Главные вкладки

Насип Кучаев. Васыят

   Сабина Кучаева:

- Миңә биш-алты йәш самаһы. Атайым менән икәү сәхнәлә йырлайбыҙ. Ул оҙон буйлы, ҡара бөҙрә сәсле, матур костюмда. Атайым эргәһендә мин дә үҙемде ышанслыраҡ тоям. Йылмаям. Бейейем һәм йырлайым. Тамашасылар алҡышлай, сәскәләр һәм уйынсыҡтар бүләк итә. Миңә иғтибар үҙәгендә булыу оҡшай.

Был атайым Насип Кучаев тураһында үтә лә ҡәҙерле хәтирәләр... Иҫтәлектәргә бирелеү күңелде йыуата, һағышты баҫа, әрнеүҙәрҙе оноттора.  

Беҙҙең арала булһа, беҙ бөгөн дә уның менән бергә сәхнәлә торор инек. Мине йырсы итеп күрергә теләгән атайым, бик ҡыуаныр ине.

Атайым Ырымбур өлкәһенән. Ишле ғаиләлә тәрбиәләнә. Һамар ҡалаһында мәҙәниәт институтының тынлы инструменттар бүлегендә белем ала. Тыуған еренә ҡайтып, илһамланып эш башлай.

Тәжрибәләләрҙән ҡурҡмаған атайым 1990-сы йылда Үзбәк концерт ойошмаһы менән килешеү төҙөп, Ташкент ҡалаһына юллана. “Ҡурай” төркөмөнөң художество етәксеһе була. Ҙур сәхнәләрҙе яулау, аҙна һәм айҙарға һуҙылған гастролдәр осоро башлана. Атайым бик күп ҡалаларҙа сығыш яһай, йырҙар ижад итә. Бәхетен дә ошондай таба. Аҡ ҡурған ҡалаһында яҙмышын – оло мөхәббәтен осрата.

Үзбәкстанда тыуып үҫкән әсәйемә ҡан-ҡәрҙәштәрен осратыу, йырсылар һәм музыканттар командаһына эләгеү - күктән төшкән бәхет була. Егермеһе саҡ тулған ҡыҙ ҡанатланып атайым етәкләгән төркөмдә хеҙмәт юлын башлай. Студент Фәриҙә ҙур сәхнәгә сыға, яңы ҡалалар менән таныша. Оҙайлы сәфәрҙәр ике йәш йөрәкте нығыраҡ яҡынайта.

 

Көсө, дәрте ташып торған, киләсәккә өмөт менән ҡараған атайым менән әсәйем бергә ижад итә, яңы сәхнәләрҙе яулай. Атайым әленән-әле яңы йырҙары менән шатландыра. Илһамланып яҙа ул. Мөхәббәте, тормошто, тыуған ерҙе данлай. Илебеҙҙә иһә үҙгәртеп ҡороуҙар башлана. 1990-сы йылдың аҙағында Кучаевтар Ҡаҙағстандың Аҡ Түбә ҡалаһына күсенә. Ә бер йылдан улар Байконурҙа төпләнә.

 Мине “Йыһан ҡыҙы” тиҙәр. Сөнки Байконурҙа тыуғанмын. Донъяға ауаз һалғас, атайым миңә арнап Сабина тип аталған йыр яҙған. Ҡыҙымды йырсы итәм, ул бар донъяны яңғыратып йырлаясаҡ, тип хыялланған.

Башҡортостан атайым өсөн һәр ваҡыт яҡты йондоҙ, йөрәккә яҡын, күңелде һәр саҡ үҙенә тартып торған ер булған. Ул Өфөлә йәшәү, туған телендә йырлау хаҡында хыяллана. Бер көн йәш ғаилә тәүәккәлләп, Байконурҙан Бөрө ҡалаһына күсенә.

                        

Үҙенсәлекле тауышлы атайым тиҙ арала танылыу яулай. Ул республикала үкәрелгән йыр конкурстарында ҡатнаша, уңышҡа ирешә. Йырҙары радиола яңғырай. Баш ҡалабыҙҙа уҙған ҙур концерттарҙа ла йышыраҡ сығыш яһай башлай.

“Насип Кучаев башҡорт эстрадаһында яңы күренеш булды”,-  тип хәтерләй атайымды дуҫтары һәм яҡындары. Һәр ваҡыт туған телендә аралашырға һәм ижад итергә теләп, сәмләнеп Башҡортостанға ҡайтҡан йырсыға аяҡ салыусылар ҙа осрамаған. Әлбиттә, ҙур сәхнәгә сығыу, унда үҙ урыныңды алыу өсөн кәртәләр һәм ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә. Ҡайһы бер тар күңелле хеҙмәттәштәре сығышы алдынан ғына атайымдың яҙмаларын юҡҡа сығара, сәхнә кейемен бысрата, хатта аяҡ кейеменә быяла ярсыҡтары һалып китә. Был күренештәр уның йөрәген әрнетмәй ҡалмағандыр һәм эҙһеҙ үтмәгәндер. Ижад кешеһенең күңеле нескә була бит. 

Әммә атайым бирешмәй. Киң күкрәген киреп йырлай, йырҙар яҙа, халыҡ йырҙарын эшкәртә.

Атайым беҙҙең аранан киткәндә миңә - 7, һеңлем Альбинаға бер йәш ярым ғына ине. Әсәйемә ныҡ ауыр булды. Әммә ул үҙендә көс тапты, һынманы, һығылманы. Беҙҙең өсөн тырышты, беҙҙең өсөн йәшәне. Атайым минең Рәми Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһында уҡыуымды теләгән. Әсәйем уның был теләген дә үтәне. Мин ошо белем усағын уңышлы тамамланым. Әле Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыйым.  

   Һеңлем Альбина мәктәп уҡыусыһы. Ул да йырлай, музыка менән шөғөлләнә. Тауышы атайымдыҡына оҡшаған, көслө һәм моңло. Альбина Константин Хабенскийҙың театр студияһында шөғөлләнә, спектаклдәрҙә ҡатнаша.

“Йондоҙҙар бер урында ғына тормай, улар һәр ваҡыт хәрәкәттә”, - тип әйтергә яратҡан атайым. Беҙ ҙә – уның йондоҙсоҡтары - алға атлайбыҙ, уның исеменә тап төшөрмәҫкә тырышабыҙ.

Әсәйем дә атайыма тоғро булып ҡалды. Башҡаса кейәүгә сыҡманы. Йәшлеген, көсөн беҙгә бирҙе, беҙҙең өсөн һәр саҡ сабырлыҡ һәм сыҙамлыҡ өлгөһө булды. Нахаҡ һүҙ әйтеүселәргә, яман хәбәр таратыусыларға бирешмәне.   

Яңы көн тыуғанға, дуҫтарын һәм яҡындарын күреп, туған телендә һөйләшә алыуына, һөйөклө Башҡортостанында төпләнеүенә ҡыуанып йәшәне атайым. Йырларға һәләте лә, ҡеүәте лә бар ине уның. Моңо ғына өҙөлөп ҡалды. Әммә беҙ уның ярһыу йөрәгенән сыҡҡан матур йырҙарҙы йәшәртербеҙ, яңыса яңғыратырбыҙ. Ғүмеркәйе ҡыҫҡа булһа ла, йырҙары тынмаҫ һәм НАСИП КУЧАЕВТЫҢ исеме беҙҙең күңелдәрҙә йәшәр.

 

 

 

 

                          

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                        

 

 

Комментарии

Comment: 
Был тапшырыуҙы мин уртаһынан башлап ҡына ишеттем эфирға сыҡҡан көндө.Тулыһынса интернет аша ҡабат-ҡабат тыңланым. Сөнки Насип минең тормошомда осораған иң әһәмиәтле кешеләрҙең береһе. Мин уның менән бары тик өс тапҡыр ғына осораштым. Тәүгеһе - "Аҡбуҙат" ипподромы янында урынлашҡан "Шәреҡ" радиоһы студияһында тура эфирҙағы әңгәмәбеҙҙә, икенсеһе - уның беренсе һәм һуңғы шәхси концертында, ә өсөнсөһө - шәхси концерты уҙғарылған ҡала мәҙәниәт һарайында уны һуңғы юлға оҙатыу сараһында. Мин Насипты беренсе осорашыуыбыҙҙа уҡ үҙ итеп, яратып өлгөрҙөм. Уның ябайлығы, ихласлығы, таланты, милли рухлы булыуы һоҡландырҙы мине. Беҙ уның менән тура эфирҙа бик яҡшы тапшырыу эшләнек. Уның яҙмаһын мин ҡәҙерләп һаҡлайым. Фәриҙә ханым һәм Сабина менән интернет аша аралашып был яҙмаларҙы кассетала таҫманан цифр форматына күсерергә килешкән инек. Тик бына яйы сыҡмай тора һаман. Әлбиттә "Юлдаш" радиоһындағы был тапшырыу бик тә яҡшы ойошторолоуға ҡарамаҫтан, минең менән Насип араһында булған әңгәмә яҙмаһы ла Насип Кучаев ижадына, биографияһына тулыландырыу буласаҡ тип ышанам.

Comment: 
Хәйерле көн! Беҙгә шылтыратығыҙ, Тимерхан ағай. Редакция телефоны: 251-73-87. Тапшырыуҙы тулыландырып эшләрбеҙ. Ҙур рәхмәт!

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.