Беҙҙең проекттар

04.06.2018

    Һуңғы ваҡытта балаларҙа һөйләү проблемаһы, йәғни телмәр үҫешендә тайпылыштар булыуы күҙәтелә. Белгестәр иһә уны заман сире тип билдәләй. Был нимә менән бәйле? Нисә йәштән телмәрҙәге етешһеҙлеккә иғтибар итергә?  "Сәләмәт булайыҡ" сығарылышында һүҙ ошо хаҡта булыр.

14.05.2018

       Көндәр йылыныу менән тәбиғәт ҡосағына, баҡсаға ял итергә ашығабыҙ. Әммә урман-ҡырҙарҙа, баҡсала рәхәтләнгәндә бер оло хәүеф – сысҡан биҙгәге сирен йоҡтороу ҡурҡынысы һағалай. Сысҡан биҙгәгенә ҡаршы вакцина юҡ. Нисек унан һаҡланырға? Сирҙе дауалау, иҫкәртеү хаҡында булыр бөгөнгө сығарылыш. 

30.04.2018

     Яҙ – талпан уянған мәл. Бәләкәй бөжәккә ҡарата иғтибарҙың артыуы юҡҡа түгел. Ул килтергән бәлә ҡурҡыныс. Йыл һайын беҙ талпан энцефалиты тураһында мәғлүмәт һәм табиптарҙың иҫкәртеүен еткерә киләбеҙ. Һәр кемдең күңеленә шом һалған талпан хаҡында булыр бөгөн һүҙебеҙ.

09.04.2018

“Ашығыс ярҙам” 20 минут эсендә саҡырылған урынға килеп етергә тейеш. Күп осраҡта сирле табипты 20 минут түгел, ә бер-нисә сәғәт буйы көтә, табип килмәгән осраҡтарҙа юҡ түгел. Ҡайһы ваҡытта хәлдәр үкенесле тамамлана. Кем ғәйепле?  Ошо һәм башҡа һорауҙарға “Сәләмәт булайыҡ” сығарылышында яуап табырбыҙ.

19.03.2018

    Үҫмерлек осоро... Атай-әсәй өсөн яуаплы, борсоулы мәл. Баланы ирекһеҙләп ултыртып булмай, ә уның күңеле ситлектәр емереп, ҡайҙалыр талпына, үҙ аллылыҡ көҫәй, баш етмәҫ хәл-ваҡиғаларға әйҙәй.  Нәҡ ошо осорҙа уға терәк булырға, тупаҫҡа, бер аҙ тыңлауһыҙға әйләнгән балаларҙы ҡулға алырға, ярҙам итергә кәрәк.   Үҫмерҙең психологик сәләмәтлеген нисек көйләргә?  Ошо һәм башҡа һорауҙар –  “Сәләмәт булайыҡ” сығарылышында.

05.03.2018

    Ғаиләнең, нәҫелдең генә түгел, милләттең, илебеҙҙең киләсәге ул сәләмәт бала. Һау балалар тыуһын өсөн тәү нәүбәттә ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеген ҡайғыртыу мөһим.  Бөгөнгө сығарылышта һүҙебеҙ ошо хаҡта.

 

12.02.2018

    Йыш баш ауырта, эшкә тотонорға кәйеф юҡ, йоҡо килә… Тағы шул ҡан баҫымым күтәрелде, йә төштө тигән һүҙҙәрҙе һуңғы ваҡытта йыш ишетәбеҙ. Юғары ҡан баҫымын “шым үлтереүсе” тип атайҙар. Һәр икенсе кеше ошо сир менән яфалана. Ҡан баҫымы менән нисек көрәшергә? Түбән, йә юғары булғанда ниҙәр эшләргә?  “Сәләмәт булайыҡ” сығарылышы ошо турала булыр.

29.01.2018

    Йыл һайын күҙәтелгән киҙеү быйыл да беҙҙе урап үтмәҫ. Сирләмәҫ өсөн нимә эшләргә, ауырыған осраҡта ниндәй саралар күрергә? Прививканы ни өсөн күптәр эшләтмәй? Киҙеүҙе антибиотик менән дауаларға кәрәкме? “Сәләмәт булайыҡ” сығарылышы ошо хаҡта.

 

15.01.2018

    Кеше ашау өсөн йәшәйме, әллә йәшәү өсөн ашаймы? Был хәҡиҡәткә ҡарата уйланырға урын бар. Әҙәм заты, ғөмүмән, барлыҡ тереклек, ваҡытында туҡланмаһа, һәләкәткә дусар. Ә кәрәгенән артығын ашау иһә төрлө сирҙәргә килтерә. Ҡайҙан килә хәлһеҙлек, йоҡо туймау, кәйеф булмау, эшкә битарафлыҡ?... “Сәләмәт булайыҡ”  сығарылышы ошо хаҡта. 

18.12.2017

     Телефон, интернет аша табипты өйгә саҡыртып була. Бының өсөн нимә эшләргә? Ҡайһы номерға шылтыратырға? Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү электрон порталы аша табиптар менән бәйләнеш булдырыу һәм башҡалар хаҡында кәңәштәр ишетерһегеҙ. 

  

04.12.2017

   Диетологтар икмәк кешене һимертә, уны рациондан алып ташларға кәрәк, тигән фекерҙә. Был дөрөҫмө? Аҡ икмәк файҙалымы? Һүҙебеҙ ошо хаҡта. 

13.11.2017

     Шәкәр сирлеләрҙең йылдам артыуы хәҙерге йәшәү рәүешенә лә бәйле. Мәҫәлән, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, даими стресс үткәреү һәм артыҡ ауырлыҡ — сир башланыу өсөн сәбәп, - ти белгестәр. Татлы ризыҡтан баш тартырға мәжбүр иткән ниндәй сир ул шәкәр диабеты? Ошо хаҡта булыр һүҙебеҙ. 

30.10.2017

   Ҡыҙыл төҫтәге йәшмәләр ҡатын-ҡыҙҙар ауырыуын бөтөрә, тип иҫәпләгәндәр.  Унда ҡан туҡтатыу үҙсәнлеге лә бар. Ҡайһы бер илдәрҙә уны ашҡаҙан, бөйөр, күҙ ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланғандар.  Шуға  күрә йәшмә ташын  эстең өҫтөндә тағып йөрөү кәңәш ителгән. Ә һеҙ таштарҙың тылсымлы көсөнә ышанаһығыҙмы? Медицина күҙлегенән табиптар быға ниндәй ҡарашта? Был сығарылышта һүҙебеҙ ошо хаҡта булыр.   

16.10.2017

  Ни өсөн гриптан прививкаға күптәрҙең ҡарашы ыңғай түгел? Халыҡ араһында, “уны эшләтһәң дә, эшләтмәһәң дә барыбер сирләйһең”, тигән фекер йәшәй. Прививка ярамаған осраҡтар бармы? Уның эҙемтәһе... Һүҙебеҙ ошо хаҡта.

 

02.10.2017

    Дерматологтар фекеренсә, тире ауырыуы күп төрлө һәм бик йыш уларҙы диагностикалау, дауалау ауыр. Бөгөн псориаз менән мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта. Псориаз хәүефлеме? Уны нисек дауаларға? Һүҙебеҙ ошо хаҡта. Республика тире-венерология ауырыуҙары дауаханаһының бүлек мөдире, Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау отличнигы Флүрә  Төхвәтуллина кәңәштәре яңғырар. 

25.09.2017

  Матур булайым тип, ҡатын-ҡыҙ бит-йөҙөн нисек кенә тәрбиәләмәй, нимәләр генә һөртмәй. Биҙәнеү менән ҡәнәғәт булмағандар бысаҡ аҫтына ла ята. Үҙ йәшеңдән оло күренәһең, тиеүҙәрен кем генә оҡшатһын инде?! Һәр кемдең камил булғыһы, йәш ҡалғыһы килә. Матурлыҡ, ысынлап та, ҙур  көс... 

   Йөҙөбөҙ сәләмәтлек менән балҡып торһон өсөн нимә эшләргә һуң?  "Сәләмәт булайыҡ" сығарылышында уны таҙартыу, һипкел-таптар, һырҙарҙан арыныу, йәш булыу се...

30.06.2017

    Ни өсөн күп кенә косметология клиникалары һыу битте ҡорота тигән фекерҙә? Йәғни ғәҙәти крандан аҡҡан һыу менән йыуынғандан һуң, бит тиреһе тартылып, ниндәйҙер аҡһыл пленка менән ҡаплана. Бөгөн һүҙебеҙ ошо хаҡта. 

23.06.2017

    Ҡан баҫымына бәйле проблема барлығын кешенең үҙ-үҙен тотошона ҡарап та билдәләргә була. Бының менән нисек көрәшергә мөмкин?  

16.06.2017

    Аҡһыл, һоро йәиһә тире төҫөндәге ҡалҡып тороусы төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш. Уны дауалап буламы? Ошо хаҡта булыр һүҙебеҙ.

09.06.2017

    Ҡатмарлы һәм ауыр дауаланған социаль сирҙәрҙең береһе -  туберкулез.  Ни өсөн был сир ҡотолғоһоҙ? Ауырыуҙы киҫәтеүҙең төп шарты нимәлә?  Һүҙебеҙ ошо хаҡта.    

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 16..18°C
кис 15..17°C
төндә 10..12°C
иртән 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.