Главные вкладки

Риф Арыҫланов

Дәүләкән районының Ҡаҙырғол ауылынан. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө һөнәрселек училищеларының береһендә автослесарь һөнәрен үҙләштерә. Артабан Салауат музыкаль училищеһының тынлы инструменттар бүлегенең кларнет класына уҡырға инә. Уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң, армия сафына алына. Хеҙмәт итеү осоронда «Ҡыҙыл йондоҙ» газетаһына әүҙем яҙыша. 1993 йылда уҡыуын Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында дауам итә. 1994 йылдан хеҙмәт юлы «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы менән бәйле. Әле «Юлдаш» каналында музыкаль мөхәррир булып эшләй. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Йырҙар ижад итә, «Һағыш» исемле популяр йырҙар йыйынтығы авторы. Күп билдәле йырсыларҙың продюсеры. Сәйәхәт итергә ярата.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..2°C
кис -1..1°C
төндә -1..-3°C
иртән -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.