Беҙҙең проекттар

14.11.2017

Бөгөн һалым ташламалары тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Әлбиттә, был етди һәм ҙур тема, һалым льготалары социаль һәм иҡтисади маҡсаттарҙы билдәләй. Темабыҙ - социаль һалым ташламалары, йәғни, эшҡыуарҙар, төрлө ойошмалар өсөн булған льготаларға ҡағылмайбыҙ, ябай кешеләр өсөн ташламалар иғтибар үҙәгендә булыр. Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы белгесе Вадим Булатасов.

07.11.2017

Бөгөнгө рубрика ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Һуңғы ваҡытта йыш телгә алынған ауыл хужалығы коооперативтары тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Ундай системала ҡатнашыу ысулдары, отошло яғы нимәлә икәнлеген асыҡларға тырышырбыҙ.

09.04.2017

Умартасылар өсөн яҙ күстәрҙе тышҡа сығарыу менән башлана ти халыҡ. Бөгөн беҙ умартасылар өсөн яҙғы эштәр тураһында һөйләшәбеҙ.Көндөҙ ҡар иреп, тамсы тамһа, төндәрен туңдыра. Был осорҙа ҡышын умарта һаҡланған урындарҙа ла һауа температураһы күтәрелә. Күс уяна, инә ҡорттар бала һала башлай, ә эшсе ҡорттар үрсем үҫтерә. Умартасылар өсөн иң яуаплы мәлдәрҙең береһе етә.

03.04.2017

Бөгөн һүҙебеҙ отпуск тураһында булыр. Йәй ҙә яҡынлашып килә, был миҙгелде отпускылар мәле тип тә әйтәләр. Шуға ла бөгөнгө мәғлүмәттәр күптәргә ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанабыҙ.Рәсәйҙә отпуск иң оҙайлы ял ваҡыты һанала. Уның түләүлеһе һәм түләүһеҙе, маҡсатлы һымаҡ төрҙәре бар. Беҙ инде йыллыҡ түләүле отпуск хаҡында әңгәмә ҡорорбоҙ.

19.03.2017

Заман технологиялары, яңы алымдар тураһында әленән-әле ишетеп торабыҙ. Ҡайһы берәүҙәре, күпләп реклама эшләнһә лә, тормошобоҙҙа ҡулланылыш тапмай юғалып ҡала, икенселәре йәшәйәшебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелә. Бер нисә йыл элек кенә "күп функциялы үҙәк" тигәндә нисектер сәйер яңғараған һымаҡ ине. Хәҙер инде МФЦ тигән яҙыуҙарҙы байтаҡ урындарҙа күрергә мөмкин. Бөгөнгө тапшырыу ошо турала.

19.03.2017

Ташҡын - тәбиғәт һәләкәттәренең иң йыш осраған төрҙәренең береһе. Ул тәбиғәт шарттарын иҫәпкә алып йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә булыуы ихтимал. Ҡойма ямғырҙар булһынмы, яҙын ҡар иреүе, быуа йырылыуы һәм башҡа сәбәптәр арҡаһында һыу таша. Ҙур һыуҙың көсө йыш ҡына ныҡ була, ә был иһә матди зыянға, ә ҡайһы берҙә бөтөнләй күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе бар. Ташҡындан нисек һаҡланырға һуң, ниндәй хәүефһеҙлек саралары күрергә? Ошолар хаҡында Өфө ҡалаһының “112 ҡотҡарыу хеҙмәте“ етәксеһе Хәким Ниғәмәтйәнов менән әңгәмә ҡорабыҙ.

19.03.2017

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр өсөнсө кешегә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ҡан кәрәк. Авария, ауыр йәрәхәт, ҡаты ауырыу - бындай күңелһеҙ хәлдәрҙән бер кем дә араланмаған һәм тап ҡан донорҙары күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарып ҡала. Бөгөн беҙ донорҙар хаҡында һүҙ алып барырбыҙ.

18.02.2017

Рәсәйҙә белем алырға һәр кеше хоҡуҡлы. Ил Конституцияһының 43-сө статьяһында ошо турала яҙылған. Барыһы ла хоҡуҡлы, әммә инвалид-балалар баштан уҡ тиң булмаған шарттарға ҡуйыла. Сәләмәтлектәре арҡаһында төрлө ҡатмарлыҡтар аша үтергә тура килә. Мәҫәлән, урта дөйөм белем биреү мәктәптәре инвалид балаларҙы ҡабул итеүҙән баш тарта алмай, әммә уларға уңайлы шарттар булдырыу өсөн дә яуаплы түгел. Шул уҡ педагогтар махсус әҙерлек үтергә тейеш. Психолог та һәр мәктәптә эшләмәй. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы йәмғиәткә ылыҡтырыу маҡсатында илдә инклюзив белем биреү йүнәлешендә эш алып барыла. Ул белем алыуҙа тигеҙ мөмкинлектәр, шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа был проблемаға иғт...

12.02.2017

Кешелек тарихында иҫ китерлек асыштар ҡалмаған, уйлап табырлыҡтың барыһын да асып бөткәндәр тигән фекерҙәрҙе лә әйтеүселәр бар йәмғиәтебеҙҙә. Улай түгел икән шул. Бөтә донъяны ғәжәпләндергәндәре һирәгерәк булһа ла асыштар теркәлеп тора. Мәҫәлән, 2006 йылдан алып статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, асыштар теркәү өсөн мөрәжәғәттәр һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында 2-се урында килә, йыл һайын патент алыуға 600-700 ғариза бирелгән. Бөгөн һүҙебеҙ тап патент алыу-теркәү тураһында булыр.

02.02.2017

Был рубрикала ҡатмарлы ғына һорау, суд ҡарарҙарына ялыу тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Суд инстанциялары, ялыу биреү һәм ялыуҙың ҡаралыу ваҡыты хаҡында ла һөйләшербеҙ.

02.02.2017

Булғандың ысын ҡәҙерен уны юғалтҡас ҡына аңлайбыҙ, ти халыҡ. Был һүҙҙәр һаулыҡҡа ла ҡағыла әлбиттә. Һау-сәләмәт булғанда үҙебеҙ тураһында артыҡ уйлаған да, тормош йөгөн тарта бирәбеҙ. Әммә, бәлә аяҡ аҫтында тигән һымаҡ, һин дә мин эшләп йөрөгәндә йәрәхәт алыу, хатта үлем осраҡтары булып тора. Бөгөн Хеҙмәт ҡануниәтенә таянып, ошо турала һөйләшербеҙ.

17.01.2017

Баланың уҡыуҙа өлгәшеүе менән ҡыҙыҡһынған ата-әсәләрҙең күбеһе репетитор табыу мәсьәләһе менән таныш. Юғары уҡыу йорттарында конкуренция ҙур, шуға һәр кем яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ирешергә тырыша. Ошондай ваҡыттарҙа репетитор ярҙамға килә лә инде. Әлбиттә бушлай түгел, баланың белеме өсөн бер ни тиклем сумма сығарып һалырға тура киләсәк. Бөгөн репетиторлыҡ тураһында һүҙ алып барырбыҙ.

08.11.2016

Һәр кеше үҙ тормошон, яҡшыраҡ, уңайлыраҡ ҡорорға тырышыуы бер кемгә лә сер түгел. Бер бүлмәле фатир алһа, ике бүлмәлеһе тураһында хыяллана башлай, машина булһа, тағы ла яҡшырағы, затлырағы тураһында уйҙар тыуа башта. Хәләл көс түгеп тапҡан мөлкәт инде айырыуса ҡәҙерле, әлбиттә. Шулай ҙа янғын, дауыл, һыу баҫыу, урлашыу һымаҡ бәлә-ҡазаларҙан бер кем дә араланмаған. Зыян өсөн компенсация алырға була икән. Йорт-мөлкәтте страховкалау тураһында һүҙебеҙ.

28.10.2016

Бөгөнгө сығарылышта беҙ поручителлек тураһында һүҙ алып барырбыҙ. Кредит алыуҙа ярҙам һорап күптәргә мөрәжәғәт иткәндәре барҙыр. Ваҡыт наҡыҫлығына һылтанып күҙгә ҡарап шунда уҡ яуабын да көтәләр. Бындай ваҡытта йыш ҡына дуҫыңдың, туғаныңдың, күршеңдең, хеҙмәттәшеңдең тәү ҡарашҡа ябай ғына үтенесенә ҡаршы килеп тә булмай, поручителлек килешеүенә ҡул ғына ҡуйырға кәрәк бит. Шунда уҡ риза булмаһаң, уңайһыҙлыҡ, хатта үҙеңдә ғәйеп тояһың. Шулай ҙа был мәсьәләлә ашығыс ҡарарға килергә кәрәкме икән? Ошо һорауға яуап табырға тырышайыҡ.

28.10.2016

Көндәр әкренләп һалҡынайта, ҡыш яҡынлаша. Саф һауа, һырғалаҡ, ҡар-бурандар, Яңы йыл каникулдары һәм башҡалар. Ана шул башҡалары араһында киҫкен респиратор инфекция, грипп һымаҡ ауырыуҙары ла бар. Бөгөнгө рубрикала быйылғы грипп миҙгеле, унан һаҡланыу тураһында һүҙ алып барырбыҙ.

28.10.2016

Машина күптән инде зиннәтле әйбер түгел, йөрөү сараһы ти халыҡ. Күптәрҙең шәхси автомобилдәре бар. Машина маркалары һымаҡ, водителдәрҙең дә төрлөһө була. Тәжрибәлеләре, яңы ғына руль артына ултырғандары, тәртипһеҙ йөрөгәндәре, тынысыраҡтары һәм башҡалар. Ниндәйе генә булмаһын, аварияларҙан бер кем дә араланмаған. Бөгөнгө һүҙебеҙ ошо турала булыр. Ауыр булмаған юл-транспорт ваҡиғаларына юлыҡҡанда нимә эшләргә, үҙеңде нисек тоторға тигән һорауҙарға яуап бирергә тырышырбыҙ.

23.09.2016

"Бәлә-ҡазанан бер кем дә араланмаған" ти халыҡ. Инвалид балалар тураһында бөгөнгө һүҙебеҙ. Ундайҙар ҡыҙғанысҡа аҙ түгел, улар беҙҙең менән бергә йәшәйҙәр, үҫәләр, белем-тәжрибә туплайҙар, шулай ҙа һау-сәләмәт кешеләрҙән мөмкинлектәре һәм тормошҡа ҡарашы менән айырыла. Ҡануниәткә ярашлы, инвалид балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә дәүләт ярҙамы пособиелар, өҫтәлмә түләүҙәр, ташламалар рәүешендә күрһәтелә. Инвалид балаларға ай һайын социаль пенсия түләнә. Уны ҡараусыға шулай уҡ айлыҡ пособие бирелә, суммаһы төбәктәге минималь эш хаҡының 60 процентына тиң була. Бынан тыш, инвалид баланы ҡараусы әсә кешенең эш стажы 15 йылдан кәм булмаһа ул 50 йәштән үк пенсияға сығырға хоҡуҡлы.

...
01.03.2016

Ауырып  китеү  арҡаһында     эшкә сыға  алмау  һымаҡ  хәл  менән  күптәр таныш.  Ундай  көндәрҙә ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ  ҡағыҙын  алабыҙ,  һауыҡҡас  ҡына  эшкә  сығабыҙ.  Был  документ  нигеҙендә эштә  булмаған  көндәр  өсөн  аҙмы-күпме  пособие  түләнә.  Бөгөн   беҙ  халыҡ  телендә  больничный  булараҡ  билдәле  булған  документты  юллау,  уның  буйынса  түләүҙәргә  бәйле  ҡайһы  бер  нескәлектәрҙе  асыҡларға  тырышырбыҙ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 0..2°C
иртән 0..-2°C
көндөҙ 3..5°C
кис -1..1°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.