Беҙҙең проекттар

12.12.2016

Артист үҙенең уйыны менән тамашасыһы күңеленә үтеп инергә, уға тәьҫир итергә тейеш. һин уйнаған геройҙы ҡарағандан һуң,  ул аҙ ғына уйлана, аҙ ғына күңеле үҙгәрә икән, был уңыш. Фәнис Рәхмәтов тураһында ла беҙ, башҡарған ролдәре иҫтә ҡала, тип һоҡланып әйтә алабыҙ. 

11.11.2016

Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың ижад башланғысы   күңелде тетрәндерер темалар менән асылды. Унда мөхәббәт тематикаһы айырым урын биләй, актер - һәр саҡ төп ролдәрҙә. Геройҙары -  ҡайнар хисле, ялҡынлы йәш егеттәр. “Ғәлиәбаныу”ҙа - Хәлил. “Тиле йәшлек”тә - Зөлҡәрнәй, «Зәңгәр шәл»дә –Булат. Ошо исемдәрҙе атау ғына  ла тотош бер дәүерҙе күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. 

14.10.2016

Башҡортостандың атҡаҙанған  артисы Альбина Кашанова. Сәхнәлә бер күреү менән иҫтә ҡала торған был актриса ярһыу хис-тойғоһо, дәртле уйыны менән дә  айырылып тора. Тәбиғәттән бирелгән һәләт һәм сәхнәгә мөхәббәте уны баш ҡалаға алып килә лә мәңгелеккә театр менән бәйләй. Ә ҡанат елпегән тәүге илһамлы мәлдәре  -    тыуған төбәгендә.

 

14.10.2016

Гөлли Мәбәрәкованы беҙ күп ҡырлы шәхес тип беләбеҙ. Башҡорт дәүләт академия драма театрының оҙайлы тарихын уның да хеҙмәт ҡаҙаныштары биҙәй. Ул режиссер ҙа, педагог та. Йәш быуын менән даими бәйләнештә. Оло тәжрибә туплаған сәхнә маһирының театр сәнғәте, уның киләсәге тураһындағы һүҙҙәре иғтибарға лайыҡ.

14.10.2016

 

Руслан Хайсаров театрҙың быйылғы миҙгеленең һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы» тигән номинацияла еңеү яуланы. Ул «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтендә Йософ роле өсөн бирелде. Быйылғы йылда тағы ла бер шатлыҡ: Екатеринбург ҡалаһында үткән «КОЛЯДА-PLAYS»  Халыҡ-ара театр фестиваленең йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында  Руслан Хайсаров еңеүсе тип табылды. 

20.07.2016

ФӘРЗӘНӘ АҠБУЛАТОВА: Рух байлығын өләшеүҙә театр сәнғәте  айырым урын биләп тора: сәхнә әҫәрҙәре беҙҙе алыҫ үткәнгә алып китә, киләсәккә күҙ һалырға мәжбүр итә, бер үк ваҡытта заман  ҡуйған һорауҙарға яуап табырға булыша, үҙебеҙҙе нығыраҡ аңларға ярҙам итә.  Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актрисаһы, ҡырҡ алты йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған Вәкилә Ҡалмантаеваның да ижад юлы бик үҙенсәлекле. 

20.07.2016

СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған сәхнә йондоҙо Гөлли Мөбәрәковаға шулай тәҡдирләнгән,  ул артистар ғаиләһендә донъяға килә. Йәғни тыуғандан уҡ сәхнә һүҙен ишетә, ундағы хис-тойғоларҙы ата-әсәһе уйнаған ролдәр аша тойоп-аңлап үҫә. 

16.05.2016

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовты  сәхнәлә уйнай тип әйтеүгә ...

05.04.2016

                Яҡты яҙ көнө донъяға килгән Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усмановтың яҙмышына шулай яҙылғандыр, ул да кеше күңеленә мөрәжәғәт итә, уйнаған образдары аша кисерештәр бүләк итә:  ҡыуандыра, нәфрәтләндерә, йәғни битарафлыҡтан уята. Сирек быуаттан ашыу ғүмер театр донъяһына арнаған актер -  “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуында. 

29.03.2016

         Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы  лауреаты     Алмас Әмировтың театр сәнғәтендә үҙе һалған юлы, үҙ артылыштары, үҙ бейеклеге бар. Ғөмүмән,Мәжит Ғафури исемендәге академия драма театры донъяға башҡорт сәнғәтенең иң яҡшы өлгөләрен күрһәтергә өлгәште һәм әле лә шулай. Һәр бер оло эш артында аныҡ шәхестәр тора. Шуларҙың береһе Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров. Тапшырыуҙың авторы - Фәрзәнә Аҡбулатова.

02.02.2016

      Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтованы “театр балаһы” тип атарға мөмкин. Сөнки ул ике  айлыҡ сағынан  уҡ театрға йөрөй башлай. Үҙ аяғы менән түгел, әлбиттә,  Әнисә Дилмөхәмәтова сабыйын күтәреп реперицияларға бара, ул сәхнәлә уйнағанда  бәләкәс  Шәүрә әсәһенең моңло тауышын ишетеп ятҡандыр.  Хәйер, Шәүрә Дилмөхәмәтованың  Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, драматург Әнисә һәм талантлы йырсы, бөтә донъяға танылған ҡурайсы, шағир Ишмулла Дилмөхәмәтовтар ғаиләһендә тыуғанын белмәгән  кеше юҡтыр ҙа. Үҙе иҫ белгәндән ул - театр мөхитендә. Мәктәпкә төшкәс, каникул мәлдәрендә атай-әсәйгә эйәреп гастролдәргә лә сығырға тура килә. Бына шулай сәхнә серҙәренә бәләкәйҙән үк төшөнөп үҫә буласаҡ актриса. 

19.01.2015

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостан театрҙар эшмәкәрҙәре берлеге ағзаһы Fата Арыҫлановты оло быуын вәкилдәре актер һәм йырсы булараҡ яҡшы хәтерләй. Талантлы артисҡа күп кенә төп ролдәрҙе башҡарырға  тура килә, хәләл ефете Башҡортостандың халыҡ артисы Зәкиә Арыҫланова менән бергә уйнаған сәхнәләре лә байтаҡ.

13.01.2015

 Тапшырыу уның ижады, сәхнәлә тыуҙырған сағыу образдары тураһында.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 7..9°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.