Главные вкладки

Яныбай Хамматов. Бөртөкләп йыйылған алтын

Яҙыусының ҡыҙы Гүзәл Хамматова:

 

- Атайымдың эш бүлмәһе. Бында барыһы ла элеккесә. Бөтәһе лә ул һалғанса. Беҙҙең аранан китеүенә 15 йыл үтте. Был йылдар эсендә әлбиттә, бүлмәлә үҙгәрештәр булды. Әммә шәхси әйберҙәре үҙ урынында, ул ҡуйғанса ҡала. Китап кәштәһендәге романдары ла нисек теҙһә, шул тәртиптә тора.

Ваҡыт аға. Әммә атайым һаман да беҙҙең эргәлә кеүек. Хәтирәләрҙә тере килеш һаҡлана...

Тыуған йортҡа ҡайтҡан һайын иң тәүҙә тәҙрәгә бағам. Унан миңә төбәлгән ҡәҙерле һәм яҡын һынды эҙләйем. Атайым беҙҙең өсөн тәҙрәнән төшкән яҡтылыҡ кеүек булды. Был нурҙар һүнде, әммә атай менән рухи бәйләнеш өҙөлмәгән... Ул әле лә беҙҙе һаҡлай, ҡурсалай, алға әйҙәй төҫлө...

 

Еңеү яҙы яҡынлаша. Бөйөк Ватан һуғышында еңеү яулауҙың 70 йыллығы. Был оло еңеүҙә атайымдың да өлөшө бар. Ул да яугир булған.

Атайым Белорет районы Исмаҡай ауылында тыуған. Инйәр урта мәктәбендә уҡыған, йәйге каникулдарҙа алтын приискыһында эшләгән һәм тап ошо мәлдә старателдәрҙең ауыр хеҙмәте менән танышҡан.

1942 йылдың авгусында ул Ҡыҙыл Армия сафына баҫа. Һарытау өлкәһенең Вольск ҡалаһындағы полкта хәрби әҙерлек үтә.  1942 йылдың аҙағында ауыр контузия ала һәм ярты йылға яҡын госпиталдә дауалана. Унан һуң Орск ҡалаһында авиация белгестәре мәктәбен тамамлай.

 

Атайым 5 класта уҡығанда шиғырҙар яҙа башлай. Уларҙы газетаға ла ебәреп ҡарай. Бер ваҡыт Яҡуп Ҡолмойҙан хат ала. Әлбиттә, билдәле шағир малайға етешһеҙлектәрен күрһәтеп яҙа, рифмаларын соҡор-саҡырлы юлдан һелкенеп барыуға тиңләй һәм әлегә ижад емештәрен баҫтыра алмауҙары хаҡында хәбәр итә. 

Һуғыштан һуң атайым шиғырҙарын йәнә республика матбуғатына ебәрә. Был юлы Баязит Бикбайҙан яуап килеп төшә. Ул “һеҙҙең кеүек шағирҙар күп, шуға ла һеҙгә комсомол тормошо тураһында һүрәтләмәләр яҙырға кәңәш бирәм”,- тип белдерә. Атайымдың 20-гә яҡын шиғыр дәфтәре була. Уларҙың барыһын да утҡа ташлай һәм бүтән бер ҡасан да шиғыр яҙыу менән шөғөлләнмәй.

 Атайым тураһында уйлағанда, яҙмаларын ҡарағанда уның диңгеҙ кеүек тәрән, ҡояш кеүек балҡып торған күҙҙәре иҫкә төшә. Ихлас йылмайыуын тоям. Әйтерһең, ул мине күҙәтә, ҡеүәтләй, хуплай, ҡайһы саҡ тәнҡитләгән дә кеүек... Һәм йәнә хәтирәләргә биреләм...

Үҙемде таный башлағанда, атайым Партияның өлкә комитетында эшләй ине. Был бинала хәҙер республика Милли муйзейы урынлашҡан.

Балалар баҡсаһына йөрөй башлағансы мине күршебеҙҙә йәшәгән апай - Нина Васильевна Мамонтова ҡараны. Ул Мәскәүҙә юғары белем алған. Минең менән, әлбиттә, урыҫса аралашты. Балалар баҡсаһында ла – гел урыҫса һөйләштек.

Ул ваҡытта Чернышевский менән Цюрупа урамдары сатында урынлашҡан йортта йәшәй инек. Ике ғаилә торҙоҡ. Шуға ла Коммунистик урамында төҙөлгән йортта вәғәҙә ителгән айырым фатирҙы түҙемһеҙләнеп көттөк. Әйткәндәй, унда Зәкәриә Аҡназаров, Зәйнәп Биишева ла күскән. Ә беҙгә насип булманы. Өлгөрмәнек. Сөнки 1961 йылда атайымды Әбйәлил районына - башҡарма комитет рәйесе итеп эшкә ебәрҙеләр. Мин Асҡар мәктәбенә беренсе синыфҡа барҙым. Әсәйем редакцияға урынлашты. Етәксе вазифаһын башҡарған атайыма ижад менән шөғөлләнеү форсаты булманы, әлбиттә. Әммә ул барыбер яҙыусы булырға хыялланды. 

 

Хрущевтың ҡарары менән райондар берләштерелгәс, ғаиләбеҙ Өфөгә ҡайтырға ҡарар итте.

Ғинуар иртәһе. Өй ҡапҡаһынан сыҡтыҡ һәм аптырап ҡалдыҡ. Беҙҙең йорт янына бөтә ауыл кешеһе йыйылған. Асҡар халҡы етәкселәре менән хушлашырға килгән икән. Апайҙар, ағайҙар сиратлап атайҙың ҡулын ҡыҫа, нимәлер һөйләй. Беҙ машинаға ултырғас, уның янына врач булып эшләгән бер ҡатын килде лә: “Разрешите пожать вашу честную руку!” – тине.

Атайым был ваҡиғаны онотҡандыр, сөнки бер ҙә хәтерләмәне. Ә мин был һүҙҙәрҙе ғүмер буйы иҫтән сығармайым. Ауылда етәксе кешенең тормошо ус төбөндәге кеүек, барыһы ла асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Атайымдың ғәҙел, ябай, намыҫлы, тура һүҙле, ихлас икәнлеген баһалағандар, күрәһең.

Әбйәлил менән хушлаштыҡ. Беҙҙе баш ҡалабыҙ Өфө көтә ине. Шулай итеп, атайымдың партия һәм совет карьераһы тамамланды. Артабан - Эске эштәр министрлығында хеҙмәт итеү һәм ӘҘӘБИӘТ.

 

Халҡыбыҙ тарихы – алтын бөртөктәренә тиң. Атайым иһә ғүмер буйы ошо байлыҡты эҙләү, табыу һәм туплау менән шөғөлләнде. Һәм алтын бөртөктәрен йөрәге аша үткәреп, һөйөклө халҡына, яратҡан уҡыусыларына бүләк итеп, мәңгелеккә китте. Ул таратҡан аҫылташтар киләсәк быуынды ла матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа, изгелеккә әйҙәр, рухи тамырҙарҙы онотмаҫҡа саҡырыр. 

 

Тапшырыуҙа яҙыусының хәләл ефете Фидан ханым, ейәнсәре Алһыу, яҙыусылар: Фәниә Чанышева, Әнисә Таһирова, Гүзәл Ситдиҡова, Әхмәр Үтәбай, Дамир Шәрәфетдинов, Сабир Шәрипов ҡатнаша.

 

Тауыш режиссеры - Гөлнур Мотталлапова.

Проект авторы - Зөһрә Арсаева. 

 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.