Главные вкладки

My Vacation – Минең ял

Йөҙ ҙә егерме һигеҙенсе дәрес

Lesson One Hundred Twenty Eight

 

My Vacation – Минең ял

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөн йәйге ял тураһында һөйләшәбеҙ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Каникул – Holiday

Ял (отпуск) – Vacation

Ял итергә – to have a rest

Диңгеҙ буйында ял итеү – Seaside holiday

Ҡояшта ҡыҙынырға – to lie under the sun

Диңгеҙҙә һыу инергә – to swim in the sea

Экскурсияға барырға – to take an excursion

Тауҙарға артылырға – to go up the mountains

Ялан аяҡ йөрөргә – to walk barefoot

Билдәле курорт – Popular resort

Шифахана – Sanatorium

Ҡырсынташлы пляж – Pebbly beach

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Мин каникулдарымды әүҙем үткәрергә яратам. Ял өсөн иң яратҡан мәл – ул йәй, сөнки йылы һәм ҡояшлы. Был ваҡытта диңгеҙ буйында ял итеүе – иң яҡшыһы.  Быйыл мин өлкән апайым менән Ҡырымда булдыҡ – I like spending my holidays actively. My favourite time for the vacation is summer because it’s warm and sunny. It’s a good time for the seaside holiday. This year together with my older sister we’ve been to the Crimea.

Тауҙарға артылғанда шундай хозур күренеш асыла. Миңә шулай уҡ тигеҙ түтәлдәре булып һуҙылған һәм өлгөргән йөҙөмдәргә тулы виноград баҡсалары оҡшай – When you go up the mountains a marvelous view opens up. I also liked the view of vineyards stretched in neat rows and full of ripe grapes.

Ял ваҡытында миңә иң оҡшағаны ҡояшта ҡыҙыныу һәм диңгеҙҙә һыу инеүе. Беҙ шулай уҡ Феодосияға бер нисә экскурсия алдыҡ һәм, әйтергә кәрәк, был ҡаланың тарихы бик ҡыҙыҡлы – Lying under the sun and swimming in the sea are my favourite activities while on vacation. We also took a couple of excursions in Theodosia and I should say that the history of this city was very interesting.

Феодосияға туристар күп килә сөнки бында улар минераль шишмәләр, ҡырсынташлы пляждар, ләм сығанаҡтары, шифаханалар һәм ял йорттары өсөн килә – Theodosia is widely visited by tourists because they come here for the mineral springs, pebbly beaches, mud baths, sanatoria and rest homes.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. “Инглизәр” рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Барығыҙға ла матур, файҙалы ялдар теләп хушлашабыҙ.

 

See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Мин каникулдарымды әүҙем үткәрергә яратам. Ял өсөн иң яратҡан мәл – ул йәй, сөнки йылы һәм ҡояшлы. Был ваҡытта диңгеҙ буйында ял итеүе – иң яҡшыһы.  Быйыл мин өлкән апайым менән Ҡырымда булдыҡ. 2. Феодосияға туристар күп килә сөнки бында улар минераль шишмәләр, ҡырсынташлы пляждар, ләм сығанаҡтары, шифаханалар һәм ял йорттары өсөн килә. 3. Тауҙарға артылғанда шундай хозур күренеш асыла. Миңә шулай уҡ тигеҙ түтәлдәре булып һуҙылған һәм өлгөргән йөҙөмдәргә тулы виноград баҡсалары оҡшай. 4. Ял ваҡытында миңә иң оҡшағаны ҡояшта ҡыҙыныу һәм диңгеҙҙә һыу инеүе. Беҙ шулай уҡ Феодосияға бер нисә экскурсия алдыҡ һәм, әйтергә кәрәк, был ҡаланың тарихы бик ҡыҙыҡлы.

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

My Vacation

I like spending my holidays actively. My favourite time for the vacation is summer because it’s warm and sunny. It’s a good time for the seaside holiday. This year together with my older sister we’ve been to the Crimea. There are lots of beautiful cities and sights there but we chose to stay in a small village near Theodosia. We were hosted by a nice family of my sister’s friend. Nature is very welcoming in this area and the sea is amazingly beautiful. There are many forests, meadows, rivers, lakes, mountains, vineyards, gardens and parks. What I really liked was that the mountains weren’t so high but they were picturesque. When you go up the mountains a marvelous view opens up. I also liked the view of vineyards stretched in neat rows and full of ripe grapes. The climate is mostly dry and hot. Morning and evening winds can get rather cold but afternoons are so hot that it’s almost impossible to walk barefoot. The best place to be when it gets hot is by the sea. Its coolness is soothing. Lying under the sun and swimming in the sea are my favourite activities while on vacation. We also took a couple of excursions in Theodosia and I should say that the history of this city was very interesting. It was founded by Greek colonists in the 6th century BC. Later it was numerously conquered and was once even a part of the Byzantine Empire. Today, it’s a popular resort with a population of about 85,000 people. Theodosia is widely visited by tourists because they come here for the mineral springs, pebbly beaches, mud baths, sanatoria and rest homes. One of the reasons why I wanted to see Theodosia was the fact that my favourite artists Ivan Aivazovsky lived and worked in this city.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -19..-21°C
кис -19..-21°C
төндә -21..-23°C
иртән -22..-24°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.