Главные вкладки

Ғәли Хәмзин. Елдәр иҫә әүәлгесә...

Айҙар Хәмзин:

 

- Ҡоҙғон-Әхмәр ауылына ҡайтҡан һайын Кирәл тауына һоҡланып, үҙем дә һиҙмәҫтән йырлай башлайым. Ошо моһәбат тау атайымды хәтерләтә... Ул да тау итәгенә баҫып йырларға яратҡан. Моңло тауышын бындағы ағастар, шишмәләр һәм йылғалар һаман да хәтерләй кеүек... Кендек ҡаны тамған тупраҡ та атайымдың йөрәгенән урғып сыҡҡан моңдо онотмайҙыр...

Атайымдың баҡыйлыҡҡа күсеүенә тиҙҙән 5 йыл. Алтмышы ла тулмағайны. Көсө, дәрте ташып торған саҡта ғүмеркәйе өҙөлдө... Тормошҡа ашмаған хыялдары ҡалды...

Һағынам мин атайымды...

Минең өсөн ул һөйләгәндәрҙең бөтәһе лә ҡәҙерле. Йылдар аша уның тауышын ишетәм, ваҡыт үткән һайын ул әйткәндәрҙең асылына нығыраҡ төшөнә барам һымаҡ.

Атайыма оҡшағанмынмы икән? Уның ниндәй һыҙаттары миңә күскән? Шуны белге килә. Мөһим һүҙҙәрҙе атайым үҙе иҫән саҡта әйтемме икән? Тормошомда әсәйем һәр саҡ - Ҡояш, атайым – Ай булды... Был мөнәсәбәттәргә күпме һөйөү, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршы тойғолар һыйған? Атайым менән беҙҙең арала йыш ҡына саҡырымдар ята ине...  Башҡортостан, Рәсәй буйынса ғына түгел, сит илдәргә лә гастролдәре күп булды. “Атайым ҡайтты!”,- тип ҡысҡырып, ишек төбөнә йүгергән саҡтарҙы һағынам... Уны ҡосаҡлағы, муйынына һарылғы килә.

 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.