Главные вкладки

Әлфиә Әсәҙуллина китаптары

Шағирә Ә.Әсәҙуллинаны  ир-аттың – эскелек, ҡатын-ҡыҙҙарҙың – тәмәке ҡоло булыуы ғына түгел, кешеләрҙең әхләҡи йөҙө-мәҙәниәте керләнеүе лә  тәрән уйландыра. Мәҫәлән, француз яҙыусыһы Мадам де Севиньеның «Мин кешеләрҙе белгән һайын эттәрҙе  нығыраҡ яратам» тигән  һүҙҙәренә бәйләп шундай  шиғыр яҙған ул:

«Кешеләрҙе күберәк белгән һайын,

Мин эттәрҙе нығыраҡ яратам»

Ошо һүҙҙәр мине уйландыра,

Ошо һүҙҙәр мине һағайта.

Тоғролоғо эттең – таң ҡалырлыҡ,

Хужаһының  ымы – шул етә.

Күҙҙәренең йылылығы менән

Таштай йөрәкте лә иретә.

Эттәй абалауҙар – кешеләрҙә.

Хәйләкәрлек, мутлыҡ, алдаҡ та…

Кешеләрҙе күберәк белгән һайын

Мин эттәрҙе нығыраҡ яратам!

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..-3°C
иртән -1..1°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.