Главные вкладки

Ринат Хәйри. Мин үҙем йәшен инем

Эй, кешеләр, мин бит бары һеҙҙе

Йөрәгемдән артыҡ яраттым...

Йырҙарымды, таң нурына төрөп,

Доға итеп һеҙгә тараттым...  

 

Тапшырыуҙа Ринат Хәйриҙең яҡташтары - Рәсүл Хәбибуллин, Хәлисә Рәжәпова, Рәсилә Басырова, Ғәлимә Ғәлиева, Татарстандың халыҡ шағиры, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Миңнуллин, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Марат Кәримов, шағирҙың хәләл ефете Айһылыу Зәки ҡыҙы Хәйретдинова, күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов, “Ағиҙел” журналының” бүлек мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сабир Шәрипов ҡатнаша.   

 

Йәшендең йәшен һораным

Йәшен әйтмәне йәшен.

Ҡамсы шартлатты, йәнәһе

Өйөңә кереп йәшен.

Ә мин, бар тип тә белмәнем.

Йәш инем, йәшел инем...

Йәш булһам, йәшел булһам да,

Мин үҙем йәшен инем...

 

Тапшырыуҙы шағирҙың ҡыҙы Ләйсән Хәйретдинова алып бара.

Сценарий авторы – Зөһрә Арсаева.

Тауыш режиссеры - Гөлнур Моталлапова.

Хәбәрселәр: Ләйсән Ғәлина һәм Гүзәл Әлмөхәмәтова.

Программаны әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәне өсөн “Илеш телевидениеһы” директоры Инсаф Исмәғилевҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.   

 

 

                             

 

 

Комментарии

Comment: 
Ринах Хәйриҙең яҙмышы фажиғәле булды. Ә иҫән булһа ул Башҡортостанда ғына түгел, тотош илебеҙҙә танылыр ине. Шағирҙең урыны йәнәттә булһын. Авторҙарға рәхмәт. Маҡтауға лайыҡлы тапшырыу, тапалмаған, ҡыҙыҡлы, фәһемле, иҫтә ҡалырлыҡ. Сүриә Яппарова, Өфө

Comment: 
Ринат абый безнең Илешнең күрке, горурлыгы. Аны без һәрчак искә алабыз. Безнең районны танытты, кешеләрен билгеле итте. Кызы Ләйсәнгә, хәләл пары Айсылуга зур рәхмәт. Аның исемен онытмыйлар, оныттырмыйлар. Шигерьләре безнең күңелдә.

Comment: 
Бик матур, тулы канлы язма булган. Рәхмәт сезгә! Ринат Хәйри турында интернетта бик аз. Кызыксынучылар өчен тагын менә монда бар - http://maratkabirov.com/tormysh/rinat-hayri.html

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
көндөҙ 11..13°C
кис 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.