Беҙҙең проекттар

03.09.2018

1981 йылда юғары уҡыу йортон тамамлаған Ғәбит Ғатинды Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр.   Йәш егет Ишембай яҡтары һылыуы Клара Әнүәр ҡыҙына өйләнеп, береһе – тел, икенсеһе – математика уҡытырға килеп төшә.  Элекке мәсет  нигеҙендәге мәктәпте күреп, иҫкелегенә иҫе китә уларҙың. Шулай ҙа Ғәбит ағай үҙе әйткәнсә, «ауыл малайы», етмәһә, ГДР-ҙа армия хеҙмәтен үтеп ҡайтҡан, тормошто күпмелер күргән әзмәүерҙәй йәш етәк...

15.08.2018

Ә. Муллағолова:

         - Ер йөҙөндә рух илселәре була.  Һүҙ менән эш иткән яҙыусылар, актерҙар, уҡытыусылар   – барыһы ла беҙгә яҡты рух өләшә, иман нуры тарата. Шулар араһында ҡулға ҡәләм тота белә башлағандан алып беҙҙең күңелдәргә изгелек орлоҡтары сәсеүселәр – улар уҡытыусылар.  Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы, Уҡытыусы ҡыҙыҡһыныусан булырға, күп белергә, ғүмер буйы эҙләнергә, рухи яҡтан үҫергә тейеш, ти.  Шуға ла ул ер шарына Ирәмәл түбәһенә...

25.06.2018

                                   Илкәйемдә шундай апайҙар бар,

                                   Бар халҡымдың рухын күтәргән,

                                   Йәнкәйҙәрен тапап уҙһалар ҙа,

                                   Юғарыраҡ улар күптәрҙән.

 

                                   Илкәйемдә шундай апайҙар бар,

                                   Бәндәбикә ише һәр бере!

...

13.06.2018

        Әнисә Муллағолова:

- Май сүлмәге тышынан билдәле, тигәндәй, иркен төҙөк йорт, ишле берҙәм ғаилә күңелгә йылы бөркә. Фая ата-әсәһе, ике өләсәһе, туғыҙ туғаны араһында үҫкән. Итәғәтле,  яғымлы,  эшкә тилбер, етмәһә, матур бейей, сәнғәткә ғашиҡ.   Был күркәм сифаттарҙы Өфөлә уҡығанда ғына түгел,  ауылда ла күреп-һынап, Рәйес Вәғизов буласаҡ ҡайны-ҡәйнәһенән ҡыҙҙың ҡулын һорай. Уларҙың тиң-татыу йәшәүенә әле 46 йыл. Фая Сабит ҡыҙы ғ...

21.05.2018

Ишморат Ишмырҙа улы  торған һайын ижад үрҙәренә нығыраҡ артыла. «Башҡортостандың  арҙаҡлы шәхестәре» серияһынан Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Кинйә Арыҫланов, Муса Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Харис Йосоповтарҙың  үлемһеҙ образын монументаль композиция-барельевтарҙа кәүҙәләндерә. «Мысыр илендәге һындар 4-5 мең йыл буйына ярсылмай үҙгәрешһеҙ тора. Шуның һымаҡ мин эшләгән барельефтар ҙа ныҡ булһын тип тырышам: махсус балсыҡты үҙебеҙг...

09.05.2018

    Илем, ерем, халҡым Бөйөк Еңеүҙең 73-сы яҙын ҡаршылай... Дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәреүселәр йылдан-йыл кәмей. Улар хаҡында ла хәтер генә ҡала. Әммә тиҫтәләрсә миллион ҡорбан килтергән һуғышты, үҙ иленең тарихын, атай-олатайҙарҙың батырлығын бөгөнгө быуын белеп йәшәргә тейеш. Тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, “Юлдаш” радиоһы Бөйөк Еңеү көнө алдынан “Еңеү алмағастары” ултыртты. Ошо йылы саранан әҙерләнгән “Йәшәү йәме” сығ...

08.05.2018

Донъяла яҡты күңелле, нур бөркөп торған кешеләр була. Улар менән аралашҡы килә, һөйләгәндәре күңелгә рухи аҙыҡ бирә, донъя тағы ла яҡтыраҡ, нурлыраҡ булып китә…Хәйер, тапшырыу геройының исем- шәрифтәре лә нурҙан ҡойолған: Зиннур Нурғәлин ул. Хәләл ефете Ғәбтиә апай менән 1949 йылда  өйләнешкәндәр. Әле лә тиң ғүмер итәләр. Ғаиләләге өс бала ла ғилем юлын һайлаған.  Нур – юридик фәндәр кандидаты. Люциә – сит телдәр буйынса, Илдар күҙ ауырыуҙары...

21.04.2018

  “Ҡыҙ булһа, ҡыҙ булһын, йондоҙҙарға тиң булһын”, - тиелә халҡыбыҙҙа. “Замана ҡатын-ҡыҙына талаптар ҙа юғары. Ул һылыу, уңған, тормош иптәшенә, туғандарына яраусан, һөйөклө әсә лә шул уҡ ваҡытта уңышлы булырға ла тейеш”, - ти  «Йәшәү йәме» сығарылышы геройы Юлиә Бәхтиева.

14.04.2018

Инйәр - Белорет районындағы иң ҙур ауылдарҙың береһе. Инйәр ҡатайҙары төйәк иткән ер баш ҡаланан алыҫта, тау-урмандар араһында ята. “Ҡатай ғына ере ҡая ташлы, ыжғыр буранлы” тип яҙа йәнтөйәген данлап билдәле шағирә Гүзәл Ситдыҡова. Ҡырыҫ тәбиғәт шарттары урындағы халыҡтың  холҡонда ла, һөйләшендә лә сағылыш таба тиҙәр. Ә шулай ҙа шағирә һүҙҙәре менән дауам иткәндә:  “Ҡаты ергә баҫһаң — ышаныслы, ныҡлы терәп була арҡаны.”  Шуға ла инйәрҙәр “Өрө...

07.04.2018

    Һөйөү булған ерҙә бәхет бар”, - ти бөгөнгө “Йәшәү йәме” геройы  табип-аллерголог  Венера Фәрит ҡыҙы Һиҙиәтова. Изгелеге, эскерһеҙлеге, күңел бөтөнлөгө менән күптәргә өлгө булған һоҡланғыс ханым менән уның йәшлек йылдарына сәйәхәт ҡылырбыҙ.

07.04.2018

    Һөйөү булған ерҙә бәхет бар”, - ти бөгөнгө “Йәшәү йәме” геройы  табип-аллерголог  Венера Фәрит ҡыҙы Һиҙиәтова. Изгелеге, эскерһеҙлеге, күңел бөтөнлөгө менән күптәргә өлгө булған һоҡланғыс ханым менән уның йәшлек йылдарына сәйәхәт ҡылырбыҙ.

07.04.2018

    Һөйөү булған ерҙә бәхет бар”, - ти бөгөнгө “Йәшәү йәме” геройы  табип-аллерголог  Венера Фәрит ҡыҙы Һиҙиәтова. Изгелеге, эскерһеҙлеге, күңел бөтөнлөгө менән күптәргә өлгө булған һоҡланғыс ханым менән уның йәшлек йылдарына сәйәхәт ҡылырбыҙ.

07.04.2018

    Һөйөү булған ерҙә бәхет бар”, - ти бөгөнгө “Йәшәү йәме” геройы  табип-аллерголог  Венера Фәрит ҡыҙы Һиҙиәтова. Изгелеге, эскерһеҙлеге, күңел бөтөнлөгө менән күптәргә өлгө булған һоҡланғыс ханым менән уның йәшлек йылдарына сәйәхәт ҡылырбыҙ.

24.03.2018

Рәлиә Аратованың ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныуы бала саҡтан. Мәхмүзә Ханнан ҡыҙы менән Дамир Әхмәтвәли улы Шәғәлиевтар ғаиләһендә өс ҡыҙ үҫә. Ата-әсәләре уларҙың тегеү, сигеү, бәйләүгә булған ҡыҙыҡһыныуын хуплап тора. 

13.03.2018

Залина Усманованың Сибай театрында эш башлауы көтөлмәгәнсә килеп сыға. Туғанының туйында йөрөгәндә саҡыртып алалар уны... Үткән йыл ул "Ҡатын-ҡыҙ ролен иң яҡшы башҡарыусы" исеменә лайыҡ була...

10.03.2018

Ул мәктәптә уҡыу алдынғыһы булырға ынтылмаған, тәүге юғары уҡыу йортонда ла төп шөғөл – белем эстәүгә ҡарағанда спортты өҫтөнөрәк күргән. Уның ике-өс йылда ғына оло ҡаҙаныштарға ирешеүе күптәрҙе таң ҡалдыра. Тапшырыу йәш замандашыбыҙ Илфат Байназаровтың дуҫтары һәм рухташтары менән тормошҡа ашырған ҡыҙыҡлы проекттар, уңышҡа илткән юл тураһында.

03.03.2018

Уҡытыусы булыу был тормошта һәр кемгә лә бирелмәй тиҙәр. Балаларҙы ихлас яратҡан, күңелен уларға биргән күркәм шәхестәр уҡытыусылыҡ эшендә уңыштарға ирешә. Йәшәү йәмен яратҡан эшендә тапҡан уҡытыусыларҙың береһе, йәш әҙибә Әлиә Саматова – тапшырыуыбыҙ геройы.

21.02.2018

«Минең атай фронтовик ине. Ғазаптар-михнәттәр аша яуланған Еңеү хаҡын беҙ, 9 балаһы, 23 февраль йә 9 май кеүек байрамдарҙа ғына түгел, һәр ваҡыт хәтерҙә тотабыҙ,  ти ул.  Ошо инаныуҙарыбыҙ  хәҙер  ир ҡорона ингән игеҙәк улдарыбыҙ – Иштуған менән Айтуғанға, кесе улыбыҙ Артурға ла  күсте, уларҙың балаларына  ла изге хәтер һеңер»,– тип йәшәй Әлфиә  һәм Таһир Ишбаевтар.  

 

13.02.2018

Әсә - бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуға;
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,
Бөтә күрке әсә булыуҙа.         

Шағир Һаҙый Таҡташтың әсә бөйөклөгөн данлаған ошо шиғри юлдары бала үҫтергән, уларға матур тәрбиә биргән бар әсәйҙәргә лә тура килә. Әсәй булыу – мөһим эш тибеҙ. Ошо эште лайыҡлы атҡарғандар араһында Белорет районы Йөйәк ауылы ағинәйе Хәсбиямал Сибәғәтуллина ла бар. 

02.02.2018

Ҡурай моңо… Халҡыбыҙҙың зары-һағышы ла, дәрте - дарманы ла күскән был  моңға… Тарихтың сал саҡрымдарын яҡтыртыр хәтер нуры бит ул.   60- ҡа артылырға торған Нурғәли Кейекбирҙин уны тап шулай ҡабул итә, уның Башҡорт иленә ҡурайсылар  тәрбиәләүенә быйыл– 40 йыл! Бала сағында Баймаҡ, Йылайыр сәхрәләрендә атаһының ҡурай моңон тыңлап, йөрәк аша кисереп үҫкән ул...(Әнисә Муллағолова)  

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -4..-6°C
төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.