Главные вкладки

Ҡытайға тура юл һалына

- 13.02.18 -

Башҡортостанда Ҡытай менән Европаны тоташтырған юл һалына. Был проект дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. “Европа – Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара трассаһының “Баулы – Күмертау” өлөшө беҙҙең республика аша үтә. Проект 2030 йылғаса иҫәпләнгән. Автомобиль юлы 283 километр оҙонлоҡта була. Ул Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалалары янынан һалына. Шуға республиканың көньяғында иҡтисадты үҫтереүҙә яңы мөмкинлектәр асыла. Башҡортостандың төньяҡ өлөшө лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Төбәктә Мәскәү – Екатеринбург федераль трассаһы беҙҙең республикаға ла сыға. Бының өсөн Бөрө ҡалаһы янынан урау юлы төҙөлә, шулай уҡ Ҡариҙел ауылында яңы күпер һалына. Әлеге ваҡытта Мәскәү – Екатеринбург юлында транспорт ағымы Ижевск һәм Пермь ҡалаларынан үтә. Башҡортостан аша һалынған трасса 170 километрға ҡыҫҡараҡ була.


ҡаралған: 144

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 6..8°C
иртән 4..6°C
көндөҙ 10..12°C
кис 6..8°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.