Яңылыҡтар

11:44 - 17.12.2015

Өфөлә яңы эш асырға йыйынғандар өсөн «Эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре» тип аталған курстар ойошторола. Унда юғары уҡыу йортон тамамлаусы студенттар, эшһеҙҙәр һәм быйыл бизнес өлкәһендә эш башлағандар саҡырыла. Шуныһы ла мөһим был курстар Благовар, Бүздәк, Кушнаренко райондары һәм Өфө халҡы өсөн уҙғарыла. Курстар тамамланғас, исемле танытма тапшырыла. Уҡыу 21 ноябрҙә башлана һәм бер аҙна бара. Һорауҙар менән Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

ҡаралған: 122
11:44 - 17.12.2015

Өфө бизнес яғынан уңайлы булған Рәсәй ҡалалары рейтингында өсөнсө урынға сыҡҡан. Иң яҡшылар, тип беренсе һәм икенсе урындарҙы алған Краснодар һәм Екатеринбург табылған. Дүртенсенән унынсыға тиклем Новосибирск, Красноярск, Омск, Ҡаҙан, Сорғот, Воронеж һәм Һамар килә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, Өфө Сочи ҡалаһына өсөнсө урынды бер йылға ҡалдырғандан һуң элекке позицияһын кире ҡайтарған. Баш ҡалала аҙыҡ-түлек, химия һәм электроника сәнәғәте етештереүе көрсөккә тиклемге кимәлгә сыҡҡан. Шулай уҡ халыҡ өсөн йәшәү уңайлыҡтары ла күтәрелгән....

ҡаралған: 118
11:44 - 17.12.2015

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы үҙәге тарафынан төбәк субъекттарының янғын һүндереүселәр подразделениелары араһында һөнәри конкурс уҙғарылды. Унда ҡатнашыусылар енәйәт, арбитраж, гражданлыҡ эштәре буйынса суд экспертизаһын башҡарыу, янғын осраған урынға сығып, шулай уҡ лаборатор шарттарҙа тикшереү, методик белешмәләр әҙерләү һәм башҡа критерийҙар буйынса көс һынашты. «Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттең иң яҡшы суд-экспертиза учреждениеһы» номинацияһында республикабыҙ вәкилдәре өсөнсө урын яуланы.

ҡаралған: 77
11:44 - 17.12.2015

Малайзия Башҡортостан продукцияһы менән ҡыҙыҡһына. «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» һәм «Мотор» йәмғиәте вәкилдәре был илдең Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Зайнола Абидин Бин Омар етәкселегендәге делегация менән газ турбинаһы энергетикаһы буйынса хеҙмәттәшлек буйынса һөйләшеүҙәр үткәрҙе. Сит ил ҡунаҡтары предприятиелағы технологиялар менән танышты, берекмәнең тарихы музейын ҡараны һәм эшлекле кәңәшмәлә ҡатнашты. Яҡтар Малайзияға моторҙар эшләү берекмәһенән 18 мегаватлыҡ һәм «Мотор» йәмғиәтенән 10 мегаватт ҡеүәтлегендә газ турбинаһы...

ҡаралған: 171
11:44 - 17.12.2015

Республика халҡының тәбиғи үҫеше ағымдағы йылдың 10 айында 307 кеше тәшкил иткән. Башҡортостан статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, быйыл 41 мең 708 кеше донъяға килгән. Республиканың 6 ҡалаһында һәм 14 районында тыуымдың артыуы билдәләнгән. Күңелһеҙ миҫалдарға килгәндә, 2011 йылда 41 мең 401 кеше мәрхүм булған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда 301–гә артҡан. Дөйөм алғанда, тыуыусылар һаны үлгәндәр һанын 0,7 проценҡа үтеп киткән.

ҡаралған: 110
11:44 - 17.12.2015

"Петербург сәйәсәте" фонды төбәк етәкселәренең рейтингын төҙөнө. Уның маҡсаты - губернаторҙарҙың үҫеш карьераһын билдәләү. Өлкә башлыҡтары 5 баллыҡ шкала буйынса аталды. Башҡортостан президенты Рөстәм Хәмитов «дүртле» билдәһе алып, 38 төбәк етәксеһе исемлегенә инде. "бишле" билдәһенә 9 губернатор лайыҡ булған, 24 чиновник «өслө»гә баһаланған. Төбәк башлыҡтары араһында «икеле» һәм унан да кәм билдә алғандар бар.

ҡаралған: 109
11:44 - 17.12.2015

Уға ярашлы, Тажикстанда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан Рәсәй һалдаттары «Хәрби ветеран» статусын һәм тейешле льготалар ала. Был законға төҙәтмәләр күрше дәүләттә 1992 йылдың сентябрь-ноябрь айҙарында һәм 1993 йылдың февраленән 1997 йылдың декабренә тиклем хеҙмәт итеүселәргә ҡағыла. «Башҡортостанда хәрби ветеран статусы яҡынса 1 мең кешегә биреләсәк»,- ти Республика хәрби хәрәкәттәр ветерандары берлеге рәйесе Тимерйән Рәжәпов.
«Ветерандар тураһында» законға төҙәтмәләр 2012 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә....

ҡаралған: 108
11:44 - 17.12.2015

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй Әсәләр форумы башлана Конгресс-холл бинаһында конгрестың пленар өлөшө үтә. Көндөң икенсе яртыһында секциялар эшләй, 6 тема буйынса түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола. Иртәгә секциялар эшенә йомғаҡ яһала, форумдың резолюцияһы ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ эшләп йөрөгән әсәләр өсөн иң ҡулай шарттар тыуҙырыусы предприятиелар бүләкләнә. Форум балалар коллективтарының ҙур концерты менән тамамлана.

ҡаралған: 188
11:44 - 17.12.2015

4 декабрҙә үҙ участкаларына бара алмағандарҙың алдан уҡ махсус танытма алыу мөмкинлеге бар. Теркәүҙән төшөрөү талоны буйынса башҡа участкала ла тауыш бирергә була. Быға тиклем бындай талондар территориаль һайлау комиссияларында бирелде, 14 ноябрҙән алып 3 декабргә тиклем участка һайлау комиссияларында алырға була. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Башҡортостанға 60 мең талон бүлгән. Республикала 3 миллион 22 мең кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә.

ҡаралған: 210
11:44 - 17.12.2015

Башҡортостанда «Төбәктәр - тотороҡло үҫеш» премияһына заявкалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Был йәмәғәт премияһына конкурсты быйыл августа Рәсәй хөкүмәте иғлан иткәйне. Ул илдә инвестициялар йәлеп итеү торошон, дәүләт менән бизнес араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙең яңы алымдарын асыҡлау, дөйөм алғанда иҡтисадты үҫтереүҙә яңы ысулдар табыу маҡсатында ойошторола. Конкурста башҡарма власть органдары, урындағы үҙидаралыҡтар, коммерция һәм коммерция булмаған ойошмалар һәм башҡалар ҡатнаша ала. «Төбәктәр - тотороҡло үҫеш» проекты еңеүселәре...

ҡаралған: 111
11:44 - 17.12.2015

Өфөләге 140-сы Башҡорт гимназияһына арҙаҡлы яҙыусы, шағирә, драматург Зәйнәб Биишева исеме бирелде. Республика хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Борай районы Кәшкәләү мәктәбе иһә артабан билдәле педагог, профессор Мөсәлиә Хәйруллина исемен йөрөтәсәк. Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы үҙе лә ошо мәктәпте тамамлаған. Был турала республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

ҡаралған: 135
11:44 - 17.12.2015

Рәсәй төбәктәрендә шыршыны законһыҙ ҡырҡыусылар менән көрәш башланды. Яңы йыл байрамына ай ярым ваҡыт бар, әммә йәш шыршы-ҡарағай үҫкән биләмәләр әленән үк көслө һаҡ аҫтына алынған. Урман һаҡлау ведомствоһы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Рәсәйҙә шыршы үҫентеһен ҡырҡҡан өсөн 3 мең ярым һум штраф түләй, бынан тыш уға урманға килтергән зыянды ҡаплау талабын да ҡуялар. Ул иһә 700 һумдан 2 меңгәсә етә, йәғни һәр законһыҙ ҡырҡылған шыршы өсөн штраф 5 мең ярым һумға барып баҫа. 3 шыршы ҡырҡҡан өсөн бер йылға иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

ҡаралған: 132
11:44 - 17.12.2015

Һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле айырым участкаларҙа хәүеф тыуған. Юл хужалығы федераль агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иҫкәртеү Ырымбур өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан республикалары аша үткән юлдарға ҡағыла. Был биләмәләрҙә аҙна дауамында бурандар көтөлә. Ошоға бәйле автоинспекция һәм юл хужалығы водителдәрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыра.

ҡаралған: 127
11:44 - 17.12.2015

Рәсәйҙә грипп эпидемияһы тураһында һөйләргә әле иртәрәк, әлегә бары балалар араһында ғына сир тарала, тигән баш санитар табип Геннадий Онищенко. Быға тиклем табиптар эпидемия тураһында белдергәйне. Шул уҡ ваҡытта санитар табип сирҙең тиҙ таралыуын таный. Рязань, түбәнге Новгород, Силәбе һәм Марий Элда тымау тейҙереүселәр һаны арта бара. Иң күп ауырыуҙар Ҡалмыҡстанда теркәлгән. Дөйөм алғанда, бөгөнгә ил буйынса 60 меңдән ашыу кеше сирләй.

ҡаралған: 109
11:44 - 17.12.2015

Өфөлә Бөтә Рәсәй Әсәләр форумы уҙа – бөгөн секциялар эшенә йомғаҡ яһалып, форумдың резолюцияһы ҡабул ителә. Башҡортостанда әсәлек һәм балалыҡты яҡлау, ғаиләләрҙә милли традицияларҙы нығытыу, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү сәйәсәте уңышлы тормошҡа ашырыла. Абруйлы форум барышында республика был өлкәләге үҙенсәлекле тәжрибәһен ил төбәктәре вәкилдәренә тәҡдим итә. Донъяның бөгөнгө йылдам үҫеше осоронда демография мәсьәләләренә лә айырым иғтибар бүлергә кәрәк, тигән фекерҙә белгестәр.
Бөтә Рәсәй әсәләр форумын халыҡ-ара «Әсә» мәрхәмәтлек...

ҡаралған: 109
11:44 - 17.12.2015

Салауат ҡалаһында күп функциялы дауахана һалыу һәм «Алмаз» бассейнын реконструкциялару эштәрендә ыңғай хәл ителеш күҙәтелә. Әйтелгән дауалау учреждениеһын төҙөү совет осоронда, 1989 йылда, башлана. Уҙған 22 йыл эсендә 300 миллион һум аҡса үҙләштерелгән. 2007 йылда төп корпустың бер өлөшө файҙаланыла ла башлай. Әммә, финанс ҡытлыҡ арҡаһында төҙөлөш эштәре туҡтап ҡала. Хәҙер төп корпусты файҙаланыуға тапшырыу өсөн 550 миллион һум талап ителә. Әле Республиканың адреслы инвестиция программаһына ярашлы, ҡалған эштәрҙе башҡарыу һәм...

ҡаралған: 115
11:44 - 17.12.2015

Бөгөн иртән Илеш районы Үрге Йәркәй ауылында шәхси йорт яна. Ваҡиға урынына килеп еткән янғын һүндереүселәр оло йәштәге йорт хужаларын һәм уларҙың 24 йәшлек ейәндәренең кәүҙәләрен таба. Ут торлаҡтың верандаһынан сыҡҡан тигән фараз бар. Өй янып китеүен бер кем дә күрмәгән һәм хәбәр итмәгән, ошоға бәйле янғын һүндереүселәр һуңлап килгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы кешеләргә мөрәжәғәт итә. Ут сығыу осраҡтарын күргәндәргә, кисекмәҫтән 01, йә кеҫә телефонынан 112 һандарына шылтыратырға кәрәк.

ҡаралған: 133
11:44 - 17.12.2015

«Халыҡ участковыйы». Рәсәйҙә ошондай исем менән конкурс тамамлана. Ул ил буйынса бер нисә этапта үтте. Ойоштороусылар билдәләүенсә, бәйге тәү сиратта үҙенең исемен аҡларға тейеш. Иң яҡшы хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрен халыҡ үҙе билдәләй ала. Әле интернет селтәрендә полиция хеҙмәткәрҙәре өсөн тауыш биреү бара. Башҡортостан исеменән конкурста Өфө ҡалаһының Совет районы участковыйы Вадим Саликаев ҡатнаша. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында ул 10 йылдан ашыу хеҙмәт итә. Полиция капитаны әйтеүенсә, үҙ һөнәреңде яратҡанда ғына, эш алға бара. Вадим Саликаев өсөн...

ҡаралған: 117
11:44 - 17.12.2015

Сибай ҡалаһында 1 мең 400 егет һәм ҡыҙ 4 декабрҙәге һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ҡатнашасаҡ. Дөйөм алғанда, тауыш биреүселәр исемлегенә 47 мең кеше индерелгән. Төбәк һайлау комиссияһы рәйесе Вәсил Сәғәҙиев белдереүенсә, ҡалала 23 һайлау участкаһы эшләй. Әле уларҙа исемлектәрҙе барлау һәм теркәүҙән төшөү танытмалары биреү эштәре бара. Ғәмүмән, Сибай халҡы төрлө кимәлдәге һайлауҙарҙа һәр ваҡыт әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, 2007 йылдағы Дума һайлауҙарында электораттың 80 проценты ҡатнашҡан.

ҡаралған: 103
11:44 - 17.12.2015

Башҡортостанда юлдарҙы төҙөкләндереү өсөн быйыл республика бюджетынан 7 миллиард һум аҡса бүленгән. Йыл аҙағына тиклем ошо сумманың 4 миллиардтан ашыуы төбәк-ара һәм ҡала янындағы трассаларҙы яңыртыуға, 2 миллиард ярым һумы урындағы әһәмиәттәге юлдарға тотоноласаҡ. Ауыл- ҡала- ҡасаба эстәрендәге юлдарҙы ипкә килтереүгә лә тейешле күләмдә финанс бүленгән. Уға ярашлы, ҡалаларҙа урамдар, ихата алдары төҙөкләндерелә, ауыл юлдары реконструкциялана. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров әйтеүенсә, был...

ҡаралған: 123

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -16..-18°C
кис -18..-20°C
төндә -14..-16°C
иртән -19..-21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.