Яңылыҡтар

18:40 - 10.07.2018

Һыуҙа батып үлеүселәр һаны артыуға бәйле, республикала йылға-күлдәрҙә өҫтәмә 24 пост ҡуйылды. Ошо турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдерәләр. Быға тиклем ҡотҡарыусылар рәсми эшләгән 75 пляжда булды. Бәхетһеҙ осраҡтар йышыраҡ һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа теркәлә. Эҫе көндәр башлағандан алып 30-ҡа яҡын кеше батып үлде. Шуға халыҡ күпләп һыу инергә яратҡан урындарҙа ла ҡотҡарыусыларҙы даими дежурға ҡуйырға ҡарар ителде. Әйткәндәй, рәсми пляждарҙа ла төрлө осраҡтар булып тора. Бында ҡотҡарыусылар һыуға батып...

ҡаралған: 28
17:32 - 10.07.2018

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә 207 мең тонна бесән, ярты миллион тоннанан ашыу сенаж әҙерләнгән. Билдәләнгән пландың өстән бер өлөшө тигән һүҙ. Быйыл ауыл эшсәндәренә 750 мең тонна бесән, 1 миллион 700 мең тонна сенаж, шул сама силос һәм 700 мең тонна фураж әҙерләү бурысы ҡуйылған.

ҡаралған: 24
16:56 - 10.07.2018

 Кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, Юғары уҡыу йорттары ректорҙары, мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнашты. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һәләтле балаларҙы киләсәктә үҙебеҙҙә ҡалдырырға кәрәк. Хатта башҡа төбәктәргә белем алырға барһалар ҙа уларҙы кире үҙебеҙгә ҡайтарырға, Башҡортостанда улар өсөн уңайлы шарттар, лайыҡлы эш урындары булдырырға тейешбеҙ. Әлбиттә, бөтә балаларҙың һәләттәре бар. Әммә һәләттәр ҙә айырыла, шуға белем биреүҙә лә төрлө алымдар ҡулланылыуы шарт, тине Республика башлығы. Башҡортостанда һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе...

ҡаралған: 32
16:33 - 10.07.2018

Федераль сәнәғәт үҫеше фонды предприетиеға ярты миллиард һумға яҡын аҡса бүлә. Йәнә шул самаһы йәмғиәттең үҙенеке. Һөҙөмтәлә, был сумма хәрби булмаған самолеттар өсөн двигателдәр етештереүгә йүнәлтеләсәк. Оборона-сәнәғәт предприятиеларында продукция ассортиментын арттырыу, халыҡ ихтыяжы өсөн тауарҙар етештереү темаһы быйыл Владимир Путиндың Өфө моторҙар эшләү предприятиеһына сәфәре барышында етди тикшерелде.

ҡаралған: 18
15:16 - 10.07.2018

Октябрьский ҡалаһында күп ҡатлы йортта янғын сыға. Ҡотҡарыусылар 50 кешене эвакуациялай. Ағыулы төтөндән 82 йәшлек ҡатын һәм 67 йәшлек ир вафат була. Янғын икенсе ҡаттағы бер бүлмәле фатирҙан сыға. Һыу ҡорбандары ла арта. Борай районында 38 йәшлек ир быуала бата. Ҡомлоҡ миҙгелендә 3 тиҫтәләп кешенең ғүмере һыуҙа өҙөлдө.

ҡаралған: 23
14:13 - 10.07.2018

"Ағиҙел" ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы отпускынан сыҡты. Бөгөндән күнекмәләр башлана, команда 15 июлгә тиклем Өфөлә була, унан һуң июль аҙағына тиклем "Павловка" һыуһаҡлағысы янындағы физкультура комплексында шөғөлләнә. Артабан, август айында йәнә Өфө боҙонда күнекмәләр уҙғарыла, бер нисә контроль уйын планлаштырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселек 9 сентябрҙә башлана, "Ағиҙел" чемпион титулын яҡлап сығыш яһаясаҡ. Команда уҙған миҙгелдә алтын миҙалдар яуланы.

ҡаралған: 24
13:09 - 10.07.2018

Иртәгә, 11 июлдә, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ямғыр, айырым райондарҙа күк күкрәп боҙборсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһының республикала төндә +13, +18, көндөҙ +23, +28, Өфөлә төндә +13, +15, көндөҙ +24, +26 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы көтөлә.

ҡаралған: 24
12:16 - 10.07.2018

Юлаевсылар Европа хоккей командалары араһында күрһәткестәрен яҡшыртты. “Хоккей архив” порталы рейтингы буйынса, “Салауат Юлаев” клубы 21-се урынға ҡуйылған. Бер йыл элек Өфө хоккейсылары 41-се баҫҡыста урынлашҡан ине. Исемлектә беренсе урында – Санкт-Петербургтан СКА, артабан Швециянан “Векше Лейкерс”, өсөнсөлә Мәскәүҙән ЦСКА урынлашҡан. Рейтингта шулай уҡ Нефтекаманан “Торос” күрһәтелгән, ул 175-се урында. Исемлектә йәмғеһе 250 команда бар.

ҡаралған: 25
11:47 - 10.07.2018

“Ихлас” мәсетендә Ҡөрьәнде яттан һөйләүселәр бәйге тотто. Унда 150-ләп бала һәм үҫмер ҡатнашты. Бындай конкурс Башҡортостанда йыл һайын уҙғарыла. Быйылғыһы Ырымбур Диниә назараты ойошторолоуҙың 230 йыллығына һәм билдәле дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына 185 йыл тулыуға арналды. Белгестәр әйтеүенсә, Ҡөрьәнде бала саҡтан өйрәнеү еңелерәк. 30-ҙы үткәндән һуң сүрәләрҙе ятлау ауырғараҡ тура килә.

ҡаралған: 27
11:28 - 10.07.2018

Сумма былтырғы менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан. Республикала 930 километр юл тәртипкә килтерелергә, күперҙәр ремонтланырға тейеш. Айырым төбәктәрҙә яңы трассалар һалына. Мәҫәлән, 19 саҡрым оҙонлоҡта Мишкә – Иҫке Балтас, Ҡариҙел ауылын урау юлы һәм Өфө йылғаһы аша күпер, Ҡариҙел – Таҙтүбә юлдары төҙөлә. “Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше” федераль программаһы буйынса яҡынса 40 километрҙа ауылдарға инә торған юлдар һалына. Бөрө, Благовар, Борай, Краснокама,...

ҡаралған: 23
10:30 - 10.07.2018

Башҡортостанда социаль туризм үҫешә. Ошо йүнәлештә эшләүсе предприятиеларға ярҙам маҡсатында 8 миллион һумға яҡын аҡса бүленде. Был сумма инвалидтар, пенсионерҙар, етем балалар өсөн 1 мең 100-ҙән ашыу туристик йүнәлтмә алыуға тәғәйенләнә. Бөгөн Туристик операторҙарҙан тәҡдимдәр ҡабул итеү өсөн һуңғы көн, тип хәбәр итәләр Республика Туризм һәм эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан.

ҡаралған: 26
10:09 - 10.07.2018

Минскиҙа бөгөн Халыҡ-ара вуз-ара грация һәм артислыҡ оҫталығы конкурсы финалы үтә. Гүзәллек бәйгеһендә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты студенты Зөһрә Мөхәррәмова сығыш яһай. Таж һәм "Яҙ королеваһы" исеменә Рәсәй, Әрмәнстан, Белоруссия һәм Латвиянан һигеҙ студент дәғүә итә. Быйылғы конкурстың төп темаһы – "Хыял лайнерында сәйәхәт". Программала дефиле, бейеү, интеллектуаль һәм ижади конкурстар, тип хәбәр итә ойоштороусылар.

ҡаралған: 20
09:35 - 10.07.2018

Башҡортостанда 30-ҙән ашыу балалар лагерында хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәй. Ошо турала Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдерәләр. Балалар һауыҡтырыу үҙәктәрендә санитар-эпидемиологик, янғын хәүефһеҙлеге, терроризмға ҡаршы талаптар боҙолған. Ведомство хеҙмәткәрҙәре лагерь етәкселәренә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн күрһәтмәләр бирә. Талаптар үтәлмәгән осраҡта, ял үҙәктәре эшмәкәрлеге туҡтатыла. Республикала быйыл 2 мең 500-ләп лагерь эшләй. Шуларҙың 100-гә яҡыны ҡала яны, йәғни тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан. Тәүге сменала 214 мең...

ҡаралған: 25
09:09 - 10.07.2018

Рәсәй кешеләре һимерә бара. Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәте башлығы Александр Суринов әйтеүенсә, 19 йәштән 60 йәшкәсә граждандарҙың 40 процентының кәүҙәһе норманан ауырыраҡ. Был тәү сиратта кешеләрҙең аҙ хәрәкәт итеүенә, балыҡ, йәшелсә-емеште аҙыраҡ ашауына бәйле. Һуңғы ваҡытта киң таралған фаст-фуд та хәлде ҡатмарлаштыра, ти ул. Рәсәй туҡланыу институты белгестәре лә ил кешеләренең күбеһенең көндәлек рационын сәләмәтлек өсөн зыянлы тип белдерҙе.

ҡаралған: 23
08:56 - 10.07.2018

Статистика хеҙмәте аҙналыҡ мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Хаҡ үҙгәрмәгән. Яғыулыҡтың литры уртаса алғанда 43 һум 85 тин тора. 92-се бензин 40 һум 59 тингә, 95-сеһе — 43 һум 63, 98-се маркаһы 47 һум 87 тингә һатыла. Бер йыл эсендә дизель яғыулығына хаҡ 14,6 процентҡа артҡан. 92-се бензин — 11,8, 95-сеһе — 10,9 процентҡа ҡиммәтләнгән.

ҡаралған: 22
08:03 - 10.07.2018

Республика кардиология үҙәге 2023 йылға тиклем яңыртыласаҡ. Ошо маҡсатта Башҡортостан ҡаҙнаһынан 3 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә. Был суммаға Кардиология үҙәгенең әлеге биналары ремотлана, яңы хирургия корпусы төҙөлөргә, заманса ҡорамалдар алынырға тейеш. Иҡтисади үҫеш министрлығы эште башҡарыусы компанияны 30 июлдә һайлап ала. Реконструкцияны 2022 йыл аҙағына тамамлау планлаштырыла.

ҡаралған: 25
07:50 - 10.07.2018

Башҡортостанда Аксаков исемендәге әҙәбиәт премияһына эштәр ҡабул ителә башланы. Ул яҙыусылар, публицистар һәм әҙәби тәңҡитселәргә тапшырыла. Тыуған яҡҡа һөйөү, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе тәрбиәләү темаларын яҡтыртҡан әҫәрҙәр ҡабул ителә. Улар китап булараҡ нәшер ителгән йәки матбуғатта баҫылған булырға тейеш. Документтарҙы июль аҙағынаса тапшырырға кәрәк. Сергей Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәбиәт премияһы 1996 йылда булдырылды. Бүләкләү тантанаһы Өфөлә үткәрелә. Премияға төрлө йылдарҙа Михаил Чванов, Василий Белов, Валентин Распутин лайыҡ булды...

ҡаралған: 25
07:16 - 10.07.2018

Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уға шылтыратып коллекторҙарҙың законһыҙ эшмәкәрлеге буйынса ялыу ҡалдырырға мөмкин. 273-71-49 һандарына иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтыратырға була. Коллектор ойошмалары банктарға бурыслы булған кешеләрҙән аҡсаны ҡайтарыу менән шөғөлләнә. Законға ярашлы, улар янамаҫҡа, көс ҡулланмаҫҡа, самаһыҙ шылтыратып бимазаламаҫҡа тейеш.

ҡаралған: 26
06:46 - 10.07.2018

Рәсәйҙең Финанс министрлығы алдағы өс йылға бюджет планы менән таныштырҙы. Уға ярашлы, 2019 йылда һаулыҡ һаҡлауға 460 миллиард һум бүленә. 2021 йылға был сумма 572 миллиард һумға етәсәк. Мәғарифҡа киләһе йылда 690 миллиард һум ҡарала, ә өс йылдан 37 миллиард һум күберәк бүленә. Шул уҡ ваҡытта мәҙәниәт һәм спортҡа аҡса кәмей бара. Милли именлек, хоҡуҡ һаҡлау һәм оборонаға, киреһенсә, артасаҡ. 2021 йылға оборона өсөн генә 3 триллион һум бүленәсәк.

ҡаралған: 27
19:31 - 09.07.2018

Башҡортостандан шашкасы Александр Георгиев донъя рейтингында беренсе урынға күтәрелде. Бөтә донъя шашка федерацияһы яңы исемлек менән таныштырҙы. Унда 2 мең 426 мәрәй менән 9 тапҡыр донъя чемпионы Александр Георгиев тәүге баҫҡыста килә. Икенсе урында шулай уҡ Рәсәй спортсыһы, ғәмәлдәге донъя чемпионы – Александр Шварцман. Рейтингта республика вәкилдәренән Муродулло Амриллаев – 18-се, Айнур Шәйбәков – 19-сы, Владимир Мильшин – 80-се урында. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе баҫҡыста – Белоруссиянан Ольга Федорович. Башҡортостан вәкилдәренә...

ҡаралған: 48

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 19..21°C
иртән 20..22°C
көндөҙ 27..29°C
кис 26..28°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.