Главные вкладки

Коньки

Коньки өс мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Иң тәүге конькиҙар һөйәктән булған. Уларҙы аяҡ кейеменең табанына бәйләп ҡуйғандар һәм ҡулдарына осланған таяҡтар тотоп шыуыр булғандар. Ә 13 быуатта Исландия һәм Голландия тигән илдәрҙә конькиҙы ағастан эшләй башлағандар. Бындай конькиҙың шыуа торған  ҡырын үткерләнгән  металдан яһағандар. Боҙҙа шыуырға яратыусылар  500 йыл буйы шундай конькиҙа йөрөгән. 18 быуатта конькиҙарҙы тулыһынса  ҡоростан эшләй башлағандар.

Конькиҙа ҡышын туңған йылға һәм күлдәрҙең боҙонда шыуғандар. 18 быуатта  Нидерланд йәштәре конькиҙа уҙышыу буйынса ярыштар ойоштора башлай. Был ярыштарҙан һуң боҙ өҫтөндә йыш ҡына бейеүҙәр башланып китер була. Улар һуңынан хәҙерге спорт төрҙәренә — конькиҙа уҙышыуға һәм фигуралы шыуыуға әүерелә.

Йылға –күлдәрҙең боҙо шыма ғына булмағас,  конькиҙа уҙышыусылар шәп итеп йөрөй алмаған. Шулай итеп 1842 йылда Лондонда тәүге каток  яһағандар.

Хәҙерге заманда конькиҙа шыуыу  балаларҙың  да, ололарҙың яратҡан спорт  төрө. Тәғәйенләнешенә ҡарап, конькиҙар ҙа төрлө-төрлө була:  хоккей уйыны, фигуралы шыуыу,  конькиҙа тиҙлеккә йүгереү  өсөн. Шулай уҡ ял итеү конькиҙары була.  Улар йөрөргә өйрәнеү өсөн  иң уңайлыһы тип һанала.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 18..20°C
иртән 20..22°C
көндөҙ 20..22°C
кис 18..20°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.