Яңылыҡтар

11:45 - 17.12.2015

Рәсәй президенты гранты бер-нисә йүнәлеш буйынса биреләсәк. Улар араһында китапхана, музейҙар, халыҡ кәсептәре, халыҡ ижады, һынлы сәнғәт, дизайн, архитектура, хореография, музыкаль , театр һәм цирк сәнғәттәре, кинемотография бар. Гранттарға конкурсты Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы иғлан...

ҡаралған: 139
11:45 - 17.12.2015

Районда “Иң яҡшы шәхси ярҙамсы хужалыҡ” исеменә конкурс иғлан ителгән.
Туймазыла бөгөнгө көндә 22 мең шәхси хужалыҡ иҫәпләнә. Төбәктә етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙарының 52 проценты- улар өлөшө. Ғәҙәти игенселек, малсылыҡтан тыш, Туймазыла йәшелсә-емеш үҫтереү киң йәйелгән. Төбәктә...

ҡаралған: 86
11:45 - 17.12.2015

Планета спорт байрамы барышында Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән бер йөҙ самаһы ижади коллектив Сочи сәхнәләрендә сығыш яһаясаҡ. Улар араһында Күмертауҙың “Контраст” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә бар. Коллектив 14-20 февралдә үтәсәк концерттарҙа ҡатнашасаҡ.
Ә Республиканың иң билдәле коллективы...

ҡаралған: 113
11:45 - 17.12.2015

Рәсәй саңғыһы фестиваленең бер этабы- Киров районы саңғы байрамында юғары уҡыу йорттары, колледж-училищелар, лицей- мәктәптәр, предприятие-ойошмалар командалары, ветерандар ҡатнаша. Саңғынан тыш, быйма кейеп туплы хоккей уйнау, мини-футбол, арҡан тартышыу, быйма ташлау, тоҡ кейеп йүгереү һәм...

ҡаралған: 132
11:45 - 17.12.2015

Әнүәр Закир улы 1934 йылда Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуа. Мәскәү дәүләт университетын тамамлағандан һуң Өфөлә 1-се мәктәп-интернатта тарих дәресен уҡыта, артабан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Ул Башҡортостандың 18 быуат - 19 быуат баштарындағы тарихын өйрәнә, беҙҙең...

ҡаралған: 235
11:45 - 17.12.2015

Өфөнөң мәшғүллек үҙәге сираттағы акция уҙғара. Учреждение 10 февралдән 21 февралгә тиклем эшҡыуарлыҡ буйынса бушлай кәңәштәр биреү ойоштора. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, уҡытыу программаһына бизнес план төҙөү нигеҙҙәре, кесе эшҡыуарлыҡта һалым түләү системаһы...

ҡаралған: 100
11:45 - 17.12.2015

Әлеге көндә учреждениеға яңы бина төҙөү дауам итә. Төбәк башлығы төҙөлөштө ҡараны, музей етәкселеге менән осрашты, пландар тураһында ҡыҙыҡһынды. Музейҙан хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш йәй уртаһына тиклем тамамланырға тейеш. Яңы бинаға күскәндән һуң элеккеһен реконструкциялау күҙаллана. Дөйөм...

ҡаралған: 129
11:45 - 17.12.2015

Субсидия тураһында күрһәтмәгә Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Дөйөм алғанда, мәғарифты яңыртыу өсөн федераль бюджет ярҙамына конкурста илдең 50-нән ашыу төбәге ҡатнашҡан, 45 проект хуплау тапҡан. Субсидияларҙың дөйөм суммаһы 1 миллиард 88 миллион һум самаһы.
Аҡса һөнәри...

ҡаралған: 124
11:45 - 17.12.2015

Дөйөм алғанда, бындай сараларҙа 85 мең самаһы кеше ҡатнашҡан. Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, вакансиялар йәрминкәләрендә 5 мең 350 предприятие- ойошма урындар тәҡдим иткән.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 24 мең кеше эшһеҙ тип теркәлгән...

ҡаралған: 104
11:45 - 17.12.2015

Алдағы аҙнала Стәрлетамаҡ районындағы быуаларҙың береһендә мәкелә ҡармаҡ һалыу буйынса конкурс уҙғарыла. Башҡортостанда ҡышҡы балыҡсылыҡ фестивале әлегә киң таралмаған, ул икенсегә генә уҙғарыла.

ҡаралған: 149
11:45 - 17.12.2015

Тарихсы-профессор арабыҙҙан китеп барҙы, уға быйыл майҙа 80 йәш булыр ине. Әнүәр Зәкир улы Әсфәндиәров ғүмере буйы 18-19 быуаттарҙа Рәсәй һәм Башҡортостандың социаль- иҡтисади хәле, мәҙәниәте, контон системаһы, Башҡортостан ауылдары тарихына бәйле тикшереүҙәр алып барҙы, Башҡортостан ауылдары...

ҡаралған: 174
11:45 - 17.12.2015

"Петербург сәйәсәте" фонды белгестәре беҙҙең республиканы 6,8 балға баһалаған. Башҡортостан Мәскәү ҡалаһы, Татарстан, Ырымбур һәм Псков өлкәләре менән бер тирәлә урынлашҡан. Иң тотороҡло төбәк тип Хакасия аталған - ул 8,7 балл алған. Әйткәндәй, Башҡортостан уҙған йылда төҙөлгән...

ҡаралған: 201
11:45 - 17.12.2015

Республика ҡалаларында полиция рейдтары барышында ябылған уйын залдары йыш ҡына кире асыла. Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларында йәшерен ҡомарлы уйын залдарына йәнә бер тапҡыр йоҙаҡ эленде. Полиция ошондай 4 учреждениены япты. 48 уйын аппараты тартып алынған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан...

ҡаралған: 125
11:45 - 17.12.2015

Бөтәһе 2 миллиард 254 миллион һум аҡса ҡаралған. Субсидияларҙы 21 төбәк , шул иҫәптән Башҡортостан аласаҡ. Һәр төбәккә бүленгән сумма, төбәктә дәүләттән социаль ярҙамға мохтаж граждандар һанына ҡарап иҫәпләнгән.

ҡаралған: 143
11:45 - 17.12.2015

"Яңы йондоҙ" тип аталған бәйгенең тәүге туры күптән түгел Ҡоншаҡ ауылында уҙғарылған, тип белдерәләр Башҡортосандың күрше төбәктәге даими вәкиллегенән. Башҡорт йырҙарын таратыу, башҡорт композиторҙарының ижадын өйрәнеү, дөйөм мәҙәни киңлек булдырыу һәм яңы һәләттәрҙе асыҡлау -...

ҡаралған: 98
11:45 - 17.12.2015

Коллективтың тәүге сығышы 9 февралгә билдәләнгән. Был көндө ансамбль Олимпиада ауылдарының береһендә концерт ҡуйырға йыйына, барлығы иһә өс сығыш ҡаралған. Тамашасыларға рус, башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ бейеүҙәре тәҡдим ителәсәк. “Кружева” ансамбле 15 йыл эшләү дәүерендә республикабыҙҙан тыш,...

ҡаралған: 147
11:45 - 17.12.2015

Фермерҙар съезында уҙған йылға йомғаҡ яһалды, быйылға пландар билдәләнде. Шулай уҡ оҙаҡламай Мәсәкәүҙә үтәсәк Рәсәй фермерҙары йыйына делегаттар һайланды. Форум эшендә Президент Рөстәм Хәмитов сығыш яһап, фермерҙарҙың ауыл тормошондағы, агросәнәғәтте үҫтереүҙәге әһәмиәтен билдәләп үтте.
...

ҡаралған: 157
11:45 - 17.12.2015

Сочиҙа Олимпия уйындары рәсми асыла. Шоу-тамаша кискә, Өфө ваҡыты буйынса 22 сәғәт 14 минутҡа тәғәйенләнгән. Уны ,,Рәсәй-2,, телеканалы тура эфирҙа күрһәтәсәк.
Бөгөн Башҡортостандағы спорт саралары ла Олимпиадаға арнала. Өфөлә һәм Нефтекама ҡалаһында “Хоккей байрамы”, Өфөләге “Биатлон”...

ҡаралған: 124
11:45 - 17.12.2015

Субсидия бүленгән төбәктәрҙе “Информацион йәмғиәт” дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса махсус комиссия билдәләгән. Программа 2020 йылға тиклем иҫәпләнгән. Конкурс талаптарына ярашлы, субсидия алған төбәк мәғлүмәт технологияларын үҫтереү өсөн үҙ аҡсаһын да тотонорға тейеш, йәғни федераль...

ҡаралған: 135
11:45 - 17.12.2015

Өфө мэры урынына әле 6 кеше дәғүә итә. Улар - быға тиклем 2 йыл дауамында Өфө менән етәкселек иткән һәм бөгөнгө көндә лә ошо вазифаны башҡарыусы Ирек Ялалов, шулай уҡ Сәйет Закиров, Владимир Чернов, Николай Пучнин, Марат Йосопов һәм Рафиҡ Дүсәлиев. Ҡала мэры вазифаһына конкурсҡа 12 февралдә...

ҡаралған: 119

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 17..19°C
кис 12..14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.