Яңылыҡтар

18:00 - 08.07.2018

Башҡортостанда йәшәүсе бер ханым үҙ ихатаһында аҫраған малдан ҡотолорға мәжбүр булған. Күршеләре судҡа мөрәжәғәт иткән. Материалдарҙан күренеүенсә, Өфө районында йәшәүсе ханым майҙаны 30 сутый ихатаһында 90 һыйыр малы тотҡан. Күршеләре тиҙәк еҫенә зарланған, бынан тыш мал-тыуар арҡаһында себен-ләпәк күпләп үрсегән. Ошоларҙы иҫәпкә алып, суд хужабикәгә малдарын кәметеү тураһында ҡарар сығарған.

ҡаралған: 32
17:06 - 08.07.2018

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 25 кеше, шул иҫәптән 5 бала батып үлгән. Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү тыйылған урындарҙа булған. Өфөлә, мәҫәлән, Йылы күлендә батып үлеүселәр бар. Күлдә һыу инеү рөхсәт ителмәгән, яр буйҙары таҙартылмаған. Эргәләге йылылыҡ электр станцияһынан һалҡын һыу ағып төшә. Температура ҡапыл үҙгәреү арҡаһында һыу инеүселәрҙең аяҡ-ҡулдары ҡорошоуы мөмкин, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

ҡаралған: 30
16:00 - 08.07.2018

Башҡортостанда инфляция артҡан. Статистика хеҙмәте июнь айында уның кимәле 0,9 булған тигән мәғлүмәттәр бирә. Был әлегәсә теркәлгәндән иң юғары күрһәткес. Ғинуарҙа - 0,4, февралдә - 0, мартта - 0,2, апрелдә - 0,4 һәм майҙа 0,2 процентлыҡ инфляция теркәлде. Уҙған айҙа ил буйынса уның уртаса кимәле 0,6 процент булды. Аҙыҡ-түлеккә хаҡтарға килдәндә, уҙған айҙа Башҡортостанда кәбеҫтә, кишер һәм картуф ныҡ ҡиммәтләнгән. Хаҡтар ике тапҡырға артҡан. Шулай уҡ һуған...

ҡаралған: 30
15:00 - 08.07.2018

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре 4 кешене уттан ҡотҡарып ҡалған. Пекин урамында бер йортта янғын сыҡҡан. Уны эргәнән үтеп барыусы "Росгвардия" төркөмө күреп ҡалған. Полицейскийҙар янғын һүндереүселәргә ярҙамға килгән. 4 кешене сығарып табиптар ҡулына тапшырған.

ҡаралған: 28
14:20 - 08.07.2018

Бөгөн почта хеҙмәткәрҙәре көнө. Почта хеҙмәтен ойоштороу хаҡында 3 быуаттан ашыу ваҡыт элек Петр Беренсе фарман сығара. Рәсәй дәүләтенең тарихи үҫешендә почтаның әһәмиәтен иҫәпкә алып, 1994 йылда ил президенты Рәсәй почтаһы көнө хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Был байрам июлдең 2-се йәкшәмбеһендә билдәләнә. Рәсәй буйынса 42 мең почта бүлексәһе бар. Рәсәй почтаһының Башҡортостан филиалына 26 почтамп, 1 мең 300 стационар бүлексә ҡарай, шуларҙың меңдән ашыуы ауылдарға тура килә. Шулай уҡ 22 бәйләнеш пункты, автобаза һәм матди-техник...

ҡаралған: 28
13:40 - 08.07.2018

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан бөгөн республикала “Супер әсәйҙәр” ярыша. Сара баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында үтә. Сама менән ярты сәғәт элек башланды. Унда республика төбәктәренән 50 йәшкә тиклемге әсәләр ҡатнаша. Ҡул эштәре, таланттар конкурстары ҡаралған. Еңеүсе ғаиләләргә ҡиммәтле бүләктәр, Башҡортостан шифаханаларына юлламалар тапшырыла. Конкурс “Ғаилә йылына” арнап уҙғарыла.

ҡаралған: 23
13:00 - 08.07.2018

Иртәгә, 9 июлдә, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән күк күкрәп бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, йәшен ваҡытында көсәйеүсән.
Һауа температураһының республикала төндә +14, +19, көндөҙ +25,+30, Өфөлә төндә +15,+17 градус йылы, көндөҙ +27, +29 градус эҫе булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй.

ҡаралған: 30
12:42 - 08.07.2018

Президент Владимир Путин Рәсәй футболсыларының донъя беренселегендәге сығышына хуплау белдерҙе. "Уйынды ҡараным. Геройҙар. Улар менән ғорурланабыҙ" - тине ил башлығы. Рәсәй футболсылары донъя беренселегенең сирек финалында хорваттар менән осрашты, командалар һәр береһе икешәр туп индерҙе, еңеүсе пенальти серияһында ғына асыҡланды. Хорваттар уңышлыраҡ булды һәм ярым финалға сыҡты. Шулай итеп Рәсәй уйынсылары өсөн турнир тамамланды. Ярым финал 10-11 июлдә була. Франция һәм Бельгия, Хорватия менән Англия командалары осраша.

ҡаралған: 34
11:50 - 08.07.2018

Бөгөн илдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Был байрам 2008 йылда булдырылды. Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға, ғаиләләрҙе мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арнап төрлө саралар уҙғарыла. Өфөлә “Башҡортостан” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда байрамса тамаша ҡаралған. Бында уйындар, конкурстар, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Якутов паркында ла бай йөкмәткеле күңел-асыу программаһы була. Район үҙәктәре һәм ҡалаларҙа “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” тигән миҙалдар тапшырыу тантаналары...

ҡаралған: 29
09:00 - 08.07.2018

Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәргә ташлама юҡҡа сығарыла. Дума депутаттарының бер төркөмө ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған. Проект авторҙары фекеренсә, сауҙа үҙәктәрендә алкоголгә яһалған ташламалар сәбәпле хәмер эсеүселәр күбәйә. Спиртлы эсемлектәргә хаҡты кәметеү акциялары булмаған осраҡта, алкоголь ҡулланыусылар ҙа аҙаясаҡ. Араҡы эскәндәр иртәрәк үлә, улар төрлө ауырыуҙарға дусар була. Алкоголь арҡаһында енәйәттәр ҡылына, ғаиләләр тарҡала. Белгестәр иҫәпләп сығарыуынса, спитрлы эсемлектәр һатыуҙан ҡаҙнаға килгән табыштан һәр һум өсөн дәүләт өс һумын...

ҡаралған: 25
08:15 - 08.07.2018

Башҡортостанда быйыл 4 айҙа 1 миллиард 800 миллион һумға ауыл хужалығы тауары оҙатылған. Был сумма уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 3 тапҡырға күберәк. Беҙҙең республиканан башлыса иген, майҙар һәм шәкәр экспортланған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда етештерелгәнде Әзербайжан, Монголия, Литва, Бельгия, Мысыр, Төркиә, Сәғүд Ғәрәбстаны һатып ала.

ҡаралған: 24
07:40 - 08.07.2018

Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙы капиталь ремонтлау дауам итә. Быйыл баш ҡалала 549 торлаҡ тәртипкә килтерелергә тейеш. 1 июлгә 140 йортта ремонт башҡарылған да инде, тип хәбәр итәләр Өфө хакимиәтенән. Бында һыу үткәреү системаһы, электр сымдары алмаштырыла, йорт ҡыйыҡтары ремонтлана, тышҡы яғы тәртипкә килтерелә, яңы лифтар ҡуйыла. Өфөлә Республика капиталь ремонт программаһына 5 меңгә яҡын күп ҡатлы йорт индерелгән. Һуңғы өс йылда 1 мең 400-ләп йорт төҙөкләндерелгән, бының өсөн яҡынса 5 миллиард һум тотонолған.

 ...

ҡаралған: 23
07:00 - 08.07.2018

Башҡортостандан 300-ҙән ашыу егет Алыҫ Көнсығышҡа хәрби хеҙмәткә алынды. Өфөлә ошо көндәрҙә Республика саҡырыу пунктында буласаҡ һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Егеттәр Ҡоро ер ғәскәрҙәре, һауа-йыһан көстәре, флот һәм десантта хеҙмәт итә. Башҡортостан вәкилдәре фәнни роталарҙы ла тулыландыра. Беҙҙең республиканан 13 егет Санкт-Петербург, Воронеж, Кострома, Красногорск ҡалаларында хәрби частарҙа фәнни роталарҙа хеҙмәт итә. Быйыл яҙғы саҡырылыш барышында 5 мең 300-ләп егет армияға алына.

ҡаралған: 25
17:35 - 07.07.2018

Башҡортостанда туристар йыйыны үтә. “Турфест” быйыл 12 июлдән 15-нәсә Өфө районы Николаевка ауылы янындағы яланда ойошторола. Йыйында 35 йәшкә тиклемге йәштәр командалар ҡатнаша. Дүрт көн дауамында улар йәйәүле туризм, велосипедта йөрөү һәм һыу дистанцияларында көс һынаша. Бынан тыш, мәҙәни программа ҡаралған. “Турфест” барышында егеттәр һәм ҡыҙҙар ГТО нормативтарын да тапшыра ала.

ҡаралған: 32
17:00 - 07.07.2018

Урман ҡырҡыусылар иң оҫталарҙы асыҡланы. Бөгөн Баймаҡ районында ағас йығыусылар конкурсы үтте. Унда Урман хужалығы министрлығы, эре урман ширҡәттәре, район урмансылыҡтары командалары ҡатнашты. Махсус майҙансыҡта йыуанлығы һәм бейеклеге бер тирә булған ағастар урынлаштырылды. Урман ҡырҡыусылар уларҙы бысты, бәйге талаптарына ярашлы эшкәртте. Урман хужалығы министры ярҙамсыһы Айрат Искәндәров әйтеүенсә, конкурста шәхси беренселектә Өфө урман хужалығы техникумынан Александр Первушин беренсе урынға лайыҡ булды. Командалар араһында ла Өфө урман...

ҡаралған: 58
16:35 - 07.07.2018

Башҡортостанда Янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу хеҙмәтен үҫтереү буйынса стратегия ҡабул ителде. Документ 2030 йылғаса иҫәпләнгән. Уны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты әҙерләгән. Страгетия ике өлөштән тора. Тәүгеһендә республикала янғынға ҡаршы 27 төркөм ойоштороу һәм штатты 1 мең кешегә арттырыу, техника һәм ҡоромалдар менән тәьмин итеү, янғын һүндереү деполары төҙөү, ирекле дружиналар булдырыу кеүек эштәр ҡаралған. Стратегияның икенсе өлөшө ҡотҡарыу-эҙләү хеҙмәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Республикала 6 ҡалала ошондай төркөмдәр...

ҡаралған: 31
15:46 - 07.07.2018

Иглин районында бөгөн Һабантуй үтә. Быйылғы байрам “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестивале менән үрелеп бара. Традицион уҡтан атыу бәйгеһендә төрлө илдәрҙән 60-лап кеше ҡатнаша. Майҙанда шулай уҡ Иглин оҫталары ҡул эштәренән күргәҙмә ойошторолған, милли ризыҡтар әҙерләнә. Иглин районы хакимиәтенән Миләүшә Хәсәнова һөйләй.

“Мәргән уҡсы” бәйгеһе республикала өсөнсөгә ойошторола. Быйылғы сара барышында спорт программаһынан тыш, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелә.

ҡаралған: 25
15:16 - 07.07.2018

Ауырғазы районында бөгөн "Өршәк буйы уйындары" төбәк байрамы уҙа. Төрөмбәт ауылындағы сарала халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, көрәш һәм башҡа спорт ярыштары ҡаралған, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла, райондың ижади коллективтары сағыу концерт әҙерләгән. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, бында мең ырыуы башҡорттары күпләп йәшәй. Шуға был байрам милләт рухын күтәреүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.

"Өршәк буйы уйындары"нда шулай уҡ Әлшәй, Дәүләкән, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ райондары вәкилдәре ҡатнаша.

...
ҡаралған: 37
14:53 - 07.07.2018

Башҡортостанда ЗАГС-тар Айырылышыуҙарһыҙ көндәр иғлан итте. Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө уңайынан ошондай акция үткәрелә. Сара барышында айырылышырға ҡарар иткән парҙар менән психологтар һәм медиаторҙар эшләй. Белгестәр ҡатын менән иргә ярашырға, бер-береһен ишетергә һәм аңларға ярҙам итә. 

Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө уңайынан Өфөлә ҙур байрам ойошторола. Был дата иртәгә бөтә илдә билдәләнә. Ғаилә көнө уңайынан “Башҡортостан” сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда байрамса тамаша үткәрелә. Бында уйындар, конкурстар, спорт ярыштары,...

ҡаралған: 36
13:42 - 07.07.2018

Башҡортостанда иң матур ҡала һәм ауыл асыҡланды. Республикала иң яҡшы муниципаль тәжрибә конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Ҡалалар араһында Стәрлетамаҡ беренсе урын алды. Ҡала хакимиәте әҙерләгән уңайлы мөхит проекты иң яҡшыһы тип танылды. Ауылдар араһында иһә Дүртөйлө районы Күкҡуян ауыл биләмәһе еңеүсе булды. Улар Ивачев ауылының 260 йыллығы уңайынан төҙөкләндереү проекты әҙерләгән. Еңеүселәр Республика Хөкүмәте дипломы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнә. Бынан тыш, улар федераль кимәлдәге конкурста ҡатнаша.

ҡаралған: 21

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 19..21°C
иртән 20..22°C
көндөҙ 27..29°C
кис 26..28°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.