Беҙҙең проекттар

16.02.2019

Ҡырағас.

   Был  һүҙ  ҡорт  ҡунып, бал йыйған  ҡыуышлы ағасты белдерә. Миҫал: Бейек ҡырағас. Ҡырағасҡа тамға һалынған.

 

Ҡыраз.

Нимәнеңдер ҡырланып ятҡан текә ере, өҫкө ҡыры була “ҡыраз”. Тау ҡыразы. Бейек ҡарҙар ҡыразланып  ята..

Ҡырас.

  Йөнгә, ялға ҡарата ҡулланылған һүҙ – “текә, үрә торған”  тигән мәғәнәгә эйә. Халыҡ йырынан ...

09.02.2019

 

Ҡыҙырым.

Ниҙеңдер эргәһенән һуҙылған буй була “ҡыҙырым”.   Миҫал: Яр ҡыҙырымы. Ҡыҙырым үҫкән ағаслыҡ.

Ҡына.

“Ҡына” тип аталған  бүлмә гөлө, үлән  тураһында  түгел һүҙ.  Бал менән тулы кәрәҙҙең өҫтөн һылап ҡуйған йоҡа ғына балауыҙ  ҙа шулай уҡ  “ҡына” һүҙе менән белдерелә. Мәҫәлән: ҡыналы бал. Кәрәҙҙең ҡынаһын алыу.

Ҡылымыҡ

...

03.02.2019

 

  Ҡур.

    Күп  мәғәнәле һүҙ.  Тәүгеһе  апаруҡ  киң таралған, ул - ҡымыҙ, бал әсеткеһе.  Ә икенсеһе  “башланғыс,  нигеҙ булған мал-мөлкәт”  йә “мая”  тигән  мәғәнәне белдерә.    Миҫал: Аҡса ҡуры. Ҡурға бер оя ҡаҙ ҡалдырыу.

  Ниндәйҙер эш-хәлдең шауҡымы, эҙемтәһе лә “Ҡур” һүҙе менән белдерелә. Аҡмулла  шиғырынан миҫал: Күңелдән  яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ.

   “Ҡур” -  “...

26.01.2019

 

  Ҡузыр

   Селтәрләп, ҡусҡарлап  яһаған  биҙәк тә, һырлы-һырлы семәр ҙә, ҡыуыҡлы шәлдең селтәре лә  "ҡузыр"  тип йөрөтөлә.  Миҫалдар: Бәйләмгә  ҡузыр һалыу. Көршәк ҡузыры. Шәмгә яңы ҡузыр ҡуйыу.

 

   Ҡулау.

    Алғы аяҡтан аҡһаған атҡа ҡарата ҡулланылған һүҙ. Миҫал: Ҡулау бейә. Ҡулау  атты дауалау.

 

   Ҡултыҡса.

   Н...

19.01.2019

 

    Ҡуҙрау

  Ҡуҙрау - ҡуй-һарыҡтың  йомшаҡ  ҡына, тоноҡ ҡына итеп тауыш биреүе.   Миҫал: Туғайҙа  ҡуй-һарыҡ ҡуҙрай.

   "Ҡуйҙай ҡуҙрап"  тигән һүҙбәйләнеш  "төрлө мәшәҡәткә  иғтибар бирмәү,  тыныс, көңгөр-ҡаңғыр" тигән мәғәнәгә эйә.  Миҫал: Ҡуйҙай ҡуҙрап  йәшәү.

Ҡуймыр

  Ҙур, матур  ҡуңыр  күҙ   борондан "ҡуймыр"  тип сифатланған. Халыҡ йырынан...

12.01.2019

 

Ҡонар.

  Эшкә уңған, булдыҡлы  кеше хаҡында һөйләгәндә, “ҡонар”  һүҙе  тап-таман тура килә.  Ҡонар йәштәр. Ҡонар булыу.

Ҡорна.

 Йыуыныу өсөн ҡулланылған тәрән һауыт, шулай уҡ ванна элек “Ҡорна” тип аталған. Ҡорнаға һыу тултырыу.  Баланы ҡорнала ҡойондороу.

Ҡотан.

Ҡотан  ул   икенсе төрлө  - ҡот, йәм, күрк. Шыршы – урман ҡотаны....

05.01.2019

 

Ҡойолма.

  “Ҡойолма” руссаға “литье” тип тәржемәләнә. Йәғни, иретеп ҡалыпҡа ҡойоп алынған металл  киҫәге. Ҡапҡа суйын ҡойолмаһынан эшләнгән.  Тутыҡмай торған ҡорос  ҡойолмаһы.

Ҡолаҡташ.

Диалекттарҙа ишетелгән был һүҙҙең синонимы һәр кемгә яҡшы таныш: ул серҙәш була. Миҫал: Ҡолаҡташтар менән сер бүлешеү. Ҡолаҡташ ҡыҙҙар.

Ҡолан.

Сифат...

31.12.2018

 

Ҡашаға.

Төп мәғәнәһе  яҡшы билдәле, ул -  усаҡ-мейестең ауыҙы өҫтөндәге һикәлтә. Миҫал:  Бейек ҡашаға. Ә “өрлөккә мейес өҫтөнә буйлатып ҡуйылған тар шаршау” мәғәнәһендә һөйләштәргә хас. Миҫал:  Ҡашаға ҡороу.

     Диалекттарҙа шулай уҡ күлдәк-камзулдың итәгенә баҫҡан таҫманы ла  “ҡашаға” тиеү  осрай. Миҫал: Күлдәк итәгенә ҡашаға баҫылған.

Ҡашан.

 “...

22.12.2018

   

    Ҡасауыр.

  “Ҡасауыр” тигәндә, үҙ юлын, үҙ һүҙен тотоусан  кеше  күҙҙә тотола. Ҡасауыр  зат. Ҡуйған маҡсатҡа  ҡасауырҙар  ирешеүсән.

    Ҡатарҙаш.

   Ҡайһы бер һөйләштә был һүҙ “йәштәш, тиҫтер” мәғәнәһендә йөрөй.   Ҡатарҙаш балалар.  Ҡатарҙаштар менән уҡырға инеү.

      Ҡатмар.

  Ҡаты...

15.12.2018

    

   Ҡараташ.

   Ҡараташ ул - ҡәләм,  электр кәрәк-ярағы яһау өсөн ҡулланылған   ҡара йәки ҡара-һоро төҫтәге минерал.  Русса графит була. Миҫал: ҡәләмдең ҡараташ үҙәге. Ҡараташ онтағы.

    Ҡарғаморон.

 Тимерҙе ҡыҫып тотоуға  йәтешләп, осо ялпаҡ, эс яҡтан  һырлы итеп эшләнгән ҡыҫҡыс рәүешендәге ҡорал. Уңайлы ҡарғаморон.

    Ҡарғы.

...
08.12.2018

   

   Ҡаңғаҡ.

Оҙаҡ ваҡыттар яуым-төшөмһөҙ, аяҙ һәм ҡоро булған  көн торошо.. Миҫал: Ҡаңғаҡ көн. Ҡаңғаҡ ел. Туҡтауһыҙ ямғырҙарҙан һуң,  ниһәйәт ҡаңғаҡҡа тартты.

   Ҡаңтар.

  Көҙгө ҡырпаҡ ҡар миҙгелен белдергән һүҙ. Ҡаңтар мәле етте. Ҡаңтарҙа йылғаны боҙ ҡапланы.

   Ҡараса.

   Был һүҙ ҙә тәбиғәт торошон ҡылыҡһырлай. Мәғәнәһе –...

01.12.2018

 

  Ҡамаш, ҡамашау.

  Теш төбөн, аңҡауҙы белдергән һүҙҙәр, күберәк  һөйләштәргә хас. Миҫал: Имән ҡайыры төнәтмәһе ҡамашты нығыта. Һағыҙ ҡамашауға йәбешә.

  Ҡамғаҡ.

Төп мәғәнәһе – ел ыңғайына тәгәрләгән дала үҫемлеге. Ә инде күсмә мәғәнәлә – йүгерекләп, көйәләнеп, ҡауғалап йөрөгән йә бүтәндәр ыңғайына  йөрөүсән аумаҡай кеше. Ҡамғағы  әйләнеп  йөрөй. Ҡамғаҡ әҙәм....

25.11.2018

 

Ҡалтағай.

   Табанына тире ҡағылған  ҡыҫҡа яҫы һунар саңғыһы шулай атала. Ябай саңғының да  башҡорт  һөйләштәрендә  ҡалтағай тип йөрөтөлөүе һаҡланған.   Аусы  ҡышҡы  урманға ҡалтағайһыҙ сыҡмаҫ.  Яңы  ҡалтағай.

Ҡалтаң

   “Ҡалтаң” - “Тилбер” тигән һүҙҙең  ҡайһы бер төбәктә осраған синонимы.  Ҡалтаң  ҡыҙ. Донъя көтөргә теләгән кеше ҡалтаң була.

Ҡалтырса.

Ҡалтырса ҡырағай өйрәктең бер төрө була. Һаҙлыҡ...

18.11.2018

     Ҡаҡлан.

  Ел ҡағып торған ҡалҡыулыҡҡа ҡарата әйтеләҠаҡлан юл. Тирмәне ҡаҡланға ҡормайҙар.

      Ҡаҡлас.

  “Итһеҙ, ҡоро һөйәк, ҡаҡ һөйәк” тигән мәғәнәләрҙәге һүҙ. Ҡаҡлас кәүҙә, ҡаҡлас ҡул. Ҡарауһыҙ ҡалған мал ҡаҡласҡа әйләнгән.

   

  Ҡалау.

  Берәй тәртип менән өйөүҙе  йә өҫтө...

10.11.2018

 

  Ҡайырсаҡ.

   Өҫтө боҙланып туңған көрттө  “Ҡайырсаҡ” тигән  бер һүҙ  менән дә  белдерә алабыҙ. Ҡайырсаҡта  йөрөү хәүефле. Ҡойо тирәһе ҡайырсаҡланып ҡатҡан.

   Ҡайыр.

  Сифатты белдерә,  диалектта  “Көслө” тигән мәғәнәлә  йөрөй. Дөйөм ҡулланышҡа ла килешер һүҙ.  Миҫал:  Келәмгә иң ҡайыр көрәшселәр сыға. Ҡайыр ат.

   Ҡайырым.

...
03.11.2018

   

    Ҡадим.

 “Юлдағы кеше, юлсы”  тигәнде “ҡадим” һүҙе  лә  белдерә ала.  Миҫал: Ҡадимдар ялға туҡтаны. Ҡадимға хәйерле юл.

    Ҡадир.

   “Ҡадир” һүҙенең  мәғәнәһе - көслө, ҡеүәтле. Миҫал: “Һыҙғанғанмын ҡадир беләктәрҙе  изге теләк менән күп эшкә”. Д.Юлтый.

   Шулай уҡ, “Ҡадир”  тигән һүҙ һәләтле  булыу хаҡында һөйләгәнд...

27.10.2018

                      Ҡабығыу.

   Баҫырылып ятҡанлыҡтан бәҫәреү була ул ҡабығыу.

      Ҡабыҡҡан үлән. Ҡабыҡҡан  кейем-һалым.

                       Ҡағыҙлаштырыу.

   Ҡағыҙға теркәп законлаштырыу  тураһында шулай әйтелә.  Килешеүҙе  ҡағыҙлаштырыу.  Бурысты, йөкләмәне ҡағыҙлаштырыу.

                       Ҡағыл.

   Ҡар йоҡа ятҡан, ҡалҡы...

20.10.2018

 

     Кәүез 

  Быуаны асып-яба торған ҡулайлама кәүез тип йөрөтөлгәнен иҫкә төшөрәйек. Миҫал: ауыр кәүез. Быуаға яңы  кәүез  ҡуйыу.

   Кәүек

 “Бушаҡ, еңел” тигән һүҙ.  Мәҫәлән, кәүек  бесән. Кәүек башаҡ.

   Кәүек  “муртланған” тигән мәғәнәлә лә йөрөй. Кәүек таҡта. Бүрәнә кәүекләнгән.

   Йоҡа, еңел кәүҙәле кеше тураһында л...

13.10.2018

Мөғжизә, аптырарлыҡ, ғәжәп  нәмә  була  ул  "кәрәмәт". Кәрәмәттәргә  бай  әкиәт.  Йәнтөйәгебеҙ матурлығы - үҙе кәрәмәт.

06.10.2018

     Көндәлек телмәребеҙҙә  ҡулланған  һүҙҙәрҙең  бик ҡойто икәненә иғтибар  итеүселәр күп микән?   Уларҙы  иҫәпләүсе ғалимдар ҙа  барҙыр, әммә  һәр кеше үҙенең  тел  байлығын  самалай   алыр.  Ә бит  бай, матур телле  әҙәби  әҫәрҙе   йотлоғоп  уҡыу  йә  һүҙгә  маһир  кешене  тыңлау  үҙе  үк  күңелгә  кинәнес  бирә. Телдең  мәғәнә  нескәлектәренә, тәрәнлегенә  ирешеүгә  онотола биргән  йә ерле һөйләштәрҙә  генә  ҡулланылған  һүҙҙәребеҙҙе терге...

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..-2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.