Главные вкладки

The Last School Bell Day – Мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау көнө

Йөҙ ҙә егерме алтынсы дәрес

Lesson One Hundred Twenty Six

 

The Last School Bell Day – Мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау көнө

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн мәктәптә Һуңғы ҡыңғырау көнө тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Һуңғы ҡыңғырау – The Last Bell

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы – The Last School Bell feast

Мәктәпте тамамларға – to leave the school

Совет заманындағы мәктәп кейеме (формаһы) – Soviet school uniform

Аҡ алъяпҡыс – White pinafore

Таңға тиклем байрам итергә – to celebrate right up to the very morning

Сығарылыш имтихандары – Final examinations

Сығарылыш имтихандарына әҙерләнергә – to prepare for the final examinations

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы май аҙағында үтә, уҡыу йылы тамамланған инде, әммә сығарылыш имтихандары һаман да башланмаған – The Last School Bell feast occurs in the end of May, when the school year has already finished, but the final examinations have not begun yet.

Ниндәйҙер сәбәп менән, Рәсәйҙә мәктәпте тамамлаған хәҙерге ҡыҙҙар был көндә Совет заманындағы мәктәп формаһын кейеүҙе йола итеп алған. Ҡыҫҡа ҡара йәки һоро күлдәк, аҡ алъяпҡыс һәм иңбаш аша үткәрелгән “Йылдың сығарылыш уҡыусыһы” тигән таҫма кейелә – For some reason, the modern girls who finish the school in Russia, have established the tradition to put on the Soviet school uniform on this day: a short black or brown dress with a white pinafore and a band “The school-leaver of the year …” that is put on over the shoulder.

Ғәҙәттә, көн яҡшы булһа, сығарылыш уҡыусылары Һуңғы ҡыңғырауҙы таңға тиклем байрам итә, һуңынан улар өйҙәренә ҡайта, төн ҡалдырған йоҡоларын йоҡлап, сығарылыш имтихандарына әҙерләнә башлай – As a rule, if the weather is fine, the school-leavers celebrate the Last School Bell Day right up to the very morning, then they go home, make up for the lost sleep and begin to prepare for the final examinations.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Ниндәйҙер сәбәп менән, Рәсәйҙә мәктәпте тамамлаған хәҙерге ҡыҙҙар был көндә Совет заманындағы мәктәп формаһын кейеүҙе йола итеп алған. Ҡыҫҡа ҡара йәки һоро күлдәк, аҡ алъяпҡыс һәм иңбаш аша үткәрелгән “Йылдың сығарылыш уҡыусыһы” тигән таҫма кейелә. 2. Ғәҙәттә, көн яҡшы булһа, сығарылыш уҡыусылары Һуңғы ҡыңғырауҙы таңға тиклем байрам итә, һуңынан улар өйҙәренә ҡайта, төн ҡалдырған йоҡоларын йоҡлап, сығарылыш имтихандарына әҙерләнә башлай. 3. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһы май аҙағында үтә, уҡыу йылы тамамланған инде, әммә сығарылыш имтихандары һаман да башланмаған.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

The Last School Bell Day

The Last Bell is the traditional feast of the Russian pupils who leave the school. The Last School Bell feast occurs in the end of May, when the school year has already finished, but the final examinations have not begun yet.

For some reason, the modern girls who finish the school in Russia, have established the tradition to put on the Soviet school uniform on this day: a short black or brown dress with a white pinafore and a band “The school-leaver of the year …” that is put on over the shoulder. Unlike many countries all over the world, the Soviet school uniform was of single state design and it was the same for all Soviet schools. The girls were allowed to change the length of the dress, the style of the pinafore and the color of the band in the hair while the boys could choose the color of the shirt and tie.

The school-leavers of Moscow usually gather this day in the Manezhnaya square, Poklonnaya Gora and in the other places and make merry.

As a rule, if the weather is fine, the school-leavers celebrate the Last School Bell Day right up to the very morning, then they go home, make up for the lost sleep and begin to prepare for the final examinations.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -12..-14°C
көндөҙ -9..-11°C
кис -10..-12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.