Главные вкладки

Ғәзиз Дәүләтбирҙин. Йөрәгеңдә ҡалам яратып

Әлфиә Дәүләтбирҙина:

   Танылған йырсыбыҙ Нәзифә Ҡадырова башҡарыуында “Һағындым шулай” йыры яңғырай. Уны атайым да бик яратып тыңлай ине. Мин дә ошо йырҙы ҡуям да, атайымды иҫкә алам. Уның менән бергә булған иң бәхетле мәлдәрҙе хәтерләйем. Атайыма әйтелмәй ҡалған һүҙҙәрем күп... Ул беҙҙән йыраҡта. Хәҙер инде йырҙарын ғына тыңлап күңелемә йыуаныс табам...

    Атайым дастандар, легендалар, йырҙар иле – Бөрйән районында тыуған. Мәктәптә уҡығанда төрлө уйын ҡоралдарында уйнарға өйрәнгән, шиғырҙар яҙған.

   Мәктәптән һуң атайым баш ҡалабыҙҙа баянсылар курсын тамамлай. Иҫке Собханғолда район мәҙәниәт йортонда эшләгән. 1971 йылда Өфөгә килә һәм сәнғәт училищеһына уҡырға инә.

   Уны тамамлағас йәш белгесте Учалы районының байрамғол ауылына ебәрәләр.

   Сәнғәт училищеһынан һуң атайымды Учалы районының Байрамғол ауылына эшкә ебәрәләр.

   Беҙ ғаиләлә ике бала үҫтек – мин һәм Ирек ағайым. Атайым донъяға һәр саҡ йылмайып баҡты. Ихлас, эскерһеҙ, киң күңелле булды. Беҙҙе өҙөлөп яратты. Хәстәрләне, ярҙам итте. Дуҫтарының ҡәҙерен белде.

   Атайым оҙаҡ йылдар баш ҡалабыҙҙың 20-се башҡорт гимназияһында эшләне. “Йәншишмә” балалар вокаль ансамблен ойоштороуға күп көс һалды. Мин дә ошо мәктәптә белем алдым. Атайымдың  уҡыусылар менән нисек шөғөлләнгәне, уларҙы йырларға өйрәткәне әле лә хәтерҙә. Ул йылдарҙа “Йәншишмә” гимназияны танытты, ә гимназия “Йәншишмә”не билдәле итте. Атайым тап ошо осорҙа балалар хоры өсөн байтаҡ әҫәр яҙҙы. 

   Атайым йырҙарында тыуған яғының гүзәллеген, яҡташтарының уңғанлығын данланы. Йырсы Райман Ишбаев Бөрйәнгә арналған йырҙарҙы райондың гимнына әүерелдерҙе.

    Йәшәргә, йәшнәргә, ижад итергә ине атайыма. Уға ни бары 60 йәш ине. Эшендә уңыш ҡаҙанған, йырҙары ҙур баһа – халыҡ һөйөүен яулаған! Әммә тап ошо мәлдә уның ғүмеркәйе өҙөлдө. Йырланмаған йырҙары, әйтелмәгән һүҙҙәре ҡалды.  

     Тапшырыуҙа йырсы һәм педагог Олег Килмөхәмәтов, яҙыусы Мәүлит Ямалетдинов, Өфөнөң 20-се башҡорт гимназияһы директоры урынбаҫары Менәүәрә Мәҡсүтова, композитор Айрат Ғайсин, шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙина, йырсылар Фәнүнә Сиражетдинова һәм Резедә Әминева ҡатнаша.  

 

Комментарии

Comment: 
Яҡшы ата балаһы, яҡшынан яҡшы тыуа, тиҙәр Ғәзиз ағай кеүек кешеләр тураһында. Мин быйыл Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылында булдым - Драматургтар экспедицияһы, Бөгөнгө заман дараматургияһы һәм режиссура үҙәге ойошторған ижади сәфәр ине. Ғәзиз ағайҙың атаһы Салихйән Хафиз улы Дәүләтбирҙин менән осраштыҡ, уны ауылда Директор апа, тип йөрөтәләр. 1927 йылғы Салихйән олатай (апа) ғәжәйеп бай күңелле шәхес. Уның хәтеренең асыҡлығына, телмәренең төҙөклөгөнә кинәнеп аралаштыҡ. Ютуб каналында был әңгәмә хаҡында видеофильм ҡуйылды.Табыр өсөн код: https://youtu.be/cLIscW6THQ8 һәм йәнә бер видеояҙма: https://youtu.be/cq3FmKJe7EY . Ҡарағыҙ, белегеҙ Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың яҡындарын.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -9..-11°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
кис -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.