Главные вкладки

Life of Youth In Great Britain and the USA – Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттарында йәштәр тормошо

Йөҙ ҙә егерме бишенсе дәрес

Lesson One Hundred Twenty Five

 

Life of Youth In Great Britain and the USA  Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттарында йәштәр тормошо

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн Бөйөк Британия һәм Америка Ҡушма Штаттарында йәштәр тормошо тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Йәштәр хәрәкәте – Youth movement

Йәш республиканлылар берлеге – Young Republican Federation

Йәш христиандар берләшмәһе – Young Christian Association

Спорт түңәрәктәре – Sport clubs

Түңәрәккә йөрөргә – to attend the club

Даими тулы булмаған эш көнө – Regular part-time job

Ваҡ-төйөккә ҡулланыу аҡсаһы – Pocket money

Дауаханала эшләргә – to work in hospital

Төрмәнән сығыусыларға ярҙам итергә – to help released prisoners

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Ҡушма Штаттарҙа һәм Берләшкән Кореллектә йәштәр ойошмалары билдәһе – ул спорт түңәрәктәренең булыуы. Улар бейсбол, футбол, баскетбол, гольф һәм башҡаларында ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе берләштерә – Sport clubs are characteristic youth organizations in the US and UK. They unite people, who are interested in baseball, football, basketball, golf, etc.

Һин теләгән түңәрәккә йөрөй алаһың: театр ойошмаларынан алып ҡоштарҙы күҙәтеү түңәрәгенә тиклем. Ҡоштарҙы күҙәтеү ойошмаһы бигерәк тә Бөйөк Британияла киң таралған – You can attend any club: from theater clubs to bird-watching clubs. Bird-watching clubs are very popular, especially in Great Britain.

14 йәштән балалар ваҡ-төйөккә ҡулланыу аҡсаһы өсөн даими тулы булмаған эш менән мәшғүл. Ҡайһы бер йәш кешеләр сиркәү ойошмаларында эшләй. Улар ололарға ярҙам итә йәки дауаханаларҙа эшләй – At the age of 14 children have regular part-time job to earn some pocket money. Some young people work in their church organizations. They help elderly people or work in hospital.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестә Һуңғы ҡыңғырау темаһы тураһында һөйләшербеҙ.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар! – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Ҡушма Штаттарҙа һәм Берләшкән Кореллектә йәштәр ойошмалары билдәһе – ул спорт түңәрәктәренең булыуы. Улар бейсбол, футбол, баскетбол, гольф һәм башҡаларында ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе берләштерә. 2. 14 йәштән балалар ваҡ-төйөккә ҡулланыу аҡсаһы өсөн даими тулы булмаған эш менән мәшғүл. Ҡайһы бер йәш кешеләр сиркәү ойошмаларында эшләй. Улар ололарға ярҙам итә йәки дауаханаларҙа эшләй. 3. Һин теләгән түңәрәккә йөрөй алаһың: театр ойошмаларынан алып ҡоштарҙы күҙәтеү түңәрәгенә тиклем. Ҡоштарҙы күҙәтеү ойошмаһы бигерәк тә Бөйөк Британияла киң таралған.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Life of Youth In Great Britain and the USA

Our youth is mostly similar to the youth abroad in many aspects of life. Numerous youth organizations have been formed since the Second World War, uniting young people from all classes and sections of the population. In the USA exists a Young Republican Federation, Young Christian Association, some religious organizations for Jewish youth. Youth organization Greenpeace deals with the most urgent ecological problems of today's world. It protests against nuclear weapon test, sea and soil pollution, etc.

Sport clubs are characteristic youth organizations in the US and UK. They unite people, who are interested in baseball, football, basketball, golf, etc. You can attend any club: from theater clubs to bird-watching clubs. Bird-watching clubs are very popular, especially in Great Britain.

And at the age of 14 children have regular part-time job to earn some pocket money. Some young people work in their church organizations. They help elderly people or work in hospital.

There are even some groups, where young people help released prisoners to start their life anew. Youth and youth movement over decades have become important factors in the life of both countries.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..-3°C
иртән -1..1°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.