Главные вкладки

Ҡыйлыҡтағы миллиардтар

Сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, эшкәртеп, яңы продукция сығарыу тураһында барыһы ла белә. Уның ике яҡлы отошло булыуын да таныйбыҙ. Берҙән, тәбиғәтте бысраныуҙан аҙмы-күпме һаҡлайбыҙ, йәш быуында экологик мәҙәнилек тәрбиәләйбеҙ. Икенсенән, бындай сеймал байтаҡҡа арзаныраҡ. Сөнки кәрәкмәй, тип сығарып ташланғандан ғибәрәт. Мәҫәлән, ҡыйлыҡтағы пластик шешә. Ошо алымды файҙаланған пластмасс йыһаздар заводы Октябрскийҙа эшләп килә. Уны ҡала бюджетын төп тулыландырыусы тип баһалайҙар, республиканың иң эре һалым түләүселәр исемлегенә лә индерелде. Ә 2017 йыл йомғаҡтары буйынса пластик ҡалдыҡтарҙан халыҡ өсөн кәрәкле тауар етештереүен иҫәпкә алып, предприятие директоры тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән "Йыл кешеһе" тип иғлан ителде.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 26..28°C
төндә 19..21°C
иртән 22..24°C
көндөҙ 29..31°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.