Яңылыҡтар

15:20 - 14.07.2018

Федоровка районында 12 йәшлек малайҙың өҫтөнә кирбес стена ишелеп төшкән. Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан ошо турала хәбәр итәләр. Ваҡиға май айында була. 4 малай Златоусовка ауылы мәктәбе биләмәһендә уйнай. Береһе кирбес стеналы бәҙрәф янында торғанда, стена уның өҫтөнә ауа. Баланы дауаханаға оҙаталар, ата-әсәһе хоҡуҡ органдарына хәбәр итеүҙе кәрәк тип тапмай. Тәфтиш органдары хәлде тикшерә башлаған.

ҡаралған: 20
14:41 - 14.07.2018

Быйыл Күмертауҙа яңы социаль объект файҙаланыуға тапшырыла. Октябрҙә ҡалала Боҙ һарайы эш башларға тейеш. Комплекс нигеҙенең тәүге ташы 3 йыл элек һалынғайны. Һуңынан төҙөлөштө “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына – 100 объект” проектына индерҙеләр. Боҙ һарайында конькиҙа шыуыу, хоккей уйнау өсөн шарттар булдырыла. 314 миллион һумға баһаланған проект социаль программалар фонды иҫәбенә башҡарыла. Әлегә Күмертау балалары ҡышҡылығын ғына асыҡ һауала шайба ҡыуа ала.

ҡаралған: 19
13:56 - 14.07.2018

Ишле ғаиләләргә сираттағы ташлама. Хәҙер атайҙары һәм әсәйҙәре ялдарын теләгән ваҡытта ала аласаҡ. Дәүләт Думаһы ошо турала яңы ҡанун проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Бының өсөн Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр индерелә. Уға ярашлы, 12 йәшкә тиклемге 3 һәм унан да күберәк балаһы булған ата менән әсә йыл һайын бирелә торған бер айлыҡ түләүле ялдарын үҙҙәренә оҡшаған ваҡытта аласаҡ, эш биреүсенең отпуск графигы уларға ҡағылмай.

ҡаралған: 24
13:30 - 14.07.2018

Затон биҫтәһендә яңы мәғариф үҙәге төҙөү мәсьәләһе өйрәнелә. Был эште инвесторҙарҙы йәлеп итергә, дәүләт-шәхси партнерлыҡ иҫәбенә башҡарып сығыу күҙаллана. Проектҡа ярашлы, мәғариф үҙәгендә 1 мең 295 урынлыҡ мәктәп һәм 345 балаға иҫәпләнгән баҡса буласаҡ. Затон биҫтәһендә 27 меңләп кеше йәшәй, уларҙың 15 меңе – балалар.

ҡаралған: 20
12:01 - 14.07.2018

Галстук тағып йөрөү баш мейеһендә ҡан әйләнешенә насар йоғонто яһай икән. Германияның Шлезвиг-Голштейн университеты ғалимдары шундай асыш яһаған. Улар әйтеүенсә, галстук муйындағы ҡан тамыры, йоҡо артерияһын ҡыҫып тора, һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше боҙола. Күпселек ойошмаларҙа һәм компанияларҙа күлдәк-галстук дресс-код итеп билдәләнгән. Ошо тәртипте боҙған өсөн эшкә индермәүҙәре ихтимал.

ҡаралған: 18
11:20 - 14.07.2018

Ҡурған өлкәһе Әлмән районында Бөтә Рәсәй һабантуйы уҙа. Башҡортостан исеменән унда Баймаҡ һәм Нуриман райондары вәкилдәре ҡатнаша. Баймаҡ районы башҡорт халҡының тормошон һынландырған тирмә һәм этнографик күргәҙмә ойошторһа, нуримандар һабантуйға килеүселәрҙе милли аш-һыу менән һыйлай. Бынан тыш, Сибай һәм Башҡорт дәүләт филармониялары, Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль коллективтары сығыш яһай.

ҡаралған: 31
10:33 - 14.07.2018

Бөгөн Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы үтә. Ул күренекле башҡорт шағиры Ирек Кинйәбулатовтың тыуған төйәгендә – Абдулла ауылында был көндәрҙә шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә уҙғарыла. Абруйлы ҡунаҡтар шағирҙың ҡәберенә бара, сәскә һаласаҡ. Урындағы Мәҙәниәт йортонда байрамдың тантаналы өлөшө үтә, концерт программаһы ҡаралған. Ошо көндәрҙә Ирек Кинйәбулатовтың зыяратына иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылды.

ҡаралған: 35
09:42 - 14.07.2018

Белорет ҡалаһына 256 йыл. Байрамды йылдағыса Металлургтар көнө менән бергә билдәләйҙәр. Ҡала көнө һәм тимерселәр байрамы кесаҙна көн тармаҡ алдынғыларын бүләкләү менән башланды. Бөгөн иһә төрлө күңел асыу саралары һәм спорт ярыштары дауам итә, күргәҙмәләр асылды, байрам концерты күрһәтелә, ҡаланың абруйлы кешеләре, алдынғы металлургтар бүләкләнә. Байрам салют менән тамамланасаҡ.

ҡаралған: 32
08:48 - 14.07.2018

35 йыл элек, 1983 йылдың июль айында микрорайондағы тәүге 9 ҡатлы йорттар файҙаланыуға тапшырыла. "Сипайлово" тигән атама иһә ошо урында элегерәк булған ауыл исеменә бәйле. Уны XVIII быуатта Өфөләге Сипайлов фамилиялы дворяндар һатып алған була. Әле микрорайонда 130 мең самаһы кеше йәшәй.

ҡаралған: 22
08:23 - 14.07.2018

Проект йәмәғәт тыңлауҙарында хупланды. Комплекс 12 һәм 16 ҡатлы йорттарҙан тора, ул Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Кулибин һәм Азатлыҡ урамдары янында урынлаша. Ошонда уҡ бер нисә ҡатлы дауалау корпусын төҙөү планлаштырыла. Был урындағы медицина учреждениеһы авария хәлендә тип табылған, ул яҡын арала һүтеләсәк.

ҡаралған: 22
07:43 - 14.07.2018

Республиканың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте сифатһыҙ ризыҡтар тураһында хәбәр итә. Белгестәр емеш-еләк, йәшелсәләр етештергән һәм һатҡан 420-ләп предприятиены тикшергән. Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, 67 партиялағы 900 килограмм йәшелсәлә нитрат, йәки пестицид булыуы асыҡланған. Таможня берлегенең техник регламентына яуап бирмәгән продукция етештергән һәм сауҙаға сығарған өсөн 19 ойошмаға 57 мең һум штраф һалынған.

ҡаралған: 28
07:09 - 14.07.2018

Донъя агентлыҡтары ошо турала белдерә. Рәсәйҙә Эске тулайым продукты яҡынса 1 триллион ярым долларға еткән. Был күрһәткес буйынса беҙҙең ил халыҡ-ара рейтингта 12-се урындан 11-сегә күтәрелгән. Ошо турала Бөтә донъя банкынан хәбәр итәләр. Исемлектә беренсе урында – Америка Ҡушма Штаттары. Бында Эске тулайым продукты 19 триллион долларға баһалана. Артабан Ҡытай, Япония, Германия, Бөйөк Британия урынлашҡан. Майҙа Рәсәй Президенты яңы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 2024 йылға беҙҙең ил донъяның алдынғы 5 дәүләте исемлегенә инергә тейеш....

ҡаралған: 19
06:35 - 14.07.2018

Республика Милли банкынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл алты айҙа яҡынса 33 миллиард һумға 20 меңдән ашыу кредит бирелгән. Ипотека алыусыларҙың күбәйеүе процент ставкалары кәметелеүе менән аңлатыла. Бер йыл элек торлаҡ кредиты 11 процентҡа бирелһә, бөгөнгә 9,7 процентҡа алырға була. Әйткәндәй, күп балалы ғаиләләр өсөн ипотека 6 процентҡаса төшөүе ихтимал. Думала ошоға бәйле закон проекты ҡарала.

ҡаралған: 22
19:54 - 13.07.2018

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында иң популяр йүнәлештәр аталды. Башҡорт дәүләт университетында биология, география һәм инженер факультеттарында белем алырға теләүселәп күп. Бында бер бюджет урынына 15 кеше дәғүә итә. Иҡтисад институты, математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты, физика-техник институтында ла конкурс юғары. Башҡорт дәүләт педагогия университетында художество-графика факультетында бер урынға 17 абитуриент дәғүә итә. Башҡорт дәүләт медицина университетында фармацевт һәм теш табибы булырға теләүселәр айырыуса күп. Башҡорт...

ҡаралған: 21
18:50 - 13.07.2018

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошоға бәйле ҡанун ҡабул ителде. Музейҙарға бәйле закон 1998 йылдан эшләп килә. Документ бер нисә тапҡыр үҙгәреп торҙо һәм уны тәртипкә килтерергә кәрәк ине. Бынан тыш, федераль ҡануниәткә лә үҙгәрештәр индерелде. Шуға республика парламентарийҙары ла яңы закон ҡабул итте. Уға ярашлы, музей фондына экспонаттар тапшырыу тәртибе ябайлашты. Бынан тыш, дәүләт, муниципаль һәм шәхси музейҙар ойоштороуға үҙгәрештәр индерелде. Яңы закон музейҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәм бындағы уникаль тарихи-художество мираҫты...

ҡаралған: 18
17:42 - 13.07.2018

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ул 10 августа уҙғарыла. Форумда Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Республика Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен күҙәтеү, Тарифтар буйынса дәүләт комитеттары, ресурстар менән тәьмин итеү предприятиелары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашыуы көтөлә. Йылылыҡ миҙгеленә әҙерлек, дөйөм йорт сығымдарын кәметеү, заманса технологиялар ҡулланыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралырға тейеш.

ҡаралған: 58
17:16 - 13.07.2018

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә милли Курчатов исемендәге институтында булды. Төбәк етәксеһе комплекс лабороторияларын ҡараны, Гидро һәм генетика медицина тикшеренеүҙәре менән танышты. Эш сәфәре дауамында Башҡортостан башлығы Курчатов институты президенты Михаил Ковальчук менән осрашты. Ике арала хеҙмәттәшлекте нығытыу мөмкинлектәре ҡаралды. Ошо маҡсатта берлектәге эшсе төркөм булдырыу тураһында килешелде. Илдең ҙур фәнни үҙәге менән хеҙмәттәшлек Башҡортостан өсөн үтә лә мөһим, тине Рөстәм Хәмитов.

ҡаралған: 23
16:37 - 13.07.2018

Үҫемлек майы ҡушылған аҡ эсемлекте һөт тип атарға тыйыла. 15 июлдән яңы техник регламент көсөнә инә. Уға ярашлы, үҫемлек майынан әҙерләнгәне “һөт ҡушылған эсемлек” тип аталасаҡ. Уның тышлығында бындай эсемлекте етештереү технологияһы тулыһынса күрһәтелергә тейеш. Һуңғы ваҡытта һөт сифатына иғтибар арта башланы. Эксперттар лабораторияларҙа анализ үткәрҙе. Ҡайһы бер төр һөт үҫемлек майы ҡушып һатылған.

ҡаралған: 22
16:00 - 13.07.2018

Социалистик Хеҙмәт Геройы, Өфө районының Почетлы гражданы Зоя Коршунова вафат булды. Уға 85 йәш ине. Зоя Коршунова Ярославль өлкәһендә тыуған, Ростов ауыл хужалығы техникумын тамамлағандан һуң Өфө районына эшкә килә. 35 йыл Бөтә союз спирт сәнәғәте фәнни-тикшеренеү институтында хеҙмәт итә. Ул әүҙем йәмәғәт эше алып бара. БАССР Юғары Советының 8-се, 10-сы һәм 11-се саҡырылыштары депутаты итеп һайлана. Зоя Коршуноваға фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы, "БАССР-ҙың атҡаҙанған агрономы" исемдәре бирелә, 2 тапҡыр Ленин ордены...

ҡаралған: 23
15:11 - 13.07.2018

Тамашасылар киләһе йылда ике башҡорт фильмының премьераһын күрә ала. Мәҙәниәт министрлығы башланғысы һәм Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ярҙамы менән ике ҙур кинопроект әҙерләнә - Булат Йосоповтың "Беренсе республика" тигән тарихи фильмы төшөрөлә. Шулай уҡ режиссер Айнур Асҡаров Мостай Кәримдең "Өс таған" әҫәре буйынса фильм өҫтөндә эшләй. Киләһе йылда Башҡортостан Республикаһы 100 йыллығын билдәләй. Мәшһүр әҙип, халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дә тыуыуына 100 йыл тула.

ҡаралған: 51

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 18..20°C
иртән 20..22°C
көндөҙ 20..22°C
кис 18..20°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.