Яңылыҡтар

14:21 - 11.01.2018

Астанала “Хоккей йондоҙҙары аҙналығы” дауам итә. Кисә Ҡаҙағстан баш ҡалаһында ҡатын-ҡыҙҙар командалары көс һынашты. Көнбайыш менән Көнсығыш алышында Көнсығыш дивизионы уйынсылары еңеү яуланы. Бында Өфөнөң “Ағиҙел” клубынан 9 хоккейсы сығыш яһаны, ә команданы Денис Афиногенов етәкләне. Бөгөн “Хоккей йондоҙҙары аҙналығы”нда йәштәр лигаһы командалары Саҡырыу кубогы өсөн көрәшә. Көнсығыш составында Өфөнөң “Толпары”нан Илдар Әбдеев ҡатнаша.

ҡаралған: 13
13:40 - 11.01.2018

Башҡортостанда ағас ҡиммәтләнә. Урман хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ул 42-43 процентҡа артыуы ихтимал. Рәсәй Хөкүмәте ағас әҙерләү буйынса коэффициентты күтәрергә ҡарар иткән, шуға хаҡ арта. Былтыр ҡарағай 240 һумға һатылһа, быйыл ул 408 һумғаса ҡиммәтләнә, ҡайынға хаҡ 142 һумдан 205-кә етә. Шулай ҙа республика буйынса ағас әҙерләү коэффициенты артмай, тип белдерәләр Урман хужалығы министрлығынан.

ҡаралған: 58
13:08 - 11.01.2018

Иртәгә, 12 ғинуарҙа, Республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан, талғын. Һауа температураһының республикала төндә -20, -25, көньяҡта -11, -16көндөҙ -18, -23, көньяҡта -9, -14, Өфөлә төндә һәм көндөҙ -16, -18 градус һалҡын булыуы күҙаллана. Алдағы ике көндә һауа температураһының артабан да түбәнәйеүе, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.

ҡаралған: 46
13:00 - 11.01.2018

Үҙәк һайлау комиссияһы президент һайлауында ҡатнашыуға үҙен-үҙе күрһәтеүсе кандидаттарҙан документтар ҡабул итеүҙе тамамланы. Һайлау алды кампанияһы барышында 46 кеше президент булырға теләк белдергән. Уларҙың 15-е генә тейешле документтар тапшырған. Ғәмәлдәге ил башлығы Владимир Путиндың да һайлаусылар төркөмө теркәлде. Хәҙер уға һәм башҡа үҙен-үҙе күрһәтеүсе кандидаттарға һайлауҙа ҡатнашыу өсөн кәмендә 300 мең ҡултамға йыйырға кәрәк. Рәсәй президентын һайлау көнө быйыл 18 мартҡа тәғәйенләнде. Ил башлығы 6 йылға...

ҡаралған: 16
12:40 - 11.01.2018

Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, “Эконом класлы” тигән төшөнсә “стандартлы торлаҡ” тип атала башлай. Ошондай фатирҙың майҙаны яҡынса 20-25 квадрат метрҙан артмай. Ул сағыштырмаса арзан, шуға килеме ҙур булмағандар уны һатып алырға тырыша. Әйткәндәй, беҙҙең республикала 2019 йылғаса стандартлы торлаҡ программаһы буйынса 1 мең ярым фатирлыҡ 17 күп ҡатлы йорт төҙөлә.

ҡаралған: 17
12:00 - 11.01.2018

Өфөлә июндә беренсе тапҡыр Рәсәй-Ҡытай табиптар конгресы үтә. Унда йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыҙарын дауалау темаһы ҡарала. Республика Конгресс-бюроһынан хәбәр итеүҙәренсә, конгреста 2 меңдән ашыу белгес ҡатнашыуы көтөлә. Сарала пленар ултырыш була, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙан уҙғарыла, шулай уҡ медицина препараттары, ҡоролмалары күргәҙмәһе ойошторола. Абруйлы медицина форумы республикала беренсегә үткәрелмәй. Былтыр Өфөлә октябрҙә Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресы үткәйне.

ҡаралған: 15
11:20 - 11.01.2018

Башҡортостанда ипотека ставкаһы түбәнәйҙе. Республика буйынса Милли банк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй һумы менән торлаҡ кредиты буйынса йыллыҡ ставка 10,8 процентҡаса кәметелде. Әлегә тиклем 12,8 ине. Валютала һәм ҡиммәтле металдарҙа иһә 9 процент кимәлендә була. Башҡортостанда уҙған йылда 34 мең самаһы ипотека килешеүе төҙөлгән.

ҡаралған: 23
10:40 - 11.01.2018

Өфөлә полицияны реклама таҡтаһы аша ла саҡыртырға мөмкин. Бындай ҡоролмаларҙа махсус сигнал төймәләре беркетелә. Хәүеф янаһа уның ярҙамында тәртип һаҡсыларын иҫкәртеп була, эргәләге видекамера ла ҡабынасаҡ. Ҡала мэрияһы реклама ҡоролмалары өсөн 200-гә яҡын урын билдәләгән. Уларҙың 41-ендә полицияны саҡыртыу төймәләре ҡуйыла.

ҡаралған: 16
10:00 - 11.01.2018

Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада дауам итә. Бөгөн – икенсе тур, уҡыусылар ижади һәләттәрен, туған телдең нескәлектәрен белеүҙә ярыша. Олимпиада Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында үтә. Бәйгелә 9, 10, 11 класс уҡыусылары – район-ҡалалар кимәлендәге олимпиадалар еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнаша. Рәсәйҙең башҡа өлкәләренән дә конкурсанттар бар. Шуға күрә элек республика кимәлендә уҙғарылып килгән олимпиадаға төбәк-ара статус бирелде.

ҡаралған: 33
09:22 - 11.01.2018

Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән был дата 1997 йылда булдырылды. 1916 йылдың 11 ғинуарында илдә тәүге ҡурсаулыҡ- “Барғуза” асыла. Әле илдә дөйөм майҙаны 33 миллион гектар булған 100 ҡурсаулыҡ һәм 7 миллион гектарҙы биләгән 35 милли парк иҫәпләнә. Беҙҙең республикала 3 ҡурсаулыҡ, 4 тәбиғәт паркы, 29 дәүләт заказнигы бар.

ҡаралған: 47
09:00 - 11.01.2018

Рәсәй халҡы яңы йыл каникулдарында күпме аҡса сарыф иткәне асыҡланды. Интернет-сауҙа компаниялары ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, байрам ваҡытында бүләктәр, күңел асыу саралары һәм башҡа әйберҙәр өсөн 920 миллиард һум тотонолған. Был сумма уҙған йылдағына ҡарағанда 7 процентҡа күберәк. Халыҡ башлыса көнкүреш техникаһы, ювелир биҙәүестәр һәм өҫ кейеме һатып алған. Ә интернетта күберәк смартфондар, йорт тауарҙары, электроника, шулай уҡ аҙыҡ-түлеккә заказ биргән. Электрон сауҙа менән 7 миллиондан ашыу кеше файҙаланған.

ҡаралған: 17
08:30 - 11.01.2018

Рәсәйҙә эш хаҡы 4 процентҡа арта. Ошо турала Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин белдерҙе. Быйыл минималь хеҙмәт хаҡы ла артты һәм 9 мең ярым һумға етте. Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы, бюджет өлкәһендә эшләүселәргә түләү өсөн федераль ҡаҙнанан өҫтәмә 100 миллиард һум тотонола, шулай уҡ төбәктәр 200 миллиард һум бүлергә тейеш. Бынан тыш, 1 ғинуарҙан бюджет өлкәһендә эшләүселәргә түләү 4 процентҡа индексацияланды. Шуға уларҙың эш хаҡы һиҙелерлек артырға тейеш.

ҡаралған: 24
08:00 - 11.01.2018

Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү буйынса 8 йыллыҡ план әҙерләнде. Документ тармаҡта фәнни-техник сараларҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота. План 9 төп йүнәлеште үҙ эсенә ала. Улар араһында үҫемлекселек, малсылыҡ, агробиотехнологиялар өлкәһендә фәнни-инновацион үҙәктәр булдырыу, йәш ғалимдарға ярҙам итеү, тармаҡта бизнесты үҫтереү, республиканы халыҡ-ара кимәлдә танытыу кеүек йүнәлештәр бар. Уның ҡарауы, Ауыл хужалығында фәнни-техник саралар әленән үк тормошҡа ашырыла. Федераль конкурста үҫемлекселек һәм ҡошсолоҡто үҫтереү буйынса ике...

ҡаралған: 34
07:30 - 11.01.2018

Бөрө ҡалаһы төбәк-ара эстрада йыры һәм бейеү фестиваленә әҙерләнә. “Керәшен һыуыҡтары” конкурсы быйыл 24-се тапҡыр ойошторола. Йәш таланттар 18 ғинуарҙан 20-нә тиклем Ҡала мәҙәниәт һарайында сығыш яһай. Быға тиклем фестиваль республика кимәлендә үткәрелһә, быйыл ул төбәк-ара статусына эйә булды. Еңеүселәр өс номинация – йыр, бейеү һәм вокал-инструменталь ансамблдәр араһында асыҡлана. Фестивалдә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар Республика халыҡ ижады үҙәгендә 15 ғинуарға тиклем ҡабул итә. 

ҡаралған: 41
07:00 - 11.01.2018

Башҡортостан халҡы 3 миллион 600 мең һумлыҡ ҡорал тапшырған. Программала былтыр 333 кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр итәләр Росгвардияның төбәк идаралығынан. Закон буйынса, үҙ теләге менән ҡорал тапшырыусылар енәйәт яуаплылығынан азат ителә һәм аҡсалата компенсация ала. Статистика һандарына килгәндә, республикала йәшәүселәр 324 берәмек атыу ҡоралы, 9 меңдән ашыу һуғыш припасы, 8 килограмм шартлатҡыс һәм 24 берәмек шартлатыу яйланмаһы тапшырған. 

ҡаралған: 22
19:40 - 10.01.2018

Башҡортостан беренсе сабый өсөн пособие түләүгә федераль ҡаҙнанан 533 миллион һум алды. Ил төбәктәренә быйыл бөтәһе 21 миллиард 400 миллион һум бүленде. Уҙған йылда президент Владимир Путин 2018 йылдан ғаиләләргә беренсе сабый өсөн йәш ярымға тиклем айлыҡ пособиелар түләргә тәҡдим итте. Тейешле закон ҡабул ителде, быйыл уның суммаһы уртаса 10 мең ярым һум була. Шул уҡ ваҡытта ғаиләнең һәр ағзаһына айлыҡ килем йәшәү минимумының бер ярым тапҡырлыҡ күләменән артмаҫҡа...

ҡаралған: 118
19:00 - 10.01.2018

Өфөлә боҙ ҡаласығын емереүселәр тотолдо. Ваҡиға 1 ғинуарҙа Шаҡша микрорайонында булды. Вандалдар боҙ ҡаласығындағы һындарҙы емерҙе. Тәртип боҙоусылар тиҙ арала тотолған. Уларҙың 11 һәм 12 йәшлек уҡыусылар булыуы асыҡланды. Балаларының ҡылығы өсөн ата-әсәләре административ кодекс буйынса яуап бирәсәк

ҡаралған: 22
18:20 - 10.01.2018

Рәсәйҙә янғынға ҡаршы тәртип ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, ауыл-ҡалалар янындағы ер биләмәләре хужалары мотлаҡ рәүештә уны сүп-сарҙан таҙартырға, ҡоро үлән ҡалдырмаҫҡа бурыслы. Шулай уҡ автомобиль юлдары буйҙарында, тимер юлының һаҡланған участкаларында усаҡ яғыу тыйыла. Ҡабул ителгән тәртип ауылдарҙа янғын хәүефһеҙлеген арттырырға тейеш, урмандарҙа ла ут сығыу осраҡтарының кәмеүе көтөлә. Уҙған йылда Башҡортостанда 38 урман янғыны булды, ут дөйөм алғанда...

ҡаралған: 29
17:40 - 10.01.2018

Башҡортостанда минималь хеҙмәт хаҡы 10 мең 912 һумға тиңләште. Президент Владимир Путин ҡул ҡуйған законға ярашлы, 1 ғинуарҙан илдә уның суммаһы 9 мең 489 һумдан билдәләнде. Башҡортостанда иһә 15 процентлыҡ Урал коэффициентын иҫәпкә алып минималь хеҙмәт хаҡы ҙурыраҡ була. 1987 йылдан Урал төбәктәре өсөн махсус коэффициент ҡабул ителде. Ошо исемлектә Башҡортостан да бар. Рәсәйҙә минималь хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумының 85 процентына етте. Киләһе йылдан иһә уларҙың бер тигеҙ булыуы...

ҡаралған: 33
17:01 - 10.01.2018

Президент Владимир Путин Эске эштәр министрлығы штатын 10 меңгә ҡыҫҡартыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, 6 мең самаһы юл инспекторы эшенән бушатыла, шулай уҡ 4 мең вакансия бөтөрөлә. 10 меңлек штат "Росгвардия"ға тапшырыла тип хәбәр итәләр Эске эштәр министрлығынан. Федераль милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәте 2016 йылда Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәре нигеҙендә булдырылды. Ул башҡарма власть органы, дәүләт хәрби ойошмаһы булып тора....

ҡаралған: 26

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -20..-22°C
төндә -22..-24°C
иртән -21..-23°C
көндөҙ -16..-18°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.