Главные вкладки

Аҫылғужа Баһуманов. Аҡ юлдар ярам әле!

Гөлнәзирә Баһуманова:

   

- Рим! Был атайымдың тәүге исеме. 20 октябрҙә ҡар-буран ҡоторған мәлдә донъяға килгән сабыйға өләсәйем менән олатайым заманса исем ҡушҡан. Садиҡ мулла иһә уның ҡолағына “Аҫылғужа” тип ҡысҡырған. Һәм малай ошо исемдә үҫкән. Атайым паспорт алғанда ла документта исемен Аҫылғужа тип ҡалдырған.

Атайым мәктәптә уҡығанда уҡ ҡәләм тибрәтә башлай. Тәүге шиғырҙары Баймаҡ район газетаһында баҫыла. Темәс-интернат мәктәбендә 9-сы синыфта уҡығанда Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты иғлан иткән “тыуған яҡ риүәйәттәре” конкурсында ҡатнаша. Атайсалының легендаларын өйрәнә. Уның тигеҙ һәм матур хәрефтәр менән яҙып ебәргән текстары бөгөн дә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге архивында һаҡлана.  

Студент йылдарында атайым ”Шоңҡар” әҙәби түңәрәгенең старостаһы була. Бик оҫта итеп шиғыр кисәләре алып бара. Уға танылыу килтергән шиғырҙары ла тап шул йылдарҙа донъя күрә.

 Мин уны атай булараҡ ҡына белгәнмен, ахыры. Йылдар үтеү менән ошондай фекергә киләм. Сөнки әҫәрҙәрен тулыһынса аңлап бөтмәгәнмен. Бөгөн иһә атайымды  ҙур яҙыусы тип таныйым, китаптарын уҡыйым, уларға баһа бирәм. Ул башҡалар һайламаған темаларға ла ҡыйыу тотондо. Ялағай, кеше ыңғайына йөрөмөгәне, һәр күренешкә һәм ваҡиғаға үҙ ҡарашын белдереп барғаны өсөн сикһеҙ ғорурланам. Повестарын рус теленә тәржемә иттем. “Ватандаш” журналында “Бирешмә, Бәҙри!” әҫәре баҫылып сыҡты. Уның ҡыҫҡартылып йәғни өлөшләтә генә донъя күреүе беҙҙең һаман да ҡурҡып йәшәүебеҙҙе күрһәтә түгелме?  

Атайым иҫ киткес кеше ине. Тура һүҙле булды.  Яҡындары һәм дуҫтары “эсендәге – тышында” тип әйтә торғайны. Беҙҙән һөйөүен, наҙын, күңел йылыһын, иғтибарын йәлләмәне.  Ул йәшәп һәм эшләп ҡалырға өлгөрәйем тигән һымаҡ һәр ваҡыт ҡабаланды. Ҡала урамында ла, баҡсала ла һалмаҡ ҡына атлап йөрөгәнен хәтерләмәйем. Гел йүгерә-атлай барыр ине. Ул кешеләргә ашыҡты…

Атайым менән әсәйем матур пар булды. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙо. Бәләкәй генә эште лә үҙ-ара кәңәшләшеп, бергәләп  эшләрҙәр ине. Әсәйем атайыма ”Аҫыл” тип кенә өндәште.

Алға әйҙәгән өмөт-хыялдары, ирешергә теләгән маҡсаттары,  алдына ҡуйған бурыстары күп ине атайымдың.  Әммә ул өлгөрмәне. 59-ҙ йәшендә беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Донъябыҙҙың бер өлөшө кителде, өйөбөҙ  бушап ҡалды. Ул йортобоҙҙоң йәме, ашыбыҙҙың тәме булған икән…

 Әсәйем атайымдың ижадын өйрәнеүгә, әҫәрҙәрен сығарыуға күп көс һала. “Бөркөт саңҡыуҙары тынды Баймаҡта” тигән иҫтәлек китабы әҙерләп, нәшриәткә тапшырҙы. Бына шулай, хәҙер атайым хаҡында хәтирәләр яҙырға, юл төшкәндә, ҡәберенә баш эйергә, доғалар ҡылырға ғына ҡалды...

Ул ҡапыл атылған йондоҙ кеүек арабыҙҙан китте, әммә халҡыбыҙ күңеленә аҡ юл һалып, әҙәби йәдкәр ҡалдырҙы. Бөркөт саңҡыуҙары тынды Баймаҡта, ләкин уның шаңдауы күңелдә әленән–әле яңырып, оҙаҡ йылдар ишетелер әле.

 

         Эй, кешеләр, һеҙҙең менән

         Иңгә-иң барам әле,

         Күңелдәрҙән күңелдәргә

         Аҡ юлдар ярам әле!

         Хаҡ юлдар ярам әле!

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.