Главные вкладки

Октябрь Вәлитов

“Беҙгә Бөйөк Еңеү яулаған яугирҙәрҙе иҫтән сығармайыҡ, уларға мәрхәмәтле булайыҡ!"

  философия фәндәре докторы,

                       Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы профессоры

 

        Мин 15 йыл Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалында эшләйем. Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, бөтә ғүмер юлымда, эшемдә атайым – Кәлимулла Ахунйән улының изге рухы ярҙам итә.  Ул 1907 йылда тыуған булған.  Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1984 йылда донъянан китте.  Һуғышҡа тиклем колхозда тракторист булып эшләне, ауылда беренсе гармунсы, скрипкасы ла беҙҙең атай ине.  Ғүмер буйы ябай колхозсы булған атайымды һуңғы юлға оҙатырға бөтә ауыл, район етәкселәре килде…

Кәлимулла Вәлитов Башҡорт атлы дивизияһы составында хеҙмәт итә. Иңендә –  Сталинград һуғышы, Украинаны азат итеү…Бер мәл кавалерия дивизияһы ҡамауҙа ҡала. Шул ауыр шарттарҙа  атайым күптәргә медицина ярҙамы күрһәтеп, яралы һалдаттарҙы үлемдән ҡотҡара. Бәхеткә ҡаршы, ҡамауҙан ҡотолалар.  Аҙаҡ ҡаты алыштағы батырлыҡтары өсөн атайыма дивизия командиры илебеҙҙең ҙур наградаһын – Ҡыҙыл йондоҙ орденын тапшыра. Ошо хаҡта миндә Оборона министрлығы архивынан килгән документ та бар.

Беҙ атайым менән һәр саҡ ғорурланып йәшәйбеҙ. Ул иҫән булһа, үҙҙәре, йәғни һуғыш һәм тыл ветерандары, яулап алған Еңеүҙе ил эсендәге, ил тышындағы, бигерәк тә, америкалылар юҡҡа сығарарырға тырышыуына ғәжәпләнер,  сыҙай алмаҫ ине…

Мин уның тураһында «Атай беҙҙең хәтерҙә» тигән ҙур мәҡәлә яҙҙым. Ауыл, район, республика ветерандарын иҫкә алып «Хәтер» тигән ҡалын китап та сығарҙым. Бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, беҙ ҙә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыштыҡ.  7-10 йәшлек балалар, һыйыр, үгеҙ егеп, ер һөрөп йөрөй инек. Хәҙер ҡайһы йортҡа барып керһәң дә ризыҡ мул, халыҡ етеш йәшәй. Ә барыбер донъяның ҡәҙерен белеп бөтөрмәгәндәр бар. Беҙ бала саҡта яҙғы баҫыуҙа яланаяҡ башаҡ сүпләп, серегән бәрәңге йыйып, ризыҡ итә инек. Еңеү еңел бирелмәгәнен иңдә татыныҡ. Шуға ла рухы көслө замандаштарыма булған рәхмәтем «Мы – дети, победивших фашизм» тигән китап булып ойошто, күңелдәге барса әрнеү, юғалтыуҙар ҙа, үткәндәр менән ғорурланыу ҙа урын алған унда.

Әле Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итергә әҙерләнәбеҙ. Мәктәптәрҙә балалар яугир туғандарын иҫкә алып иншалар яҙа, өлкән быуын да хәтер һандығын аҡтара. Эйе, 70 йыл тыныс йәшәйбеҙ. Башҡортостандан ил һаҡларға 705 мең яугир киткән, шуларҙың яртыһы ғына әйләнеп ҡайтҡан. Әле республикабыҙҙа шул ветерандарҙың 6 меңе генә иҫән…  Беҙҙең Күгәрсен ауылынан да 240 кешенең яртыһына ғына тыуған ергә ҡайтыу бәхете тейә. Уларҙың барыһы ла инвлидтар ине. Ғүмер ахырынаса колхозда эшләнеләр… Яуҙа алған яраларынан барыһы ла тиерлек китеп бөттөләр. Бөгөн беҙҙең ауылда шуларҙың тик берәүһе генә иҫән. Һуғыш асылы аяныс, әлбиттә.

Йәш быуынға әйтер һүҙем шул: беҙгә Еңеү яулаған ветерандарҙы иҫтән сығармайыҡ, уларға мәрхәмәтле булайыҡ!

Бөгөнгө йәштәр үҙҙәренә лә  ҡартлыҡ килерен онотмаһындар ине…

 

                                                          Фотоһүрәттә: Октябрь Кәлимулла улы Вәлитов

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..-2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.