Яңылыҡтар

20:11 - 21.09.2018

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Бөтә донъя фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан менән осрашты. Унда Республикала 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Ҡунаҡтарҙы йәшәтеү, ашатыу, алып...

ҡаралған: 14
20:00 - 21.09.2018

Республикала тауыҡ йомортҡаһына хаҡ артты. Уның бер тиҫтәһе 45 һумдан ашыу. Шулай уҡ тары ярмаһына, һыйыр майына, сырға, икмәккә һәм һөткә хаҡ артыуы күҙәтелә. Ҡарабойҙайға һәм сәйгә киреһенсә хаҡтар төштө.

ҡаралған: 21
19:30 - 21.09.2018

Коррупцияла ғәйеплеләрҙең, дәүләт файҙаһына тартып алынған мөлкәте һатыла. Унан алынған килем Рәсәй Пенсия фондына күсереләсәк. Дәүләт Думаһы ошо туралағы ҡанун проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, аҡсалар Пенсия фонды бюджетына юллана һәм страховка пенсияларын түләү өсөн...

ҡаралған: 17
19:10 - 21.09.2018

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡәберенә сәскәләр һалды. 21 сентябрҙә Мостай Кәримдең - хәтәр көнө. 2019 йылда халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тула. Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда байрам саралары үтә. Әйткәндәй, бөгөн...

ҡаралған: 13
19:00 - 21.09.2018

Сәйәхәтселәр Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһына мөрәжәғәт иткән. 22 һәм 23 сентябрҙә Инйәр-Айғыр-Инйәр маршрутына ике вагонлы состав бирелә. Белорет районындағы Айғыр станцияһы туристарҙың яратҡан йүнәлешенә әйләнде. Үткән ял көндәрендә төбәккә 300 самаһы турист сәфәр ҡылған. Унда...

ҡаралған: 13
18:30 - 21.09.2018

Ул 2019 йылда юбилей сараларында башҡарыласаҡ. Конкурсты Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ойоштора. Ижади ярышта ҡала һәм райондарҙан бейеү ҡуйыусылар ҡатнаша ала. Эстәлеге буйынса иң үҙеенсәлекле бейеү Фәйзи Ғәскәров ансамбленең репертуарына индереләсәк.

ҡаралған: 12
18:00 - 21.09.2018

Өфөгә төрлө илдәрҙән мәҙәниәт үҙәктәре вәкилдәре йыйылды. Уларҙың барыһы ла фольклор фестивалдәрен ойоштороу буйынса советтың Бөтә донъя конгресына килгән. Йыйында Генераль ассамблея Президенты Филипп Боссан да ҡатнаша. 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына 75 илдән...

ҡаралған: 11
17:30 - 21.09.2018

Хөкүмәт ҡарары менән “Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү” комплекслы программаһы раҫланды. Программа Рәсәйҙең һөт тармағы лидеры булараҡ Башҡортостан абруйын күтәреүгә, республика баҙарын урындағы һөт аҙыҡ-түлектәре менән байытырға ярҙам итер тип көтөлә.

ҡаралған: 10
17:00 - 21.09.2018

Республикаға  40 ҡар таҙартыу  техникаһы ҡайтарылды.  Яңы  машиналар  газ  яғыулығында  эшләй. Транспорт һәм  юл  хужалығы  буйынса  дәүләт комитетынан  хәбәр итеүҙәренсә, был техника  райондарға тапшырыла. Өфө һәм Ҡырмыҫҡалыға унышар автомобиль  бүленә.  Ҡар таҙартыу  машиналарын  тағы  тиҫтәгә...

ҡаралған: 10
16:30 - 21.09.2018

Ғалимдар Нөгөш һыуһаҡлағысында 14-16 мең йыл элек йәшәгән ат һөйәгенә юлыҡҡан. Археолог Лилиә Сотлангәрәева әйтеүенсә,  был мәғлүмәт нигеҙендә боронғо кешеләрҙең Уралға килеүен, ҡасандан башлап йәшәүен асыҡларға мөмкин. Мәләүез районы Иманай мәмерйәһендә бер нисә йыл элек боронғо арыҫлан һәм...

ҡаралған: 12
15:30 - 21.09.2018

Республикала урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы уңышлы эшләй. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта. Төбәктәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүҙә ярҙамлаша. “Был йәһәттән Илеш районында эштәр әүҙем алып барыла. Юлдар ремонтлана, ауылдар эсәр һыу...

ҡаралған: 11
15:00 - 21.09.2018

Бәйге республикала иғлан ителгән Ғаилә йылына арнала. Ярыш шарттары буйынса, ҡатнашырға теләүселәр ғаризаны видеоролик рәүешендә ебәрҙе. Һәр ғаилә уңыштары, еңеүҙәре тураһында бәләкәй генә фильм төшөрҙө. Һөҙөмтәлә, тәүге турҙа иң күп тауыш йыйған 30 ғаилә икенсе этапҡа үтте. Еңеүсе смс тауыш...

ҡаралған: 12
14:30 - 21.09.2018

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә “Серго Орджоникидзе исемендәге майҙан” туҡталышы ваҡытлыса ябыла. Унда йылылыҡ селтәрҙәре төҙөкләндерелә. Эштәр Космонавттар урамында башҡарыла. Ошоға бәйле 20 сентябрҙән 30 сентябргә тиклем туҡталыш ябыла, унда автобустар туҡтамаясаҡ, тип хәбәр итә баш ҡала...

ҡаралған: 11
14:00 - 21.09.2018

2023 йылға тиклем иҫәпләнгән транспорт программаһына ярашлы, бюджеттан 800 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Әле баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһендә төҙөлөш  бара. Өфө йылғаһы аша күперҙә, асфальт инновация технологиялары буйынса түшәлә. Заманса гидроизоляция ҡатламы юлдың сифатын яҡшырта. Был...

ҡаралған: 13
13:00 - 21.09.2018

Уларға шулай уҡ матди ярҙам күрһәтеү ҡаралған. Хәбәр итеүебеҙсә, Ҡырмыҫҡалы районы Олокүл ауылында бер ҡатлы йортта газ шартланы. Ваҡиға урынында ике кеше һәләк булған. Тәфтиш комитеты осраҡ буйынса тикшереү башланы. 

ҡаралған: 14
11:30 - 21.09.2018

Ярославлдә  Халыҡ-ара Волков фестивале дауам итә. Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма  театры  Гүзәл Яхина романы буйынса сәхнәләштерелгән "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен күрһәтә. Фестиваль барышында Федор Волков исемендәге Хөкүмәт наградаһы ла тапшырыла. Премия профессиональ...

ҡаралған: 44
11:00 - 21.09.2018

Бөгөн скрипкасылар араһында Владимир Спиваков исемендәге халыҡ-ара конкурс еңеүселәре асыҡлана. Финалда 16 йәштән 26-кәсә 12 музыкант сығыш яһай. Улар араһында Рәсәй, Япония, Испания, Көньяҡ Корея, Эстониянан вәкилдәр бар. Гран-при яулаусыға уникаль скрипка  тапшырыла. Музыка ҡоралын 1912 йылда...

ҡаралған: 18
10:30 - 21.09.2018

Бөгөн Өфөлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығының киңәйтелгән ултырышы уҙа. Координация советы Республика Ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәтенең 85  йыллығына арнала. 1933 йылда Өфөлә Владимир Романкевич етәкселегендә Ҡан биреү институтының филиалы асыла, 1-се Совет дауаханаһында тәүге ҡан биреү үткәрелә. 1997...

ҡаралған: 17
10:00 - 21.09.2018

Унда төбәктең иң ҙур сәнәғәт ойошмалары ҡатнаша. Егеттәр һәм ҡыҙҙарға һөнәр һайлау буйынса тест үтергә була, төрлө семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәрелә. Предприятие-ойошмалар йәш белгестәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе үткәрә. Фестиваль эшсе һөнәрҙәр абруйын күтәреү һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл...

ҡаралған: 19
09:00 - 21.09.2018

ЮНЕСКО ҡарамағындағы абруйлы сара өсөнсөгә үткәрелә, быйыл мәҙәниәт һәм халыҡ ижадын үҫтереү мәсьәләләре ҡарала. Тәүге конференция баш ҡалала 2016 йылда уҙҙы, унда мәҙәни-ара диалог һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү темаһы күтәрелде. Былтырғы форумда иһә һөнәри белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләһе ҡаралды...

ҡаралған: 36

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 14..16°C
төндә 11..13°C
иртән 11..13°C
көндөҙ 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.