Яңылыҡтар

08:39 - 19.04.2018

Һуңғы бер йыл эсендә юлдарҙа тиҙлекте саманан арттырған өсөн һалынған штрафтар күләме 30 процентҡа артҡан. Уҙған йылда 70 миллион осраҡ теркәлгән, тип хәбәр итәләр Федераль юл инспекцияһынан. Водителдәр башлыса рөхсәт ителгән тиҙлекте 20-30 километрға арттырған. Күбеһен юл камералары теркәгән. Рәсәй муниципаль юлдарҙа сәғәтенә 90 километр менән йөрөргә рөхсәт ителә, автомагистралдәрҙә иһә 110 километрға тиклем баҫырға мөмкин.

ҡаралған: 28
08:09 - 19.04.2018

Өфө кешеләрен сәскәне өҙгән өсөн штраф тураһында иҫкәртәләр. Ҡар иреү менән ҡала янында, парк биләмәләрендә умырзаялар ҡалҡып сыҡты. Уларҙың айырым төрҙәре "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән. Гөлләмәләр эшләп һатыусыларға 5 мең һумға тиклем штрафтар янай. Кешеләрҙең иһә бындай сәскәне һатып алмауҙары һорала, ихтыяж булмағас, һатыу ҙа булмаясаҡ.

ҡаралған: 27
07:42 - 19.04.2018

Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сығарылған двигатель дәүләт һынауҙарын үтте. Башҡортостанда Су-57 бишенсе быуын истребителдәре өсөн двигатель етештерелә. Былтыр декабрҙә самолет уңышлы осош яһаны. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә двигателде етештереүҙә өр-яңы технологиялар һәм материалдар файҙаланыла. Ошондай двигатель ярҙамында самолет форсаж ҡулланмайынса ла тауыш тиҙлегенән дә шәберәк оса ала.

ҡаралған: 26
07:16 - 19.04.2018

Телевидениела дарыуҙар рекламаһын тыйыуҙары мөмкин. Дәүләт Думаһында ошо турала закон проекты өйрәнелә, проектты Федерация Советы ағзалары тәҡдим иткән. Авторҙар әйтеүенсә, бындай реклама пациенттың һаулығын ҡайғыртыуҙы түгел, тәү сиратта ҡиммәтле яңы препаратты һатыуҙы күҙ уңында тота. Йыш ҡына ауырыу кешеләр табип яҙған рецепт менән дә риза булмай, рекламала күргәнен талап итә. Шуға был закон көнүҙәк тигән фекерҙә документты әҙерләүселәр.

ҡаралған: 38
06:22 - 19.04.2018

“Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү” 19 сәғәттә башлана. Төбәк етәксеһенең халыҡ менән аралашыуын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Рәсәй-24, "Бөтә Өфө" телеканалдарында ҡарарға, "Спутник- ФМ" һәм "Рәсәй – Башҡортостан" радиоларында тыңларға мөмкин. Һорауҙарҙы 8-800-347-03-47 һандарына шылтыратып еткерергә була. Шулай уҡ 8-937—347-03-47 номеры буйынса "WhatsApp", "Viber" кеүек мессенджерҙар аша ла СМС-һорауҙар ҡабул ителә. “Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү” программаһы 2011 йылдан ғәмәлгә ашырыла....

ҡаралған: 31
19:50 - 18.04.2018

Быйыл июндә уларҙың мөҙҙәте тамамлана. Республика Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, участка комиссиялары биш йыл эшләргә тейеш. Закон буйынса улар дәүләт башлығын һайлау һәм парламентҡа тауыш биреү арауығында ойошторолорға тейеш. Участка комиссияларына кандидаттарҙан ғаризалар 17 майғаса ҡабул ителә. Уларҙы сәйәси партиялар, район йәки ҡала хакимиәттәре, электорат тәҡдим итә. Әле республикала 3 мең 391 участка һайлау комиссияһы эшләй. Шуларҙың 3 мең 287-һе ҡайтанан ойошторола, ҡалғандарының мөҙҙәте тамамланмаған.

ҡаралған: 22
18:40 - 18.04.2018

1 майҙан билет өсөн минималь хаҡ 21 һум була. 10 километрҙан алыҫыраҡ барыусылар иһә һәр километрға өҫтәп 2 һум 10 тин түләй. Быға тиклем минималь хаҡ 2 һумға арзаныраҡ ине, тип хәбәр итәләр республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Льготалы категория граждандар өсөн ташламалар ғәмәлдә ҡала. Башҡотростанда бөтәһе 85 ҡала яны поезы йөрөй.

ҡаралған: 28
17:46 - 18.04.2018

18 апрель кенәз Александр Невский яугирҙәре Чуд күлендә немец рыцарҙарын еңгән көн булараҡ та иҫтәлекле. Чуд күле һуғышы Рәсәйҙең хәрби дан даталарына индерелгән. 1242 йылдың 18 апрелендә Александр Невский ғәскәре немец армияһы менән Чуд күлендә осраша. Тарихта ул “Боҙ өҫтөндәге һуғыш” тип билдәләнгән. Был алыш хәҙерге Псков өлкәһендә була.

ҡаралған: 23
16:07 - 18.04.2018

Иртәгә, 19 апрелдә республикала һәм Өфөлә көндөң болотло булыуы, төндә яуым-төшөмһөҙ, иртән һәм көндөҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһының республикала төндә 0,+5 градус йылы, урыны менән -5 градусҡа тиклем һалҡын, көндөҙ +8, +13 градус йылы, Өфөлә төндә 0 тирәһе, көндөҙ +10,+12 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә яуым-төшөмдөң артыуы, һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

ҡаралған: 22
15:43 - 18.04.2018

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡтағы фажиғәнән һуң интернетта балалар именлегенә иғтибарҙы көсәйтергә саҡырҙы. Был турала ул ҡаланың 1-се мәктәбендә уҡытыусылар менән осрашыуында белдерҙе.

"Мәғлүмәт технологиялары үҫеше менән интернетта төрлө хәүефле сайттар, социаль селтәрҙәрҙә үлем төркөмдәре барлыҡҡа килде. Үҫмерҙәр ошондай мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһына һәм хәүефле йүнәлештәргә йәлеп ителә. Шуға балаларҙы һаҡларға һәм төрлө ваҡиғаларға әҙер булырға тейешбеҙ", - тине Рөстәм Хәмитов.

Бөгөн Стәрлетамаҡтың 1-се...

ҡаралған: 28
15:12 - 18.04.2018

Республикала сифатһыҙ икмәк табылған. "Роскачество" эксперттары Волга буйы федераль округы биләмәләрендә ризыҡ сифатын тикшергән. 33 предприятие сығарған икмәктең сифаты баһаланған. Башҡортостанда икмәк бешереү технологияһын боҙоу, иҫкергән он ҡулланыу осраҡтары асыҡланған. "Роскачество" баһалауы буйынса, иң сифатлы икмәк Киров, Түбәнге Новгород, Һамар, Һарытау, Ульяновск өлкәләрендә, Сыуаш республикаһында һәм Пермь крайында бешерелә.

ҡаралған: 23
14:43 - 18.04.2018

Бөтә Рәсәй экология акцияһы 21 апрелдән 21 майға тиклем бара. Бер ай дауамында республикала санитар таҙартыу өмәләре, рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе юҡ итеү, һәйкәлдәр һәм мемориалдарҙы тәртипкә килтереү, ағас ултыртыу кеүек саралар ойошторола. “Йәшел яҙ” акцияһын Владимир Вернадский исемендәге фонд уҙғара. Республика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы район һәм ҡалаларҙы был сарала әүҙем ҡатнашырға саҡыра.

 

ҡаралған: 21
14:08 - 18.04.2018

Рөстәм Хәмитов уларҙың сәләмәтләктәре менән ҡыҙыҡһынды һәм тиҙәрәк һауығырға теләне. “Балалар ғүмеренә хәүеф янамай, улар тиҙҙән аяҡҡа баҫасаҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, - тине Рөстәм Хәмитов ата-әсәләр менән аралашыу ваҡытында. Табиптар әйтеүенсә, йәрәхәтләнеүселәрҙең хәле тотороҡлана бара, улар яҡын арала һауығасаҡ. Пациенттар менән шулай уҡ психологтар эшләй. Бөгөн Стәрлетамаҡта 1-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл булды. 9 класта белем алыусы үҫмер класташтары һәм уҡытыусыға бысаҡ менән ташланды, шулай уҡ информатика бүлмәһен яндырҙы. Үҫмер егет...

ҡаралған: 123
13:44 - 18.04.2018

Иртәнге 8 сәғәттә алынған мәғлүмәттәр буйынса: Ағиҙел йылғаһының кимәле Өфө янында 206 сантиметр тәшкил иткән, тәүлек эсендә 18 сантиметрға кәмегән, Шаҡша биҫтәһе эргәһендә Өфө йылғаһы 252 сантиметр, 16 сантиметрға түбәнәйгән, Дим йылғаһы Бочкарев ауылы тирәһендә 14 сантиметрға кәмегән, һыу кимәле - 453 сантиметр.

ҡаралған: 17
13:02 - 18.04.2018

Бында Республика Башлығы оператив кәңәшмә үткәрҙе. Рөстәм Хәмитов республикалағы бөтә мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтергә, уҡыусыларҙы үткәреү режимына етди иғтибар бирергә, шулай уҡ янғын сыҡҡан кабинетта тиҙ арала ремонт үткәрергә ҡушты. Уҡытыусылар менән аралашҡанда, Рөстәм Хәмитов коллективтың ойошҡан эшен телгә алып үтте. Уҡытыусылар бер нисә минутта уҡыусыларҙы эвакуацияланы. Оператив хеҙмәттәр ҙә һынатманы. Улар ваҡиға урынына тиҙ арала килеп етте һәм ҡотҡарыу эштәре алып барҙы. Артабан Рөстәм Хәмитов дауаханала зыян күреүселәр...

ҡаралған: 27
12:49 - 18.04.2018

Бөгөн районда халыҡ бейеүҙәре буйынса төбәк-ара фестиваль башлана. Хореография, артистлыҡ һәм сәхнәлә үҙеңде тотоу һәләтен коллективтар өс бейеү менән күрһәтә. Тәүгеһе урындағы йолаларға бағышлана, икенсеһе уйын стилендә сюжетлы халыҡ бейеүе булырға тейеш. Өсөнсө бейеүҙе коллектив үҙе һайлай. Фәйзи Ғәскәров исемендәге төбәк-ара халыҡ бейеүҙәре фестивале тәүге тапҡыр 2015 йылда уҙғарылды.

ҡаралған: 23
12:01 - 18.04.2018

Тәфтишселәр ҡаланың 1-се мәктәбендә булған ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен тикшерә. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн 17 йәшлек үҫмер информатика кабинетында класташтарына бысаҡ менән ташланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәрәхәтләнеүселәрҙең барыһы ла урындағы дауаханала. Хәлдәре уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Ваҡиға буйынса Тәфтиш комитеты ике енәйәт эшен асты. 17 йәшлек үҫмерҙең ҡылығы һәм хәүефһеҙлек өсөн яуаплы органдарҙың эшмәкәрлеге тикшерелә. Һөжүм ойошторған үҫмер бер нисә сәғәт элек социаль селтәрҙәге сәхифәһендә...

ҡаралған: 47
11:46 - 18.04.2018

Башҡортостанда оло йәштәгеләр араһында “Мин яратам һине, тормош!” фестивале дауам итә. Бөгөн ижади конкурстың зона этабы Архангелдә уҙа. Унда Баймаҡ, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Белорет, Архангель райондарынан, Межгорье, Сибай ҡалаһынан һәүәҫкәр артистар ҡатнаша. Хаҡлы ялдағылар йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтә, шулай уҡ ҡул эштәренән күргәҙмәләр ойошторола. Фестивалдә 55 йәштән өлкәндәр сығыш яһай. Һайлап алыу этаптары республикала ете зонала үткәрелә.

ҡаралған: 22
11:11 - 18.04.2018

Бөгөн районда ошо исем аҫтында хәйриә фестивале уҙғарыла. Урындағы социаль үҫеш хәйриә фонды, хакимиәт һәм муниципаль совет ойошторған сара власть, бизнес һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында хәйриә өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Акция барышында йыйылған аҡса ололар йорт-интернатына һәм район үҙәгендәге мәсет төҙөлөшөнә йүнәлтеләсәк.

ҡаралған: 20
10:25 - 18.04.2018

Стәрлетамаҡта 1-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл. Уҡыусыларҙың береһе бысаҡ тотоп, балаларға ташланған һәм мәктәпте яндырырға маташҡан. Ваҡиға шаһиттары билдәләүенсә, ниндәйҙер егет мәктәп буйлап бысаҡ тотоп йүгереп йөрөгән. Уҡытыусы ишекте тотоп торорға маташҡан, һуңынан класҡа йүгереп ингән. Бысаҡ тотҡан егет бер ҡыҙыҡайға ташланған, уныһы икенсе ҡаттан ырғып төшкән. Һуңынан ул информатика класына ут төрткән. Бөтә уҡыусыларҙы эвакуациялағандар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, өс уҡыусы һәм уҡытыусы зыян күргән. Башҡортостан буйынса Эске эштәр...

ҡаралған: 50

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 3..5°C
көндөҙ 7..9°C
кис 4..6°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.