Беҙҙең проекттар

06.06.2016

Бөгөнгө сығарылыштан сит илдәрҙән яҙып алып ҡайтҡан интервьюлар аша Италияла, Испанияла йәшәүсе ватандаштарыбыҙҙың әңгәмәләрен тыңлап, үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәт туплай алғанһығыҙҙыр. Бәхетте сит ерҙән эҙләргә түгел, ә үҙ илеңдә булдырырға кәрәк. Әммә шуларҙы аңлау өсөн, үҙ илеңдең ҡәҙерен белеү өсөн, бәлки, кемдәргәлер, ситкә сығып килеү ҙә яҙыҡ булмаҫ.

30.05.2016

Тапшырыуҙың бөгөнгө сығарылышында Италиянан Башҡортостанға килеп, пицца бешереүсе булып эшләп йөрөүсе наполитанец Маурицио Тиккарди менән танышырһығыҙ.

25.04.2016

Бөгөнгө сығарылышта беҙ сит илдәргә барып йәшәп ҡайтыусы яҡташыбыҙ Фәнис Ғабдулла улы Минибаев менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

11.04.2016

Бөгөн беҙ алыҫ Испания һыуын эсеп, сит мөхит ашын ашып, кешеләре менән аралашып, урамдарын гиҙеп, Испания иленең ниндәй икәнлеген үҙ күҙе менән танып-белеп, аҡса эшләп ҡайтыусы яҡташыбыҙ Айһылыу Кәримова танышырбыҙ.

04.04.2016

Бөгөн һеҙҙең иғтибарығыҙға алыҫ Испания тарафтарында йөрөп ҡайтыусы яҡташыбыҙ Фәриҙә Маскова менән әңгәмә тыңлағыҙ. Ул сығышы менән Баймаҡ районы Ғәле ауылынан, бөгөнгө көндә Сибай ҡалаһында йәшәй.

28.03.2016

Бөгөнгө тапшырыуҙа Баймаҡ районы Төркмән ауылынан сыҡҡан яҡташыбыҙ Гөлнара Хөсәйенова менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Италияға сығып киткәндә аҡсаһы булмағанлыҡтан, ул ата-әсәһенең ауылдағы өйөн ҡуртымға биреп сығып китә. Уның Италиялағы артабанғы яҙмышы хаҡында тыңлайыҡ.

14.03.2016

Яҙмыш... Кеше яҙмышы... Ғүмер иткәндә һәр кем үҙ юлында килеп сыҡҡан көрсөк менән көрәшеп, алға ынтыла һәм, уңышҡа өлгәшә. Сит илгә сығып киткәндәрҙең яҙмышында булған хәл-ваҡиғалар уларға этәргес көс булып, ситкә сығып китергә мәжбүр итә.

07.03.2016

"Ни тиһәң дә, тыуған төйәк ул изге төйәк, бер ваҡытта ла ул онотолмай, ғүмер буйына үҙенә магнит кеүек тартып тора" - тип әйтә бөгөнгө әңгәмәсебеҙ Италияның көнъяғында Неапольда йәшәүсе Башҡортостан ҡыҙы Лира Юлдашбаева.

01.03.2016

Эйе, һәр саҡ алсаҡ йылмайған ҡояшлы Италияның йылы һауаһы, зәп-зәңгәр диңгеҙҙәре уларҙы ҡолас йәйеп ҡаршы ала, ә йомарт халҡы ысын күңелдән ярҙам ҡулы һуҙа уларға.

22.02.2016

Ни тиһәң дә, балыҡ эҙләй тәрәнерәк һыуҙы, кеше эҙләй ҡайҙа һәйбәт тормошто...Халыҡ мәҡәлдәрендә һәр ваҡытта ла хаҡлыҡ бар.

08.02.2016

Бөгөнгө көндә байтаҡ ватандаштарыбыҙ ситтә йәшәй. Һәр кемгә мәғлүм: кемдәрҙеңдер атаһы, йәиһә ағаһы, улы Себер тип эшкә китә, ә кемдәрҙеңдер ҡатыны, әсәһе, ҡыҙы сит илгә эш эҙләп юллана. Нужа йөрөтә әҙәм балаһын ситтә. Тапшырыуҙа тыуған ил төшөнсәһен тулыраҡ асырға булышлыҡ итерҙәй яҙмыштар тураһында бәйән итербеҙ.

01.02.2016

Бөгөн  ватандаштарыбыҙҙан күптәр  сит  дәүләттәрҙә  йәшәй. Башҡорт халыҡ йырҙарында  йырланылғанса,  үҙ төйәген  һағынып  илаған Зөлхизә, Зөлхәбирәләр  ҙә етерлек. Ни сәбәптән улар тыуған илен ҡалдырып ситкә сығып китергә мәжбүр? Уларға ғәзиз кешеләре, балалары, ҡартайған ата-әсәһе йәл түгелме ни?

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -9..-11°C
көндөҙ -5..-7°C
кис -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.