Главные вкладки

Шамил Хәмәҙинуров. Бәллүр яҙмыш

   Гөлназ Хәмәҙинурова:

- Атайым йырлай. Әле яңғыраған “Шахта” йырын ул 5 йәшендә өйрәнә. Ауылда патефон тик Хәмәҙинуровтарҙа ғына була. Шәрифйән олатайым улының һәләтен күреп һыйырын патефонға алмаштыра. Малай хайран ҡалып пластинкалар тыңлай, халыҡ йырҙарына ғашиҡ була, мәшһүр Фәриҙә апай Ҡудашеваның йырҙарын отоп ала.

3 класта уҡығанда беренсе тапҡыр сәхнәгә күтәрелә.

  Сәхнәләге тәүге уңышһыҙлығы атайымдың йырға булған һөйөүен һис кенә лә һүндермәй. Киреһенсә, тағы ла тырышыбыраҡ, сәмләнеберәк алға атларға этәрә. 1967 йылда ул Ҡазанда йәшәгән туғандарына ҡунаҡҡа бара. Унда татар дәүләт йыр һәм бейеү ансамбленең иғланын күрә. Коллективҡа солистар эҙләй икән. 17 йәшлек егет тәүәкәлләгән – таш ярған, ти ҙә конкурста ҡатнашырға йөрьәт итә һәм ансамблгә ҡабул ителә. Артистар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Украина һәм Белорусияла сығыш яһай. Ҡазандан армия сафына саҡырыла. Унда оркестрҙа хеҙмәт итә. Хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас Мишкә мәҙәниәт йортонда эшләй. Атайым белем һәм тәжрибә етмәгәнен һиҙә һәм баш ҡалабыҙ Өфөгә килеп сәнғәт институтына уҡырға инә. Тәүге остазы -  күренекле педагог Миләүшә Мортазина.

Уҡыуын тамамлағандан һуң атайым Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай.

 

Ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары республиканың иң төпкөл ауылдарына ла барып етә, колхоз-совхоздарҙа, баҫыуҙа, йәйләүҙә, ырҙын табағында, фермала сығыш яһай.

Артистың ярты ғүмере юлда үтә, тиҙәр. Был ысынлап та шулай. Атайым йылдың нисә көнөндә генә өйҙә булды икән?

Атайым өйҙә булғанда беҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлай, баҡсаға алып китә. Бергәләп сәскәләр ултыртабыҙ. Хеҙмәттәштәре уны филармонияның Мичурины тип йөрөтә торғайны. Баҡсабыҙҙа дүрт-биш сорт йөҙөм, слива, башҡа емеш ҡыуаҡтары үҫте. Олатайым Шәрифйән балта оҫтаһы булған, балаларына ағастан үҙе уйынсыҡ яһаған. Был һәләте атайыма ла бирелгән. Ниндәй генә һындар эшләмәҫ ине ул?! Ҡулында балта ла, уҡлау ҙа, таба ла уйнап ҡына торҙо.

                                

  Атайымдың тағы ла бер шөғөлө – яҙышыу ине. Ул газеталарҙа һөнәрҙәштәре тураһында байтаҡ мәҡәлә баҫтырҙы. Филармониянан киткәс, радиола тапшырыуҙар алып барыу тураһында хыялланды. Әммә был уйы тормошҡа ашманы.

 Тәбиғәт балаһы булып яратылған, ерҙән, күктән дәрт-дарман алған атайым ниндәй генә ауырлыҡтар һәм ҡаршылыҡтар булһа ла һөнәренә хыянат итмәне. Кешеләргә күңел йылыһын өләште, йырҙары ярҙамында матурлыҡ, сафлыҡ таратты.

 Гөрләтеп йәшәр, сәхнәләрҙе тултырып йырлар, ейәндәрен һөйөр мәлдә генә атайым беҙҙең аранан китте. Беҙ - ҡыҙҙары, яҡындары һәм туғандары уны иҫләйбеҙ, яратабыҙ, бик тә юҡһынабыҙ. Аҡыллы кәңәштәре етешмәй, ҡайһы саҡ яңғыҙлыҡ тойғоһо биләп ала. Һағышты баҫыр өсөн йырҙарын тыңлайбыҙ.

Тамашасылар ҙа атайымды онотмай. Йөрәк түренән сыҡҡан йырҙары кешеләр күңеленә һеңеп ҡалған икән, тимәк ул үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдыра алған, яҙмышы бәхетле булған. 

 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ -5..-7°C
кис -8..-10°C
төндә -8..-10°C
иртән -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.