Беҙҙең проекттар

11.06.2016

,,Халҡыма хеҙмәт иттем,, шулай тигәйне Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғалим, бик күп уҡытыусыларҙың остазы ӘМИР ХӘБИБУЛЛА УЛЫ ФӘТИХОВ. Ул да дәһшәтле яу юлдарын үтеп, дошманды еңеп ҡайтып беҙгә тыныс тормош бүләк итеүсе ҡаһармандарҙың береһе булды. ,,Яҙмыштарҙа- ил тарихы,, тапшыуырында яңыраҡ ҡына арабыҙҙан киткән яугирҙең хәтирәләре барлана.

10.06.2016

Яугир Хәлфетдин Ишморатов Бөрйән районынан. Фронттан иҫән ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе.

06.05.2016

Фронтовик Сабирйән Исмәғилев Белорет районы Һуйыр (хәҙер бөткән) ауылында тыуып үҫкән.Уның кинйә улы- Ғаян Исмәғилев Кемерово яҡтарында төпләнеп әлеге мәлдә ,,Урал,,башҡорт милли үҙәген етәкләй.
Нәҡ ошо үҙәктә уртаҡ ниәт, бер уй менән Бөйөк Еңеү байрамдарына әҙерләнеүҙәр бара. Мәҫәлән, хәбәрһеҙ юғалған яугир туғандарҙы, атайҙар тураһында мәғлүмәттәрҙе интернет селтәре аша табыу. Әңгәмәсебеҙ ҙә үҙе был йәһәттән өлгө булып тора....

08.04.2016

Яҙ менән бергә Еңеү көнө лә етә. Яуҙан еңеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе- элекке Йомағужа районы Үрге Таш ауылынан Тимерғәле Имелбаев. Һуғыштан һуң , тыныс тормошта йорт- илде аҡҡа баҫтырыуҙа эштең һәр төрлөһөндә эшләй, бригадир ҙа була. Өлгөлө ғаилә, маҡтаулы ир- уҙаман, хөрмәтле ил ағаһы йәшенә етә. Уның яу һәм топмош юлы хаҡында барған хәтирәләрҙе Ялта ҡалаһында йәшәүсе ейәне Даларис Имелбаев һүтә.

25.03.2016

Көйөргәҙе еренән һуғышҡа 10 меңдән ашыу кеше киткән, дүрт меңе әйләнеп ҡайта алмаған. Биш мең кеше орден-миҙалдарға лайыҡ булһа, алты кешегә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән, бер фронтовик – Дан орденының тулы кавалеры. Райондағы ауылдарҙа 32 обелиск, 20 таҡтаташ (шуларҙың 12-һе – һуғыш ветерандарына) асылған. Тыл фронты һалдаттары ла Еңеүҙе яҡынайта. Һуғыш осоро балалары өлкәндәр рәтенә баҫа. Уларҙың береһе - Ялсыҡай ауылынан МӘРЗИӘ МӘЗИТ...

20.02.2016

        Быйыл дәүләт һәм хәрби эшмәкәр, башҡорт халҡының данлы улы Муса Мортазиндың тыуыуына 125 йыл. Ошо уңайҙан БР Милли музейының конференц-залында түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты үткәргән сара Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек сиктәрендә барҙы.

        Өфөлә, арҙаҡлы шәхестең тыуған яғында, башҡа тарафтарҙа ла йыл дауамында төрлө саралар үткәреү...

27.01.2016

     Борондан йорт-ил хәлдәрен барлауҙа күмәк аҡылға таянып хәл итеү, киләсәккә уй-ниәт ҡорғанда халҡыбыҙ өсөн бер ҡорға йыйылыу етди урын алып торған. Бөгөн дә ер-көн мәсьәләләрен уртаға һалып һөйләшеү йолаһын дауам итеп төрлө саралар ойошторола. Һәр осрашыу ҡайҙа уҙһа ла: төбәктәме, ҡала, йә ауыл кимәлендәме, хатта үҙ ғаиләңдә һөйләшкәндә лә берҙәмлек нигеҙендә генә маҡсатлы була.     Тапшырыуҙарҙа алдан хәбәр итеүебеҙсә, халҡыбыҙ сираттағы...

27.01.2016

    Ерәнсә сәсән — башҡорт, ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, татар халыҡтарының уртаҡ легендар сәсәне. Ҡаҙаҡ ғалимы Әхмәт Байторсоновтың әле 1908 йылда уҡ Ырымбурҙа баҫылып сыҡҡан "Ҡаҙаҡ теле һәм аҡындар" исемле хеҙмәтенән күренеүенсә, Ерәнсә сәсән башҡорттар менән ҡаҙаҡтар сиктәш йәшәгән ерҙә, Яйыҡҡа Ҡыҙыл йылғаһы ҡойған тамаҡтағы йәйләүҙә тыуған. 1730 йылдарҙа, ҡаҙаҡ ханы Әбелхәйер идаралығы заманында, уның егет ҡорона тулып килгән сағы булған. 1911 йылда...

27.01.2016

Бөйөк Ватан һуғыш хаҡында олатайҙарҙан ишетеп кенә белһәк тә, йылдар уҙған һайын ят-бауырҙарҙан төрлө фекерҙәр ишетелеп ҡалһа ла, шул осор киләсәккә бер һынау булып тора. Тылдағы хәл-ваҡиғаларҙы һорашыу, яугирҙәр һәм уларҙың балалары менән аралашау, хәтирәләр барлау - һәр кемдең бурысы. Краснокама районы Иҫке Йәнгегет ауылынан һуғыш йылындағы үҫмер, Социалистик хеҙмәт геройы Барый уҙамандан атаһы ҒАФФАН ҒҮМӘР улы Fүмәров хаҡында һорашыуыбыҙ шу...

27.01.2016

Мөхәммәтша Абдрахман улы Буранғолов - XX быуатта башҡорт рухи донъяһында иң күренекле, үҙәк урында торған шәхестәрҙең береһе, башҡорт әҙәбиәтенең классигы, шағир, драматург, фольклорсы. Башҡортостандың халыҡ сәсәне, Ырымбур уҙаманының хәҙерге Баймаҡ тарафына барып "Урал батыр" эпосын яҙып алыуына - 105 йыл тулыуға бәйле тапшырыу тыңлағыҙ.

27.01.2016

Ҡарабай батыр - Салауат Юлаевтың көрәштәштәренең бере,яу етәксеһе. Тыуған яғы- әлеге Әбйәлил районы. Батыр хаҡында вариҫтары архив сығанаҡтары тапҡан, хәтирәләр йыйған.

27.01.2016

1773 - 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында иҫән ҡалған яу етәкселәренең, яугирҙәренең дә исем-аты асыла башланы. Уларҙың береһе - БҮГӘС полковнигы- старшина Илсеғол батыр Этҡолов.Ул - әлеге төньяк- көнсығыш райондарында тыуып үҫкәндәре батырҙарҙың береһ. Бөгөнгө Мәсетле районына юл төшкәндә үҙ төйәгендә билдәле ир- уҙаман батырҙар вариҫы, тарихсы Марат Fафаров менәнән Әй буйындда тыуған батырҙың тормошо, яу юлы хаҡында һөйләштек.

27.01.2016

1773 - 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында иҫән ҡалған яу етәкселәренең, яугирҙәренең дә исем-аты асыла башланы. Уларҙың береһе - БҮГӘС полковнигы- старшина Илсеғол батыр Этҡолов.Ул - әлеге төньяк- көнсығыш райондарында тыуып үҫкәндәре батырҙарҙың береһ. Бөгөнгө Мәсетле районына юл төшкәндә үҙ төйәгендә билдәле ир- уҙаман батырҙар вариҫы, тарихсы Марат Fафаров менәнән Әй буйындда тыуған батырҙың тормошо, яу юлы хаҡында һөйләштек.

27.01.2016

Зәки Вәлиди көрәштәштәре- Ҡарамышевтар тарихта билдәле. Милли хөкүмәт етәкселәренең береһе-әлеге Ишембай районында тыуған арҙаҡлы шәхестең тормош юлы хаҡында тарихсылар өйрәнгән, нәҫелдәштәрендә хәтирәләр әле лә йәшәй. Шәжәрәләре лә билдәле. Тапшырыуҙа һүҙ шул турала бара.

27.01.2016

Ул-Башҡорт теле белгесе, филология фәндәре докторы, бик күп төрки телле республикаларҙа билдәле тел тарихы буйынса танылған һәм Төркиә, Ҡабарҙы-Балҡар Респуб¬лика¬һы, Ҡаҙағстан менән тығыҙ ғилми бәйләнеш булдырған. Йәнә филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы тигәндә һәр ғалим Эрнст Фәйзрахман улы Ишбирҙинды әйтә. Кемдер “Башҡортостан ҡоштары” китабы...

27.01.2016

Әлеге Хәйбулла районы Вәлит ауылы тәбиғәте менән бер аҙ ҡырыҫыраҡ та. Йәйге һәм ҡышҡы селлә мәлдәрендә башҡа тарафтан килеүселәр өсөн көн шарттары үтә аяуһыҙ һымаҡ тойола. Уның ҡарауы, шунда йәшәгән халҡының күңеле сикһеҙ далаларындай иркен. Нәҡ ошо ауылда  Ғатаулла ишан тыуып үҫкән һәм ергә ҡайтҡан, йәғни ерләнгән. Ул - атаҡлы Зәйнулла ишандың замандашы, рухташы.  Шөкөр, шәхестең вариҫтары ул ауылда донъя көтә һәм районда уңғанлыҡтары менән б...

27.01.2016

Ҡан ҡанды тарта, нәҫел нәҫелде таба тигәндәр, борон. Дөрөҫтөр. Әле йәмәғәтселеккә киң билдәле булған кемде генә алһаң да, һәр береһе тейерлек билдәле шәхестәребеҙҙең нәҫелдәше,йә иҫән ҡалған вариҫы. Башҡортомдоң бөйөк ғалимы, республика етәксеһе Зәки Вәлидиҙең дә Башҡортостанда ҡалған ҡандаш- туғандары байтаҡ булыуы һәр кемгә мәғлүм. Бөгөн фәҡәт уның нәҫелдәштәренең береһе тураһында һүҙ алырбыҙ. Ул - ирҙәр тартҡан йөккә егелгән әсә һәм ҡатын,...

22.01.2016

Әҙәбиәтебеҙҙә прозаик-яҙыусы булараҡ танылыу алған, әҙәбиәт ғилеме һәм фольклор буйынса төплө белгес, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, педагог. Мәктәптәр һәм юғары уҡыу йорттары өсөн тиҫтәләгән дәреслектәр, уҡыу-уҡытыу әсбаптары, ике йөҙҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы тигәндә ошо даирәлә үҙе лә ҡайнап йәшәгән эшмәкәр ҙә, телһөйәр һәр кем дә
Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев тураһында һүҙ барыуын әйтә. Баймаҡ районын...

28.11.2015

     Екатеринбург башҡорттары һәм уларҙы бер ҡорға туплаусы тигәндә, йәмәғәтселек эше менән ҡыҙыҡһынған, үҙе лә әүҙем ҡатнашҡан замандаштарыбыҙ бер һүҙҙән Свердлау тарафтарында йәшәүсе Фәйемә Фәхретдин ҡыҙы Йосопованы әйтер. Яҙмышының һәр көнөндә лә халҡы менән бергә атлаған аҫыл зат, ҡатай ырыуы ҡыҙының эшмәкәрлеге менән таныштырабыҙ.

24.07.2015

Күрше тарафтағы, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә йәшәйеше, тормошо хаҡында киң мәғлүмәт сараларында бермә - бер яҡтыртыла, тапшырыуҙарҙа бәйән ителә килә. Башҡорттар" тапшырыуы ла сит өлкәләрҙә йәшәгән ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең хәле, көнкүреше, йәшәйеше тураһында даими таныштырып бара. Өлкәнең Красногвардейский, Алекса́ндровка райондарында йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең көнитмеше тураһында тыңларға була....

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -3..-5°C
иртән -5..-7°C
көндөҙ 1..3°C
кис -1..1°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.