Главные вкладки

Таштимер менән Етеҙ болан (2-се тапшырыу)

 Тәбиғәт - беҙҙең әсәбеҙ. Ҡасандыр, бик борон, баҫыуҙар ҙа, фермалар ҙа, завод-фабрикалар ҙа, машиналар ҙа булмаған. Кешеләрҙең тормошо тулыһынса тәбиғәт менән бәйле булған. Һунарҙары уңышһыҙ булһа, улар асыҡҡан.  Ҡаты һалҡын, йә ҡоролоҡ та ҙур юғалтыуҙар килтергән. Шуға ла беҙҙең ата-бабаларыбыҙ тәбиғәт алдында баш эйгән, үҙҙәренең уға бәйле булыуҙарын тойған. Ваҡыт үтеү менән кешеләр ерҙе һөрөп, баҫыуҙар яһаған, завод-фабрикалар төҙөгән һәм  үҙҙәрен тәбиғәттән көслө итеп тоя башлағандар, уны буйһондормаҡсы булғандар. Баҫыуҙарҙы киңәйтеү өсөн күлдәрҙе ҡоротҡандар, йылғаларҙың йүнәлешен борғандар, урмандарҙы киҫкәндәр. Ләкин, ваҡыт үтеү менән бының дөрөҫ булмауы күренә: һауа менән һыу бысрана, тупраҡ боҙола, үҫемлек һәм хайуандарҙың ҡайһы бер төрҙәре бөтөнләй юҡҡа сыға. Кешеләр үҙҙәренең хаталаныуын аңлай. Баҡһаң, кеше тәбиғәттән бер ҙә көслө түгел икән. Тәбиғәтте һәләк итһәк, үҙебеҙ ҙә һәләк буласаҡбыҙ. Шуға ла һәр беребеҙ тәбиғәткә һаҡсыл ҡарарға тейешбеҙ. Бәләкәс дуҫтарым, беҙ бөгөн Тәскирә Даянова апайығыҙ ижад иткән “Таштимер менән Етеҙ болан” әкиәтенең аҙағын тыңлайбыҙ.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 0..-2°C
кис -1..-3°C
төндә -4..-6°C
иртән -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.