Яңылыҡтар

10:48 - 17.04.2018

Башҡортостанда юлдарҙағы тәртипте квадрокоптерҙар ярҙамында күҙәтеү планлаштырыла. Дәүләт авто инспекцияһының төбәк идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, пилотһыҙ осоусы аппарат Ҡырмыҫҡалы күгендә һынау үткән. Квадрокоптер ҡаршы һыҙатҡа сығыусы автомобилде асыҡлаған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары был ҡағиҙә боҙоуҙы теркәп ҡуйған. Башҡортостандың авто инспекцияһы балансында әлегә квадрокоптерҙар юҡ. Ведомствонан белдереүҙәренсә, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә Эске эштәр министрлығы идаралыҡтары ошо төр техниканы һатып алған да инде. Улар ыңғай...

ҡаралған: 14
10:13 - 17.04.2018

Бөгөндән алып кесаҙнаға тиклем илебеҙҙең барлыҡ төбәктәрендә 4-5 класс уҡыусылары рус теленән Бөтә Рәсәй тикшереү эштәре яҙа. Тәүге өлөшөндә 4 кластар диктант яҙа һәм уға бәйле ике эш башҡарырға тейеш. Уларҙың барыһы өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. Икенсе өлөшөндә уҡыусыларҙы 12 яҙма эш көтә, быны 19 апрелдә тапшырырға кәрәк. Бишенсе кластар өсөн был һынау бөгөн үтә һәм бер сәғәткә иҫәпләнгән.

ҡаралған: 23
09:47 - 17.04.2018

Башҡортостан сәнғәт оҫталары Парижда сығыш яһай. Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле халыҡ-ара фестивалдә ҡатнаша. “Донъя бейеүҙәре һәм музыкаһы” тигән сара ЮНЕСКО-ның штаб-фатирында 29 июндә үтә. Фестивалдә 8 коллектив сығыш яһай. Рәсәй исеменән “Мираҫ” ансамбле генә саҡырыу алған. Халыҡ-ара фестиваль барышында артистар Франция ҡалалары буйлап ике аҙналыҡ гастролгә лә сыға.

ҡаралған: 15
08:48 - 17.04.2018

Республика Фәндәр академияһы, нефть-техник университет етәкселеге Шэньчжэн ҡалаһындағы политехник университет эшмәкәрлеге менән танышты. Осрашыуҙа үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләһе тикшерелде. Фән, технология өлкәләрендәге бәйләнештәр, берлектәге ғилми саралар, фәнни үҙәктәрҙе үҫтереү проекттары, курстар ойоштороу, студенттар менән алмашыу кеүек йүнәлештәр ҡаралды.

ҡаралған: 21
08:16 - 17.04.2018

Республикала тәбиғәт һәйкәлдәрен һаҡлау айырым тәртип буйынса башҡарыласаҡ. Ул биләмәләрҙең сиктәрен аныҡлау өсөн кәрәк. Беҙҙә тәбиғәт һәйкәлдәре 40-50 йылдар элек барлыҡҡа килгән, әммә ул саҡта сиктәре, майҙандары, урынлашҡан ерҙәре асыҡ билдәләнмәгән. Хәҙерге закон буйынса тәбиғәт паркы, дәүләт заказниктары эсендә айырым тәбиғәт һәйкәле була алмай. Ул һаҡланған тәбиғәт биләмәһендәге объект тип билдәләнә. Яңылыҡ республика әһәмиәтендәге тәбиғәт һәйкәле статусы булған урындарға ҡағыла.

ҡаралған: 21
07:40 - 17.04.2018

Ауыл хужалығы министрлығы сырға оҡшаш ризыҡ әҙерләүҙе тыйырға саҡыра. Ябай ҡулланыусы арзанырағына өҫтөнлөк бирә. Бындай сыр составында яртыһынан күберәк - үҫемлек майҙары. Техник регламентҡа ярашлы, сыр ризығында үҫемлек майы 50 проценттан артмаҫҡа тейеш. 2017 йылда Рәсәйгә ситтән 150 мең тонна ошондай сыр индерелгән. Улар 100 процентҡа үҫемлек майынан яһалған, һөт бөтөнләй юҡ. Хаҡы ла дөрөҫ сырҙан бер ярым тапҡырға арзаныраҡ булған.

ҡаралған: 24
07:17 - 17.04.2018

Башҡортостанда оҫталар бәйгеһе үтәсәк. Һөнәре буйынса иң яҡшыһы конкурсы тураһында Республика Хөкүмәтенең күрһәтмәһе донъя күрҙе. Номинациялар араһында иретеп йәбештереүсе, слесарь, ташсы, троллейбус йөрөтөүсе, химик анализ лаборанты, урман ҡырҡыусы, кондитер, ҡымыҙ бешеүсе бар. Һөнәри оҫталыҡ конкурсы өсөн яуаплы итеп вице-премьер Салауат Сәғитов тәғәйенләнгән.

ҡаралған: 20
06:42 - 17.04.2018

Коммерция булмаған ойошмалар Ғаилә йылында үҙ проекттарын грант иҫәбенә ғәмәлгә ашыра. Ғаилә ҡиммәттәре һаҡлау, ғаиләнең абруйын нығытыуға тәғәйен проекттар даими һайлап алына. Мәҫәлән, 2017 йылда 10 ойошма республика ҡаҙнаһынан - 6, йәнә 8-е федераль бюджеттан 14 миллион һумдан ашыуыраҡ сумма алды. Улар үҙ проекттарын быйыл ошо грант иҫәбенә тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт педагогия университетында айырылышыу хәленә барып еткән ир менән ҡатынды яраштырыусы белгес - медиаторҙар әҙерләйҙәр.

ҡаралған: 20
19:44 - 16.04.2018

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа алданған өлөшсөләр мәсьәләһе тикшерелде. Унда билдәләнеүенсә, Республикала күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә алданған граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса закон ҡабул ителгән, әммә әлегә тема асыҡ ҡала. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргәндәр һаны ла даими үҙгәреп тора, уларға ярҙам алымдары өйрәнелә, тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев. Әле Башҡортостанда 5 мең 600 алданған өлөшсө бар. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күргәндәр реестрында иһә 1 мең 400 кеше иҫәпләнә.

ҡаралған: 17
18:20 - 16.04.2018

“Рәсәй һылыуҡайы” конкурсында Башҡортостан вәкиле махсус дипломға лайыҡ булды. Башҡорт ҡыҙы Земфира Байдәүләтованың милли кейемен жюри шулай баһалаған. Республика вәкиле бәйгелә ҡатнашҡан 70 мең ҡыҙ араһынан ТОП-20-гә эләкте, интернет тауыш биреүҙәрҙә иһә 7-се урынға сыҡты, ә финалда иң яҡшы милли костюм өсөн баһаланды.

ҡаралған: 29
17:37 - 16.04.2018

Башҡортостанда Татарстан башҡорттары көндәре үтә. Өфөлә 22 апрелдән 24-нә тиклем күрше республикала йәшәгән милләттәштеребеҙҙең мәҙәниәт көндәре уҙғарыла. Уның барышында бай эстәлекле программа ҡаралған. Ҡунаҡтарға музейҙар, мәҙәниәт ойошмалары, уҡыу йорттары һәм ҡаланың билдәле урындары буйлап экскурсия көтә. Башҡортостан Милли музейында ил төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар көнкүреше темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторола, ә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Татарстан башҡорттары сәнғәт оҫталары концерты үтә....

ҡаралған: 25
16:52 - 16.04.2018

Смоленск ҡалаһында фехтование буйынса ил беренселеге үтте. Башҡортостан командаһы - Тимур Сафин, Асҡар Хәмзин, Тимур Арыҫланов һәм Роман Куц финалда Мәскәү өлкәһе рапирасыларын еңеп, алтын миҙал яуланы. Ошо уҡ чемпионатта шәхси ярыштарҙа Тимур Сафиндың йәнә бер алтыны бар, ә Асҡар Хәмзин бронза алды.

ҡаралған: 24
16:30 - 16.04.2018

Тәүгеһе башлыса ҡар һыуҙарынан хасил булды. Хәҙер йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелә, йәғни, хәүеф ағын һыу - йылғаларҙан янай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә тиҫтәләп район һыуҙан зыян күргән, 200-ҙән ашыу ихата, 25-ләп торлаҡ йортҡа үтә, уларҙа йәшәгән 460 кеше эвакуациялана. Улар барыһы ла туғандарында йәшәй. Бөгөнгә 40-лап йорт-ихата һыуҙа ҡала, уларҙың ун бишләбе - Өфө эргәһендәге Зубов ауылында.

ҡаралған: 31
15:11 - 16.04.2018

Иртәгә, 17 апрелдә, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә. Ел йүнәлеше үҙгәреүсән, талғын. Һауа температураһы республикала төндә -1, -6 градус һалҡын, көндөҙ +7, +12 градус йылы, Өфөлә төндә 0 тирәһе, көндөҙ +8, +10 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә: 18 апрелдә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр булмай, 19-ында яуым-төшөмдөң артыуы көтөлә.

ҡаралған: 31
14:16 - 16.04.2018

Башҡортостанда бөгөн һалым органдары рейдтары башлана. Инспекция хеҙмәткәрҙәре транспорт һалымы буйынса бурысын түләмәгәндәргә бара. Республикала ошо өлкәлә 1 миллиард 600 миллион һумлыҡ бурыс йыйылған. Бурыслыларға ҡарата ҡаты саралар күреләсәк. Уларҙың мөлкәтенә арест һалына, транспорт сараһы мәжбүри рәүештә махсус туҡталҡаға эвакуацияланасаҡ. Артабан ҡулға алынған мөлкәт һатыуға ҡуйыла.

ҡаралған: 31
13:06 - 16.04.2018

Иртәнге 8 сәғәттә алынған мәғлүмәттәр буйынса: Ағиҙел йылғаһының кимәле Өфө янында 237 сантиметр булған, тәүлек эсендә 46 сантиметрға кәмегән, Шаҡша биҫтәһе эргәһендә Өфө йылғаһы 221 сантиметр – 77 сантиметрға артҡан, Дим йылғаһы Бочкарев ауылы тирәһендә 22 сантиметрға кәмеп, 485 сантиметрға түбәнәйгән.

ҡаралған: 31
12:19 - 16.04.2018

Илдә бөтә сүплектәрҙе ҡайтанан эшкәртеү өсөн бер триллион һум талап ителә. Ошо турала Рәсәй президенты ҡарамағындағы Тәбиғәтте һаҡлау, экология һәм транспорт мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Сергей Иванов белдерҙе. Бында рәсми полигондар һәм рөхсәтһеҙ барлыҡҡа килгән сүплектәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк, тигән чиновник. Ҡалдыҡтарҙы ҡайтанан эшкәртеү өсөн бер нисә йыл кәрәк. Шуға ошондай эшмәкәрлек күп ваҡыт һәм аҡса талап итә. Быйыл илдә 30-лап полигонда эштәр алып барыла, бының өсөн бюджеттан 3 миллиард һум бүленә.

ҡаралған: 33
11:52 - 16.04.2018

Башҡортостанда баҫыуҙарҙың береһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы мина табылған. Шишмә районында тракторсы-механизатор яланда снарядҡа оҡшаған әйбергә юлыҡҡан. Шикле табышты тикшереү өсөн Рәсәй гвардияһы вәкилдәре килгән. Асыҡланыуынса, баҫыуҙа Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы 50 миллиметрлы мина ятҡан. Снаряд ныҡ тутыҡҡан, әммә уның шартлауы мөмкин булған. Шуға инженер-техниктар минаны хәүефһеҙ урынға сығарып юҡ иткән.

ҡаралған: 27
10:40 - 16.04.2018

Чернобыль атом электрстанцияһына экскурсиялар ойошторола башлаған. Туристарға авария булған өсөнсө һәм дүртенсе блоктарға барырға рөхсәт ителгән. Быға тиклем атом электрстанцияһы янында ғынан йөрөргә мөмкин ине. Экскурсия өсөн яҡынса 100 доллар түләргә кәрәк. Унда 18 йәштән өлкәнерәктәр генә ҡатнаша ала. Сәфәрҙән һуң туристар радиацияға бәйле медицина тикшереүе үтергә тейеш. 1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электрстанцияһында авария теркәлә. Радиация арҡаһында бина тирәләй 200 мең квадрат километр ер ағыулана. Хәүефле зонанан 115 мең...

ҡаралған: 23
10:10 - 16.04.2018

11 сәғәттән 12-гә тиклем республика ҡалалары һәм ауылдарында сирена тауышы яңғырай. “Барыһына ла иғтибар!” тигән сигнал 30 секунд дауамында бирелә. Халыҡты ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында иҫкәртеү системаһы именлек һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Авария йәки ниндәйҙер ғәрәсәт ваҡытында алдан хәбәр ителә һәм кешеләр хеүефһеҙ урынға барып ҡотола ала.

ҡаралған: 23

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 9..11°C
төндә 5..7°C
иртән 3..5°C
көндөҙ 7..9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.