек ҡиммәттәрҙе раҫлаған бай шиғриәт баҡсаһын  үҫтереүгә  өлгәшә. Тәрән  поэтик образлылыҡ,  затлы фекерҙе нескә шиғри зауыҡ кимәленә күтәреү – ижадының төп һыҙаттары. Драматургия  һәм тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй, уҡыусы күңеленә айырыуса фарсы шағиры Румиҙың башҡорстаға тәржемәләре хуш килде. Әлеге ваҡытта – “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире. 

13.05.2018

  Шағир, ғалим-педагог, башҡорт ижтимағи-мәҙәни мәсьәләләрен хәл итеүгә күп көс һалған әүҙем йәмәғәт эшмәкәре  Рауил Ниғмәтуллин уҙған быуаттың 70-се йылдарында яҙыша башлай. Башҡорт әҙәбиәтен ул балалар һәм өлкәндәр өсөн әҫәрҙәрҙән тупланған тиҫтәләгән китабы менән байытты. Күп жанрҙа ижад итә: төп юҫығы шиғырҙар һәм поэмалар  булһа, поэтик зауығы ҡобайыр, мәҫәл кеүек формаларҙы ла үҙләштерә.  

06.05.2018

   “Минең аша йыһан аға” тип яҙған  Гүзәл Ғәлиеваның шиғриәте – шул сикһеҙ ғаләмдә айырым йыһанға тиң күңел даръяһының  сағылышы. Әҙәбиәттә   үҙен уҙған быуаттың 80-се йылдарында ныҡлы танытҡан шағирәнең илһамлы ҡәләме бер ваҡытта ла тынғы белмәй. 

22.04.2018

  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырҙары мәшһүр диктор, бәрхәт тауышы менән халыҡ күңелен яулаған  Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡыуында яңғырай.

15.04.2018

Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваның шиғри шәлкеме автор уҡыуында яңғырай.

11.03.2018

  Фронтовик-шағир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Хәким Ғиләжев 1923 йылдың 1 мартында хәҙерге Бүздәк районы Ҡаңны-Төркәй ауылында донъяға килә. “Совет Башҡортостаны”(хәҙерге “Башҡортостан”) газетаһында бүлек мөдире, “Ағиҙел” журналының мөхәррире булып эшләй, Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә. “Погонһыҙ һалдаттар” романы, поэмалары, шиғырҙары төрлө  йылдарҙа баҫылып сығып, халыҡта танылыу яулай. Хәким Ғиләжевтың шиғри шәлкеме  автор уҡыуында  1987 йылда яҙылған. Мөхәррире - Тамара Ғәниева, музыкаль биҙәүсеһе - Альбина Закирова.

04.03.2018

  Күренекле шағирә, милләтебеҙҙең арҙаҡлы гүзәл заты  Таңһылыу Ҡарамышева  Бөрйән районы Байназар ауылында тыуып үҫә, Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда  уҡ  әҙәбиәткә ныҡлы аяҡ баҫа. Шиғриәтенә йәнтөйәккә һөйөү, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында  сағылыш тапҡан мәңгелек ҡиммәттәр рухы хас. Таңһылыу Ҡарамышеваның  шиғри шәлкеме автор уҡыуында яңғырай. 

25.02.2018

   Башҡортостандың халыҡ шағиры  Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 90 йыл тулды. Әнғәм  Атнабаев уҙған быуаттың 50-се йылдарында   уҡ  тәүге шиғырҙары  менән  үҙенсәлекле  талант эйәһе   исемен таныта. Уның  һәр китабын уҡыусылар  йылы ҡабул итә, тормошто яратыу, мөхәббәт  хистәре һәм  йәшлек  саялығы  менән һуғарылған шиғырҙары ятлап алына, композиторҙар тарафынан  байтаҡ лирик  йыр ижад ителә.

    Әнғәм Атнабаевтың шиғырҙарын  Башҡортостандың халыҡ артистары Илсейәр Ғәзетдинова менән Әхәт Мортазин уҡый.

18.02.2018

   “Йылдар буйы моңдар тулып,сыңлап торған күңелле” Сафуан Әлибаевтың  шиғриәте яҡты моңо, тормошто бар  матурлығында  сағылдырыуы менән  арбай. Шиғырҙары композиторҙар тарафынан  көйгә  һалынып,  яратҡан йыр сифатында ла танылыу яуланы.  Сафуан Әлибаевтың шиғри шәлкеме автор уҡыуында  2008  йылда яҙылған.

11.02.2018

  Рәми Ғарипов -   туған башҡорт телебеҙҙе яҡлап тәүге ҡыйыу һүҙ әйткән, халыҡ аңын уятыр ижади  мираҫ ҡалдырған  шағир.  Кеше  тәбиғәтенә хас  иң тәрән хис-тойғоларҙы ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта зәргәр оҫталығы менән  илаһи нескәлегендә еткергән әҫәрҙәре – башҡорт шиғриәтен мәңгелек иткән хазина.    Рәми Ғариповтың  шиғри шәлкеме радио фондына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы  Илшат Йомағолов уҡыуында  1981 йылда яҙылған. 

04.02.2018

 Назар  Нәжмиҙең  шиғри шәлкеме  радио фондына 1979 йылда яҙылған. Шул замандан  беҙҙе байтаҡ ғүмер айырһа ла, шиғырҙар  Нәжми  күңеленән  аҡ дәфтәргә  әле  генә  төшкән кеүек, әҙип бөгөнгөнөң заңын тойоп, күҙгә тура ҡарап уҡығандай. 

28.01.2018

   Салауат Әбүзәр – моңон, фәлсәфәһен, ғәмен-заңын  үҙенә генә хас шиғри  һүҙгә һалып биреү оҫталығына  эйә әҙип. Хәҙер иғтибарығыҙға Салауат Әбүзәрҙең  мөхәббәт лирикаһынан  шәлкем  тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый. 

21.01.2018

 Зөлфиә Ханнанованың  арнауҙары. Автор уҡыуында яңғырай.

14.01.2018

  Ни бары 24 йыл ғына йәшәп өлгөргән Бабич  ҡалдырған бай әҙәби мираҫтағы әҫәрҙәр шиғриәттең аҫыл үрнәктәре булып тора. Эфирҙа - Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарынан төҙөлгән шәлкем.

24.12.2017

 Әнисә Таһирова  халыҡ һөйөүен  күңел иреклеген күтәргән, рух тәрәнлеген еткергән шиғриәте менән яуланы. Башҡорт  шиғриәтен ул сонет һәм элегия жанрҙарында ижад ителгән гүзәл өлгөләре, зауыҡлы тәржемәләре менән байыта. Хәҙер иғтибарығыҙға Әнисә Таһированың шиғри шәлкемен тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡыуында яңғырай.

16.12.2017

  Башҡортостандың халыҡ шағиры  Рауил Бикбаев әҙәбиәтебеҙҙе  туған халҡының, Башҡортостаныбыҙ һәм илебеҙҙең  яҙмышын ҡурсалауға, күңеленә тынғы бирмәгән ошо мәңгелек  һорауҙар тураһында быуаттарҙы айҡаған уйҙары, хыялдары, өмөт-ышаныстарынан  туҡылған  юғары нәфис һүҙ оҫталығына эйә  әҫәрҙәре  менән байыта. Шиғри шәлкем автор уҡыуында яңғырай.

10.12.2017

 Фәнил Күзбәков -  төрлө  өлкәләрҙә иркен ҡолас ташлап  эшләгән, илһамланып ижад иткән замандашыбыҙ. Яҙыусы, ғалим, әҙәби тәнҡитсе, педагог. «Тарих фәндәре кандидаты» һәм «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәләренә эйә.  Фәнил  Тимерйән улы  Күзбәков  Мәләүез районы Әбет ауылында тыуған. Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, Урал дәүләт университетын тамамлай.  Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә  шиғри  йыйынтыҡтары донъя күрә. Әҫәрҙәре газета-журналдарҙа, альманахтарҙа   баҫыла.   Шиғриәтенә  хис-тойғоло  нескә лирика  хас. Ил, халыҡ, милләт  рухындағы тәрән  уй-фекерле ижады  сәсәнлек традицияларына ауаздаш.  Фәнил Күзбәковтың шиғри шәлкеме автор уҡыуында яңғырай.

03.12.2017

  Күренекле әҙип, йәмәғәт эшмәкәре  Йыһат Солтанов   85 йәшлек  ғүмер артылышын билдәләй.  Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов  1932 йылдың 3 декабрендә Ейәнсура районы(хәҙерге Ырымбур өлкәһе Һараҡташ районы) Сәнкем-Биктимер ауылында  тыуған. 5 йыл хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә, Башҡорт дәүләт университетында юғары белем ала. “Һәнәк”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Ағиҙел” журналдарында эшләй.  Йыһат Сотланов – прозала  ла, шиғриәттә лә, публицистикала ла  берҙәй егелеп эшләгән әҙип. Ижады  үҙенсәлекле  фекер ҡеүәһе,  үткер һүҙе  менән айырылып тора. “Ерем, кешеләрем”, “Йәдкәр” роман-ҡиссалары,  “Йондоҙ ямғыры”, “Ҡояшлы ҡая”, “Ҡырҡыбыуын”, “Минең шәжәрәм” шиғри йыйынтыҡтары, Сөләймән Мырҙабулатов тураһында  тәүарихы һәм башҡа китаптары  донъя күрә. Ил ағаһына артабан да  халыҡ абруйына хеҙмәт иткән бәҫле ижад, ныҡлы һаулыҡ, име...

19.11.2017

   Башҡортостан  Яҙыусылар  берлеге  ағзаһы,  Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты,  журналист, йәмәғәтсе   Нияз Сәлимов   тыумышы менән Ғафури районы Яугилде ауылынан. Хеҙмәт биографияһының  байтаҡ  йылы  милли матбуғат менән бәйле: “Йәшлек” , “Башҡортостан” газеталарында, Ғафури районының  “Йондоҙ”, “Табын”  баҫмаларында баш мөхәррир булып эшләй. Әҙәби  ижады күберәге йәш быуынға  тәғәйенләнә,  балалар өсөн бер нисә  китабы донъя күрә.  Нияз  Сәлимовтың шиғри шәлкеме автор уҡыуында яңғырай.

12.11.2017

  Ғәбиҙулла Зарипов(әҙәби псевдонимы Ғәбиҙулла) – башҡорт  әҙәбиәтендә  төнгө  йәшендәй  сағыу эҙ ҡалдырған  шағир. Уның  “Шарлама” тип аталған дөйөм  йыйынтыҡта  донъя  күргән  тәүге  шиғри шәлкеме  лә  “Төнгө йәшен” тип атала. Үҙен аяҡтан йыҡҡан ауыр сир менән аяуһыҙ көрәшеүенә ҡарамаҫтан, Ғәбиҙулла Зарипов ҡулынан ҡәләмен төшөрмәй. Халҡыбыҙҙың бай  тел-һүҙенән  туҡылған  нескә  фәлсәфәле, тәрән тойғоға һәм ҡыйыу фекергә эйә  шиғырҙарын, прозаһын, балалар өсөн әҫәрҙәрен  ижад итеүҙән туҡтамай.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 13..15°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 22..24°C
кис 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.