Беҙҙең проекттар

15.03.2017

Федоровка районынан. 23 йәш. Бер конкурста ла ҡатнашмаған, ҙур сәхнәләрҙә йырламаған.  Музыкаль белеме юҡ. Себерҙә тир түгә. Ҡурай мәктәбен, Салауат индустриаль колледжын тамамлаған. Эштән ҡайтҡан арала йырҙар ижад итеп район кимәлендә концерттарҙа, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып йөрөй. Бәләкәйҙән үк йыр-моңға,ҡурай моңона ғашиҡ булып үҫә. «Шул саҡтан уҡ танылған йырсы булырға хыялым бар ине, тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормош юлында төрлө сәбәптәр айҡанлығында сәнғәт юлы буйынса маҡсатыма ирешеп булманы”, - ти.

14.03.2017

40 йәш. Учалынан. Нефтекамала йәшәй һәм эшләй. "Учалы серле, бай тәбиғәтле төбәк", - ти Айрат. Йырҙарға килгәндә, үҙебеҙҙең моңло башҡорт халыҡ йырҙарына, башҡорт эстрада йырҙарына өҫтөнлөк бирә. Ҡумыҙ буйынса бәйгелә еңеүсе. Республика һәм халыҡ-ара конкурс, фестивальдәрҙә ҡатнашыусы. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумының театр факультетын тамамлаған. Силәбе мәҙәниәт һәм сәңғәт академияһында социаль-мәҙәни эшмәкәрлек менеджеры  һөнәрен алған. 18 йыл инде үҙе йырҙар ижад итә. Йырҙарҙан көс, тыныслыҡ, рухи көс ала. "Йыр - ул минең өсөн хобби ла, ауыр ваҡыттарҙа ярҙам итеүсе лә булып тора", - ти.

13.03.2017

23 йәш. Әбйәлил районынан. Ҡазан консерваторияһында вокал бүлегендә белем ала. "Ситтә уҡыуҙың плюстары ла, минустары ла бар", - ти Нурзиә. Итальян, инглиз телдәрендә йырлай. Нурзиә әйтеүенсә, уға көнө төнө йырларға, үҙ өҫтөндә эшләргә тура килә. Ә төп маҡсаты - "Травиата" операһынан Виолетта партияһын йырлау. "Йырсы үҙенең ижади менән ҡәнәғәт булырға тейеш түгел, сөнки ижадынан ләззәт ала башланымы, ул бөттө, юҡҡа сыҡты тигән һүҙ", - ти Нурзиә.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 13..15°C
иртән 14..16°C
көндөҙ 22..24°C
кис 21..23°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.