Главные вкладки

Ҡоторған һеләүһен йөрөй

- 11.02.19 -

Башҡортостанда бер кешегә ҡоторған һеләүһен ташланған. Ваҡиға ошо көндәрҙә Баҡалы районында була. Нуғайбәк ауылында йәшәүсе бер ир балыҡтан  ҡайтып  барған, Ивановка ауылы янында уға һеләүһен ташланған, бер  ҡулын, елкәһен яралаған. Бәхеткә ҡотолоп ҡалған.

Ошо ауылдар ҡараған Яңы Урсай ауыл биләмәһе башлығы Рәмил Ҡәҙерғолов һөйләй.

- Ферма янында иптәшемә һеләүһен һөжүм итә. Был хәл төш ваҡытында була. Һеләүһен уның ҡулы менән елкәһен тешләй. Иптәшем фермаға ҡасып ҡотола, баш инженерға мөрәжәғәт итә. Инженер һунарсы була. Һеләүһенде атып алалар. Ә зыян күргән ир дауаханаға оҙатыла. Өс көндән өйөнә ҡайтарыла. Әле ул табиптар күҙәтеүе аҫтында.

Һеләүһенде экспертизаға алып барғандар, уның ҡотороу сире менән зарарланыуы асыҡланған. Республика ветеринария идаралығынан бүлек етәксеһе Линар Йыһаншин.

- Әтеп үтергә кәрәк, бөтә йыртҡыс йылы тәнле хайуандар ҡотороу сире менән ауырый. Бындай хәлдәр күптән асыҡланғаны юҡ ине. Әлеге көндә беренсе осраҡ теркәлде. Был биләмәлә карантин иғлан ителде. 

Отв. Карантин индерелгән биләмәлә малдарға вакцина эшләнә. Мал-тыуар менән сауҙа итеү, ситкә сығарыу тыйыла.


ҡаралған: 30

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..-2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.