Беҙҙең проекттар

20.03.2016

Кешелек йәмғиәтенең тарихы меңдәрсә йыл килеүгә ҡарамаҫтан, халыҡтарҙың бер-береһенә мөнәсәбәтендә үҙгәрешһеҙ ҡалған нәмә бар: донъяла көслөләрҙе, үҙ мәртәбәһен юғары тотоусыларҙы ғына хәрмәт итәләр. Дәүләт-ара мөнәсәбәттәрҙә мөкиббән киткән дуҫлыҡ та, ғүмерлеккә һуҙылған эскерһеҙ иптәшлек тә булмай. Сәйәсәт - эгоистик мәнфәғәттәргә һәм цинизмға ҡоролған өлкә.

05.05.2015

"Мин симфонияны ун ике йәшемдә, ауыл Советы эргәһендәге бағанға эленгән репродукторҙан ишеттем. Уны һәр көн тапшыра торғайнылар. Фронтта полкташым уны фортепьянола уйнап ҡыуандыра торғайны", тип күңелен аса Мөхлис ағай Башҡортостанға Германиянан килгән ҡунаҡтарға. Уның  яратҡан композиторҙары - Бах, Гендель, Штраус, Мендельсон, Шуберт, Бетховен. Әммә  Марсель Ҡотлоғәлләмовтың "Болот ала, яуын ҡала" тип исемләнгән очерегының геройы һис тә сәнғәт кешеһе түгел, ә яу юлдарын үткән, һуңынан республикабыҙҙа ауыл хужалығын күтәреүгә күп көс һалған Мөхлис Шакиров. 

01.09.2014

"Сиҙәм – иҡтисади фактор ғына түгел. Ул халыҡтар дуҫлығы, туғанлығы һәм берҙәмлегенең сағыу бер кәүҙәләнешенә, халҡыбыҙҙың рухи ҡеүәтенә һәм хеҙмәт батырлығына күтәрелгән һәйкәлгә әүерелде…"

04.08.2014

Көнсығыш һәм Көнбайыш мөнәсәбәттәре, донъя сәйәсәте солғанышындағы Рәсәйҙең хәҙерге хәлдәре, илебеҙ халҡының бөгөнгө көнитмешенең Европа илдәре һәм Американың уҙған быуаттың тәүге яртыһындағы көрсөклө йылдары менән оҡшашлығы.

Публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың уйланыуҙары.

16.06.2014

Илдә дәүләт власының бойомға ашырылыу механизмы хаҡында Рәсәй Федераль Йыйылышының Федераль советы ағзаһы Рафаил Зиннуров менән әңгәмә.  

04.06.2014

1989 йылдың 3 июне. Оло Теләк ҡасабаһы тимер юлында Адлер-Новосибирск, Новосибирск-Адлер  маршруттары менән елдереүсе ике пассажир поезы бер-береһе менән осрашып, көслө шартлау яңғырай. Меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Француз ғалимы Пьер Буаст "Башыбыҙға ҡаза үҙебеҙҙең ғәйеп арҡаһында килә, "- тигән. Был ысындан да шулай микән, әллә тәҡдирҙең ҡушыуымы?  Нисек кенә булмаһын,  бына инде  25–се йыл  ошо көндә  был фажиғә шаһиттары, туғандарын юғалтҡандар Иглин районына юл ала, Хәтер көнө митингында ҡатнаша. 

...

03.06.2014

Публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың уйланыуҙары.

12.05.2014

Публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың уйланыуҙары.

06.05.2014

Публицист Марсель Ҡотлоғәлләмовтың уйланыуҙары.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -17..-19°C
иртән -9..-11°C
көндөҙ -5..-7°C
кис -4..-6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.