Главные вкладки

Киң мәғлүмәт саралары – Mass Media

Йөҙ ҙә ун етенсе дәрес

Lesson One Hundred Seventeen

 

Киң мәғлүмәт саралары – Mass Media

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

 

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн киң мәғлүмәт саралары тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Киң мәғлүмәт саралары – Mass media

Телевидение – Television

Радио – Radio

Газеталар – Newspapers

Интернет – Internet

Ваҡиғаларҙы объектив сағылдырырға – to report the events objectively

Насар яңылыҡтар – Bad news

Ғәҙәти ваҡиғалар – Ordinary events

Ышаныслы мәғлүмәт – Reliable information

Белешмәләр – Background information

Мәғлүмәт сығанағы – Source of information

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Миллиондан ашыу кеше өсөн төп яңылыҡтар сығанағы – телевидение. Кешеләр телевизион хәбәрҙәрҙе ярата, сөнки барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрә ала. Һәм был ҙур өҫтөнлөккә эйә. Белеүебеҙсә, күрәм, тимәк, ышанам – The main source of news for millions of people is television. People like TV news because they can see everything with their own eyes. And that's an important advantage. Seeing, as we know, is believing.

Шулай ҙа күп кешеләр радиоға өҫтөнлөк бирә. Уны автомобилдә йәки асыҡ һауала, йәки өйҙә ниндәйҙәр эштәр менән мәшғүл булғанда тыңлауы уңайлы – Still, many people prefer radio. It's good to listen to it in the car, or in the open air, or when you do something about the house.

Газеталар ваҡиғаларҙы телевидение кеүек тиҙ еткермәй, әммә улар ғәҙәттә өҫтәмә мәғлүмәт, аңлатмалар, белешмәләр менән тулыландыра – Newspapers don't react to events as quickly as TV, but they usually provide us with extra details, comments and background information.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә радио тураһында һөйләшербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Газеталар ваҡиғаларҙы телевидение кеүек тиҙ еткермәй, әммә улар ғәҙәттә өҫтәмә мәғлүмәт, аңлатмалар, белешмәләр менән тулыландыра. 2. Миллиондан ашыу кеше өсөн төп яңылыҡтар сығанағы – телевидение. Кешеләр телевизион хәбәрҙәрҙе ярата, сөнки барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрә ала. Һәм был ҙур өҫтөнлөккә эйә. Белеүебеҙсә, күрәм, тимәк, ышанам. 3. Шулай ҙа күп кешеләр радиоға өҫтөнлөк бирә. Уны автомобилдә йәки асыҡ һауала, йәки өйҙә ниндәйҙәр эштәр менән мәшғүл булғанда тыңлауы уңайлы. 

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Mass Media

The mass media play an important role in our lives. Newspapers, radio and especially TV inform us of what is going on in this world and give us wonderful possibilities for education and entertainment. They also influence the way we see the world and shape our views.

Of course, not all newspapers and TV programmes report the events objectively, but serious journalists and TV reporters try to be fair and provide us with reliable information.

It is true that the world today is full of dramatic events and most news seems to be bad news. But people aren't interested in ordinary events. That is why there are so many programmes and articles about natural disasters, plane crashes, wars, murders and robberies. Good news doesn't usually make headlines. Bad news does.

The main source of news for millions of people is television. People like TV news because they can see everything with their own eyes. And that's an important advantage. Seeing, as we know, is believing. Besides, it's much more difficult for politicians to lie in front of the cameras than on the pages of newspapers.

Still, many people prefer radio. It's good to listen to it in the car, or in the open air, or when you do something about the house.

Newspapers don't react to events as quickly as TV, but they usually provide us with extra details, comments and background information.

The Internet has recently become another important source of information. Its main advantage is that news appears on the screen as soon as things happen in real life and you don't have to wait for news time on TV.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
көндөҙ 11..13°C
кис 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.