Яңылыҡтар

19:12 - 17.10.2017

Бөгөн Республика Хөкүмәте ултырышында Салауат районында геопарк төҙөү темаһы тикшерелде. Башҡортостанда ошондай биләмәне ойоштороу мәсьәләһе быйыл йәй күтәрелгәйне. Ул ЮНЕСКО ҡанаты аҫтында була. Геопарктың маҡсаты –тәбиғәтте һаҡлау һәм туризмды үҫтереү. Салауат районында паркка Янғантау, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, башҡа иҫтәлекле, тарихи һәм билдәле урындар индереләсәк, тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев. Салауат районы – туристарҙы ылыҡтырған төбәктәрҙең береһе. Бында ике ҙур йылға – Йүрүҙән һәм Әй буйлап кәмәлә ағып төшөү...

ҡаралған: 9
18:30 - 17.10.2017

Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән ошо турала хәбәр итәләр. Ағиҙел аша күпер менән бергә юлдың М-5 федераль трассаһына тиклем өлөшө яңыртылды. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” программаһы буйынса башҡарылды. 8 километр арауыҡты төҙөкләндереү эштәре 8 сентябрҙә башланғайны, план буйынса декабрҙә тамамланырға тейеш булһа ла, юлсылар ваҡытынан алда теүәлләргә өлгәшкән. Белгестәр аңлатыуынса, яңы япма кәмендә 4 йылға иҫәпләнгән.

ҡаралған: 8
17:36 - 17.10.2017

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Энергетика форумы башланды. Унда Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты. Сарала илдең төрлө төбәктәренән йыйылған белгестәр төрлө секцияларға бүленеп, заманса энергетика, уны камиллаштырыу мәсьәләрен тикшерә. Форум барышында энергетика, йылылыҡ, электр техникаһы менән таныштырыусы күргәҙмә ойошторолған. Республика стендында энергетика компаниялары мөмкинлектәре, сәнәғәттәге яңы ысулдар, "Рәсәйҙең 100 тауары" конкурсы лауреаттарының продукцияһы күрһәтелә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Башҡортостанда традицион...

ҡаралған: 19
16:16 - 17.10.2017

Ҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн иң күп финанс бүлгән төбәктәр араһында Башҡортостан да бар. Беҙҙең республика Краснодар һәм Ростовтан ҡала, 3-сө урында тора. 2017 йылда урам-ихаталарҙы тәртипкә килтереү өсөн 1 миллиард һумдан ашыуыраҡ тотонолған. Сумманың 83 проценты федераль үҙәктән бүленгән, 17-һе- республика ҡаҙнаһы өлөшө. Халыҡтың да аҡсалата, йәки эш менән ярҙамы тейеш. Был проектта республиканың һәр өсөнсө мунициапалитеты, шул иҫәптән, барлыҡ ҡалалары ҡатнаша. Башҡалары 2018 йылда ҡушыласаҡ. Алдағы йылда ла финанстар шул сама...

ҡаралған: 9
15:20 - 17.10.2017

“Аэрофлот”тағы “Сухой супержет-100” самолеты Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөтә. Лайнерға данлыҡлы әҙиптең исемен биреү башланғысын Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов күтәргәйне. “Аэрофлот” компанияһы ла был башланғысты хупланы, "Мостай Кәрим" тигән яҙыу самолеттың алғы өлөшөндә урын алды. Ул Шереметьево аэропортынан Рәсәй буйынса осоштар яһай. Авиакомпаниянан хәбәр итеүҙәренсә, әле авиапаркта 210 исемле самолет бар. Иң тәүгеһендә - 2004 йылда Валерий Чкалов мәңгеләштерелде.

ҡаралған: 38
14:36 - 17.10.2017

Балалар унда техник белемдәрен камиллаштыра ала. Ай-Ти технологиялар, роботтар эшләү, 3-Д моделләштереү кеүек программаларҙан тыш, үҙәктә төплө математика, телекоммуникациялар буйынса ла белем һәм тәжрибә алырға мөмкин. Гагарин үҙәге “Башҡортостан” сауҙа үҙәгендә урынлашҡан.

ҡаралған: 9
13:14 - 17.10.2017

Иртәгә, 18 октябрҙә, Республикала һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп, талғын. Һауа температураһының республикала төндә 0, +5, көндөҙ +6, +11, Өфөлә төндә +3, +5, көндөҙ +8, +10 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә күпселек райондарҙа ямғыр яуыуы, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

ҡаралған: 23
12:42 - 17.10.2017

Башҡортостан хужалыҡтарында ҡарабойҙай уңышын йыйыу тамамлана. Республика Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әле был культура 123 мең гектарҙа йыйылған, планға ҡарата 97 процент. 138 мең тонна ҡарабойҙай урылған, гектар ҡеүәте уртаса 11,2 центнер. Уңыш буйынса лидерҙар рәтендә Архангель һәм Ейәнсура райондары. Баҡалы, Йәрмәкәй, Балтас һәм Стәрлетамаҡ райондарында бөгөнгә 5 мең тоннанан ашыу ашлыҡ алынған.

ҡаралған: 11
12:19 - 17.10.2017

“Экодилер” федераль конкурсында ҡатнашып, финалға сыҡҡан 3 уҡыусы бөгөн тәбрикләнә. Улар Рәсәйҙең иң билдәле лагерында “Киләсәк бөгөн башлана” тип аталған сменала ял итәсәк. Уларҙан тыш, конурстың төбәк этабында еңеүселәр ҙә бүләкләнәсәк. “Экодилер” бәйгеһе “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Рәсәй экологияһы”проекты сиктәрендә ойошторолдо. Башҡортостандан унда 700-ҙән ашыу мәктәп уҡыусылары ҡатнашты, 570 экодәрес үткәрелде.

ҡаралған: 11
11:34 - 17.10.2017

Был турала вице-премьер Ирек Мөхәмәтдинов белдерә. Вирусты иҫкәртеү өсөн махсус саралар ҙа күрелә. Бөгөнгә 90 мең баш малға иҙелмәнән вакцина яһалған. Туймазы, Бүздәк, Шаран һәм Ғафури райондарындағы хужалыҡтар айырым иғтибарҙа. Ирек Мөхәмәтдинов әйтеүенсә, бөгөн республикала бешмә күҙәтелмәй. Ә бына карантин иһә өс аҙнаға һуҙыласаҡ. Республика ошо ауырыу таралыу арҡаһында яҡынса 40 миллион һумлыҡ зыян күргән. Әммә, һандарҙың артыуы ла бар.

ҡаралған: 17
11:14 - 17.10.2017

Бөгөн республикала "Кванториум" балалар технопаркының бер юлы өс майҙансығын тантаналы асыу планлаштырылған. Уларҙың икеһе Өфөлә, береһе Благовещенскиҙа урынлашҡан. Программала оҫталыҡ һәм асыҡ дәрестәр, эшмәкәрлек йүнәлештәре менән таныштырыу билдәләнгән. "Кванториум" балалар технопарктары Рәсәй Президенты Күрһәтмәһе буйынса илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә лә ойошторола. Бөгөн Рәсәйҙә "Асыҡ инновациялар" форумы сиктәрендә балалар технопарктарын асыу буйынса марафон үтә.

ҡаралған: 12
10:30 - 17.10.2017

Бүздәктәге татар тарихи-мәҙәни үҙәктә бөгөн "Еҙ ҡыңғырау" халыҡ ижады республика конкурс-фестивале уҙа. Унда халыҡ кәсептәре оҫталары, милли кейемдәр һәм һауыт-һаба күргәҙмәләре, Башҡортостан халыҡтарының аш-һыуы менән гастрономия майҙансыҡтары ойошторола. Милли аш-һыу әҙерләү, ҡурсаҡтар эшләү, талдан төрлө әйберҙәр үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡаралған. Байрам фольклорсылар бәйгеһе еңеүселәренең Гала-концерты менән тамамлана.

ҡаралған: 19
10:27 - 17.10.2017

Был турала Гидрометүҙәктән белдерәләр. Синоптиктар аҙна аҙағына ҡар ҡатыш ямғыр вәғәҙәләй. Һауа температураһы иһә түбәнәйә. Ун һигеҙенә ҡарай төндә ноль, биш градус йылы булһа, иртәнән һуңға көндөҙ урыны менән плюс 11 градус көтөлә. Октябрҙең икенсе ун көнлөгөндә уртаса температура тейешле кимәлдән ике градусҡа юғарыраҡ булған.

ҡаралған: 58
09:30 - 17.10.2017

Өфөгә Рәсәйҙән һәм Ҡытайҙан йәш техник һәм авиаторҙар йыйыла. Бөгөн баш ҡалала "Мәүлетов уҡыуҙары" тигән йәштәр фәнни конференцияһы асыла. Ул Өфө дәүләт авиация-техник университетында ойошторола. Унда студенттар, йәш ғалимдар ғына түгел, ә мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша. Юғары уҡыу йортонан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 800-ләп доклад ҡабул ителгән. Улар араһында Мәскәү, Сантк-Петербург, Ҡаҙан, Һамар, Күмертау һәм Ҡытайҙан вәкилдәр бар. Йәш ғалимдар, бигерәк тә, техник өлкәлә хәүефһеҙлек, авиация-ракета етештереүе һәм тәбиғәтте һаҡлау темалары...

ҡаралған: 10
09:16 - 17.10.2017

4 көн дауам итәсәк сараның эшлекле өлөшөндә "Заманса энергетика-үҫештең күп вариантлығы" тигән пленар ултырыш, 26 секция эше ҡаралған. Шулай уҡ 120 компания ҡатнашлығында "Урал энергетикаһы", "Йылылыҡ тәьминәте. Электр техникаһы. Кабель" тип аталған халыҡ-ара күргәҙмәләр планлаштырылған. Республика стендында иһә энергетика компаниялары мөмкинлектәре, сәнәғәттәге яңы ысулдар, "Рәсәйҙең 100 тауары" конкурсы лауреаттарының продукцияһы күрһәтеләсәк. Форумда төп спикерҙарҙың береһе, климаттың үҙгәреүе буйынса халыҡ-ара эксперттар...

ҡаралған: 21
09:00 - 17.10.2017

Башҡортостан халҡын ноябрҙә каникулдар көтә. Федераль Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, ноябрҙә өс көн - 4-ән 6-на тиклем ял итәбеҙ. 4 ноябрь – Халыҡ берҙәмлеге көнө быйыл шәмбегә тура килә. Шуға дүшәмбе лә ял итәбеҙ. Хеҙмәт кодексына ярашлы, 3 ноябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. 

ҡаралған: 48
08:37 - 17.10.2017

Видео конференцияны Юғары совет рәйесе Борис Грызлов үткәрҙе. Ултырышта эш төркөмдәре эшмәкәрлегенең муллыҡ һәм социаль-иҡтисади үҫеш, тышҡы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу, дәүләт һәм сәйәси ҡоролош йүнәлештәре һөҙөмтәләре буйынса фекер алышынды. Эш йомғаҡтары аналитика докладтары формаһында барланды. "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе инфраструктура проекттарын уңышлы тормошҡа ашыра. Улар араһында "Урындағы мәҙәниәт йорто", "Бәләкәй ҡалалар театрҙары", "Кесе ҡалалар парктары", "Балалар спорты", "Ҡала мөхите" проекттары бар...

ҡаралған: 7
08:33 - 17.10.2017

Башҡортостанда тыуымға бәйле мәғлүмәт иғлан ителде. Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты демография күрһәткестәре менән таныштырҙы. Быйыл 9 айҙа республикала 37 мең 200-ҙән ашыу сабый донъяға килгән. Былтырғы менән сағыштырғанда тыуым 13 процентҡаса кәмегән, йәғни сама менән 6 мең балаға аҙыраҡ тыуған. Статистиканан күренеүенсә, ҡайһы бер район һәм ҡалаларҙа тыуым 25 процентҡа кәмегән, ә икенселәрендә, киреһенсә, артҡан. Үлемгә бәйле мәғлүмәткә килгәндә, ул 4 процентҡа кәмегән. Йыл башынан республикала яҡынса 40 мең кеше үлгән....

ҡаралған: 23
08:00 - 17.10.2017

Экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ – газда йөрөүсе автомобиль хужалырына ошондай льгота бирелә. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа транспорт һалымына бәйле закон проекты ҡарала. Документ киләһе аҙнала парламенттың пленар ултырышы көн тәртибенә сығарыла. Ташламаға ойошмалар һәм айырым кешеләр дәғүә итә ала. Әммә автомобиль иҫке булмаҫҡа тейеш - 10 йылдан ашыу  файҙаланмауы шарт. Закон проекты төбәктә экологик хәлде яҡшыртыу маҡсатынан әҙерләнгән. Экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ ҡулланыусыларҙы дәртләндерергә кәрәк, тине парламент спикеры Константин Толкачев....

ҡаралған: 24
07:26 - 17.10.2017

Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә ауыл хужалығы йәрминкәләрендә 81 миллион һумға тауар һатылған. Йәшелсә-емеш менән сауҙа республиканың 13 районы һәм 6 ҡалаһында ойошторолдо. Иң ҙур йәрминкәләр Өфөлә үтте. Баш ҡалала сауҙа 9 майҙанда уҙғарылды. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләрҙә 70 тонна бал, 2 мең тоннаға яҡын картуф һәм 757 тонна йәшелсә һатылған. Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләрендә сағыштырмаса арзанғараҡҡа тауар һатып алырға була. Ауыл йүнселдәре балдың бер килограмын 300-600 һумға, картуф, кишер, һуған,...

ҡаралған: 8

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 7..9°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.