Беҙҙең проекттар

14.04.2017

35 йәш. Мәләүез. Өфө сәнғәт училищеһының башҡорт уйын ҡоралдары бүлегендә белем алған. Һуңынан БДУ-ның Башҡорт филологияһы факультетын тамамлаған. Мәләүез ҡала Мәҙәниәт һарайында эшләй. Беренсе асыҡ республика ҡумыҙсылар конкурсында 3-сө дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булған. 2007 йылда Ф.Ғәскәровтың 85 йыллығына арналған йыр башҡарыусылар конкурсында диплом алған.

13.04.2017

Ҡырмыҫҡалы районынан. Музыкаль белеме юҡ хәлдә лә, педучилищела баян классында уҡыған. Мәҙәниәт йортонда вокалдан уҡыта, төрлө ансамблдәрҙә сығыш яһай, уларҙы үҙе лә ойоштора. Ҡыҙы Әлфиә Мәскәү, Ҡазан сәхнәләрен яулай, яңғыҙ концерт программаһын булдырған.

12.04.2017

Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан. 44 йәш. Ҡырыҫ төбәктән булһа ла, яғымлы, лирик, күңелгә үтеп инерлек йырҙар ярата. Йыр конкурсында беренсе тапҡыр ҡатнаша. Һатыусы булып эшләй. Златоуст сәхнәләрендә йыш ҡына сығыш яһай.

11.04.2017

Ишембай ҡалаһынан. 39 йәш. Бөрйәндә тыуған. Полицияның өлкән лейтенанты, взвод командиры. Өс бала әсәһе. Ишембай сәнғәт мәктәбендә йырҙан уҡыта, бик күп халыҡ-ара конкурстар лауреаты.

10.04.2017

23 йәш. Өфө ҡалаһы. Тыуған яғы - Ҡыйғы. 3-сө класс Башҡортостандың кадет фонды стипендияһына эйә, 2008-се йылда ЮНЕСКО артисы, Мәскәүҙә, Ҡазанда үткән конкурстарҙа ҡатнашҡан, джаз-фестивалдәрендә урын алған. 2008-се йылда Шаляпин конрурсы лауреаты, Салауат Низаметдинов исемендәге конкурста беренсе урын алған. Ҙур йырсы булып китергә хыяллана.

07.04.2017

18 йәш. Ауырғазы районынан. Авиация техникумында белем ала, буласаҡ авиадвигателдәр төҙөүсеһе. Параларҙан тыш, вокал менән шөғөлләнә, синтезаторҙа, гитарала уйнарға өйрәнә. Футбол, хоккей менән шөғөлләнә.

06.04.2017

Балтас районынан. 48 йәш. Моряк. Һөнәрмән спортсы. Стәрлетамаҡ физкультура институтында уҡый, һуңынан Бөрө академияһында белем ала. Бөгөн саңғыла уҙышыу буйынса тренер, балаларҙы тәрбиәләй. 3 йыл буйына Хәрби Дингеҙ флотында Тымыҡ океанды иңләй, водолаз була. "Океан бөгөн дә төштәремә керә", - ти ул.

05.04.2017

28 йәш. Мәләүездән. Музыкаль белеме юҡ. Күберәк популяр йыр жанрында йырлай, әммә һуңыраҡ лирик һәм халыҡ йырҙарына өҫтөнлөк бирә башлаған. "Йырҙан энергия урғылырға тейеш, әммә барыбер оноторға ярамай: йыр булғас, уның мотлаҡ мәғәнәһе булырға тейеш", - ти ул. Бала саҡтан бокс менән шөғөлләнә, дзюдоға йөрөй. 

04.04.2017

30 йәш. Ейәнсура районынан. Салауат музыка колленджының хор бүлеген тамамлаған. Балалар баҡсаһында музыканан уҡыта. Ике бала әсәһе. Төрлө йыр бәйгеләрендә үҙен һынап ҡарай. Салауатта "Һылыуҡай" конкурсында ла урын яулаған. 

03.04.2017

18 йәш. Баймаҡ районы ҡыҙы. Музыка мәктәбендә хор классын тамамлаған. Әлеге мәлдә Сибай сәнғәт колледжында белем ала, сәнғәт мәктәбендә уҡытырға ла өлгөрә. 6 йәштә "Буранбай көндәрендә" 2-се урын ала, 2016 йылда Баймаҡ районы исеменән "Ашҡаҙар таңдарында" булып ҡайта, "Звезды белоречья" бәйгеһендә 1-се урын яулай. "Вошебство звука" Бөтә Рәсәй конкурсында, Салауат Низаметдинов исемендәге йыр бәйгеһендә үҙен һынап ҡараған.

30.03.2017

Бер нисә йыл элек "Юлдаш йыры"нда ҡатнашҡан Әлшәйҙән Фәнзил Шәриповтың тормош иптәше. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһынан. 47 йәш. Оҙаҡ йылдар музыкаль педагог булып эшләй.

29.03.2017

Баймаҡ районынан. 20 йәш. Үҙе тураһында: "Мин универсал", - ти. Джаз, ретро, рок, поп, классика һәм башҡа жанрҙарҙа ижад итә. 

28.03.2017

Әбйәлил районынан. 29 йәш. Асҡар килене.Үҙе Баймаҡтан. Сибай институтының музыка факультетын тамалаған. Вокал буйынса белеме юҡ. Ҙур сәхнәгә күптән сыҡҡаны юҡ. Байрамдар ойоштора, тамада булып эшләй.

24.03.2017

Буласаҡ актер Филүзә Рәшитова. Өфөнән. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге музыкаль гимназия-интернатында 5-се класстан алып флейта классында уҡыған. Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ бүлегендә уҡый.

23.03.2017

Баймаҡ районынан, Сибайҙа йәшәй, 31 йәш. Учалы училищеһында думбыра класында уҡый. Йыр менән электән мауыға. Халыҡ йырҙарын айырыуса ярата. 4 бала әсәһе. Өҫтәүенә, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә методист булып эшләй, йырҙар яҙҙыра, шиғырҙар яҙыштыра. Бер туған апаһы Сулпан Кейекбирҙина уға: "Йырлама,сәнғәт тормошо ауыр", - тине гел. Ә әсәһе "Һин өҙөлгән моңдо кире ялғарға тейешһең,мин һиңә ышанам", - тип ҡанатландырып ебәрә.

22.03.2017

Ауырғазы районы Усман ауылы егете. Стәрлетамаҡ индустриаль колледжын тамамлаған. Студент. Киләсәк тормошон бары тик музыка менән күҙ алдына килтерә. Әле ауыл хужалығы сәнәғәте оҫтаһы тигән һөнәргә уҡып йөрөй.

21.03.2017

41 йәш. Йылайыр районы Һабыр ауылынан. Сәнғәт институтында ике йыл ғына уҡып ҡала. Йәштәштәре армияға алына башлағас, үҙе генә айырылып ҡалғыһы килмәй, айырыуса ҡыҙҙарҙан уңайһыҙланып хәрби хеҙмәткә китә. Һәм беренсе Чечен кампанияһына эләгә. Бөгөн Һабырҙа матур тормош көтә. "Душауай" халыҡ фольклор ансамблендә музыкаль оҙатыусы, район, ауылдағы бар сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

20.03.2017

«Гөлләмә” ансамбле. Хәйбулла районы Аҡьяр ауылы. 2008 йылда барлыҡҡа килә. Люциә Фәйзуллина -уҡытыусы, Рәсимә Динисламова - балалар баҡсаһында эшләй, Альбина Үтәмешева - комендант, Гөлназ Тимербаева страховкалау белгесе һәм Нәзифә Ҡыҙрасова - район мәҙәниәт йорто методисы. Бик күп сараларҙың уртаһында, байрамдарҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар.

17.03.2017

29 йәш. Сибай. Тәүҙә Учалы сәнғәт училищеһын баян бүлеген, артабан Сибайҙа музыка факультетын тамамлаған. Балалар баҡсаһында музыка етәксеһе булып эшләй. «Шул эш тип янам,сценарийҙар руссанан башкортсага әйләндерәм,йырҙар эҙләйем” ти ул. Интернетта айырым төркөмө лә бар. "Балаларға башҡорт йырҙары" тип атала. Вокал белеме юҡ. "Йыр иң беренсе кешенең күңеленә үтеп керергә тейеш.Ул утһен өсөн бөгөнгө көндөң талабына яуап бирергә тейештер,ә талап...

16.03.2017

Музыкаль белеме юҡ. 5 йәштән йырлай. Силәбе сәнгәт академияһында режиссура бүлеген тамамлаған. Быйыл тап үҙе яҙған йырҙары менән конкурста ҡатнаша. Конкурсантыбыҙ башҡарған эштәр күп: "Байыҡ"та дипломат, райондағы бар сараларҙың уртаһында ҡайнай, үҙе байрамдар ойоштора. Хәҙер килеп үҙе йыр яҙырға тотонған.  Девизы: "Сәхнә - минең яҙмышым".

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 15..17°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 19..21°C
кис 17..19°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.