Главные вкладки

Фәтих Иҡсанов. Моңһоҙҙарҙы уятырға, гармундар кәрәк әле!

Айгөл Әбсәләмова:

      Алдымда атайым төшөргән фоторәсемдәр. Бына Кәтүк менән Бағанай, икенсе фотографиянан Нәзифә Ҡадырова йылмая, өсөнсөһөндә Лилиә һәм Хәлит Фәтиховтар... Ана Ғәли ағай Хәмзин йырлап тора. Был альбомда Башҡорт дәүләт филармонияһының бер ижад осоро һаҡлана. Атайым йылъяҙмасы ла булған.

Икенсе ҡомартҡы – тауышын мәңгеләштергән яҙмалар. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ихлас һәм оҫта итеп уҡыған ул.

       Атайым ысын ижадсы ине. Ниндәй генә ҡаршылыҡтарға юлыҡһа ла, ҡанаттарын киҫергә тырышһалар ҙа, төшөнкөлөккә бирелмәне, һөнәренә хыянат итмәне. “Ул йылдарҙа театр донъяһы менән Рәфҡәт Исрафилов, ә эстрадала Фәтих Иҡсанов идара итте, - тигән фекерҙе күп ишеттем. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығына ваҡыт үтеү менән генә төшөндөм. Атайым сәхнәгә сығарған тамашалар үҙ баһаһын алды. Тормошо ла, эштәре лә лайыҡлы булған уның. Быны аңлау, тойоу йөрәкте йылыта, беҙҙе бәхеткә күмә.

   Атайым Архангел районының Тирәкле ауылынан. Мәктәпте тамамлағас Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә.

 

       Мин 1964, ҡустым Фәрхәт 1968 йылғы. 

1972 йылда йылда ҙур ҡайғы кисерҙек. Әсәйебеҙ ауырып вафат булды. Әммә атайыбыҙ уны ла алыштырырға, әсәйебеҙҙең юҡлығын һиҙҙертмәҫкә тырышты. Беҙҙе яратты, иркәләне, хәстәрләне, күңел йылыһын йәлләмәне, тауыш күтәрмәне. Һәр иртә сәсемде тарап үрер ине. Мәктәп формаһының ап-аҡ яғаһын үтекләп тегеп ҡуя торғайны. Бөтә өс эсен тултырып уйнайбыҙ, шаярабыҙ. Ял көндәрендә баш ҡаланың Октябрь проспекты буйлап әллә нисә саҡырым йәйәү атлайбыҙ. Беҙ бәхетле инек.

Берҙән-бер көндө атайыбыҙ беҙгә яңы әсәй алып ҡайтты. Был матур ҙа, яғымлы ла апайҙың исеме Нәфирә ине.

   Башҡорт дәүләт филармонияһы атайымдың икенсе йорто ине. Йәне теләгән эш булғас, атайым кинәнеп ижад итте. Репетициялар кискә тиклем дауам итә. Ә яҙға сығыу менән оҙайлы гастролдәр башлана. Ул йылдарҙа артистар республиканың иң төпкөл ауылдарына ла барып еткән, колхоз-совхоздарҙа, баҫыуҙа, йәйләүҙә, элеваторҙа сығыш яһаған.

 Атайым ҡалыплашыуҙы яратманы. Шуға ла яңы алымдар эҙләне.  Ул эшләгән концерт программаларында күмәк артистар ҡатнаша торғайны. “Ҡаҙ өмәһе” - башҡорт дәүләт филармонияһының йөҙөк ҡашы булыр тамашаларҙың береһе. Ул Мәскәү дәүләт театр сәнғәте институтын тамамлаған атайымдың диплом эше.

    Йылдар үтеү менән, атайым кадрҙар әҙерләү эшен дә атҡара барған икән тигән фекергә киләм. Ә миҫал булараҡ, Вәлит Илембәтовты килтерәм. Атайымдың кәңәше буйынса ул Салауат ҡалаһынан Өфөгә күсенгән.

     Яҡын туғаныбыҙ Илсур Хәбировҡа ла һөнәр һайлауҙа атайым ярҙамлашҡан. Бөгөн ул танылған артист, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләй.

     Атайым Фәтих Иҡсанов халыҡ ижады – милли мәҙәниәттең мөһим өлөшө тип иҫәпләне. Ауыҙ-тел ижадын, бейеүҙәрҙе, ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын тергеҙеүгә күп көс һалды. 80-се йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында фольклор төркөмө ойоштороу маҡсаты ҡуйыла. Данлыҡлы йырсыларҙы, һүҙ оҫталарын, ҡурайсыларҙы һәм бейеүселәрҙе туплаған коллективҡа “Йәдкәр” тигән исем бирелә.

      Атайым – фекерҙәр генераторы булды. Оҫта тальянсыларҙы бер майҙанда туплау хыялы 1985 йылда тормошҡа ашты.  Республикала беренсе тапҡыр тальян байрамы ойошторолдо.

      Сәнғәт әһелдәре донъяны яҡтыртырға, кешеләрҙең күңелдәрен сафландырырға, матурлыҡ өләшергә тейеш. Әммә артистар араһында ла ҡара эслеләр һәм яһилдар осрай. Атайымды ла ярҙан этеүселәр табылды.

       Ул эшкә һәләтле ине, ә ял итә белмәне. Сабышҡа сыҡҡан ат кеүек алға елде лә елде. Ижад һәм сәхнә тип йәшәне. Тамашалары өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ине. Кешегә һиҙҙереп бармаһа ла, күңелен әрнеткән ваҡиғалар күп булғандыр... Ижадсы йөрәге түҙмәне... Ныҡ таушалған күрәһең... Арабыҙҙан киткәндә уға ни бары 57 йәш ине. Ә иңендә – иҫ киткес популярлыҡ, режиссер даны...

      Еңеүсе! Асыштар яһаусы! Яҡтылыҡ өләшеүсе! Яулаусы! Ғәрәп теленән атайыбыҙҙың исеме шулай тәржемә ителә. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә ҙур еңеүҙәргә һәм уңышҡа иреште, кешеләр күңелен яулар тамашалар ойошторҙо, ғаиләһенән дә уңды ул.

        Атайымдың исеме йәшәй, эштәре онотолмай. Моңһоҙҙарҙы уятырлыҡ гармун байрамдары гөрләй.  

 

 

 

 

 

 

  

 

 

 

 

 

 

 

 

 

  

 

 

 

 

 

 

 

                              

 

 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -19..-21°C
кис -19..-21°C
төндә -21..-23°C
иртән -22..-24°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.