Главные вкладки

Киләсәкте кисә хәстәрлә

Эльвира Байназарова, Рәйсә Күзбәкова, Гөлнара Дилмәева, Руслан Биккинин

      Рәсүл Сәғитов:

      – Төп һүҙ алдынан граждандар йәмғиәтенең нимәлеген ҡабаттан ҡарайыҡ, сөнки уның менән тапшырыуға сығарылыр мәсьәлә араһында бәйлелек шикһеҙ ҙә, сикһеҙ ҙә көслө. Рәсми телдә был – ”Азат граждандарҙың һәм коммерциялы булмаған йүнәлештә үҙ ирке менән формалашҡан, дәүләт хакимлығы менән эшҡыуарлыҡтың тура ҡыҫылыуынан, башҡа тышҡы факторҙарҙан ҡурсаулы ойошмаларҙың үҙ-үҙен күрһәтеүе өлкәһе”. Йәмғиәттең сәйәси системаға талаптары һәм уға ярҙамы иләге, тип тә нарыҡлана. Артабан китһәк, граждандар йәмғиәте – кеше хоҡуҡтары яҡланыуы гаранттарының береһе.

      Граждандар йәмғиәтен үҫтереү хоҡуҡи дәүләт төҙөүҙең ифрат мөһим нигеҙе һәм уның тиң хоҡуҡлы ише лә бит ул. Рәсәй президенты Владимир Путиндың илдә граждандар йәмғиәтен тағы ла көсәйтергә кәрәклекте йыш белдергәнен беләбеҙ – уның фекеренсә, тура демократия механизмдарын киләсәктә лә киңәйтеү, граждандар активлығының ғайәт ҙур потенциалын тулы асыу, идеялар ярышын тәбрикләү хәжәт.

      Граждандар йәмғиәтенең үҙ-үҙен көйләргә тейешлеген дә күләгәлә бөгөн дә ҡалдырмайыҡ – ошо тиклем ки юғары кимәлгә күтәрелеү, даими маҡсат, оло үр, изге ниәт һәм башҡа һәйбәт сифаттар менән билдәләнеп, дөйөм ынтылыш һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырылһа – бик арыу, әлбиттә. Шулай тигәндә тормошта дәүләттең бурыстарҙы, ә беҙ уларҙы беләбеҙ, тап дәүләт булараҡ ҡына башҡарыуы дөрөҫлөгө, муниципаль хакимлыҡтың да өҫтөнә һалынғанды ғына үтәүе хаҡлығы күҙҙә тотола – ҡалғанын йәмғиәт, мөмкинсә, ҡануниәткә тулы ярашлы, үҙе башҡарһын. Дәүләт ошоноң яҡлы, теләк иғлан ҡылына ла килә, әммә функцияларҙың күпләп аҫҡа төшөүе, ҡабул ителеүе тураһында әйтергә иртәрәк әле, миҫалға урындағы үҙидараны ғына ла атау етә. 

      Быларҙы беҙ, ҡабатлап әйтәбеҙ, Конституцияға, ғөмүмән ҡануниәткә тулыһынса тура килгән ниндәйҙер яңы йәмәғәт ойошмалары барлыҡҡа килеүенә йәмғиәттең үҙендә ыңғай ҡараш булырға тейешлеккә тағы бер мәртәбә баҫым яһау маҡсатында белдерҙек.

      Һәм алдағы ярты сәғәттән әҙерәк арала Бөтә донъя башҡорттары Башҡарма комитеты ҡарамағында буласаҡ шундай берекмә – республика ата-әсәләр комиссияһы тураһында һөйләшергә ниәтләндек тә. Студияла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күҙбәкова, аталған комиссияны ойоштороу комитеты ағзалары Руслан Биккинин, Эльвира Байназарова, Гөлнара Дилмәеваны сәләмләйбеҙ.

 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.