Главные вкладки

Феликс Әбдрәшитов. Онотҡандар икән тимәһендәр...

   Айгөл Әбдрәшитова:

- Бөгөн атайымды төшөмдә күрҙем. Ул миңә ҡағыҙ киҫәге һуҙҙы. Унда телефон һандары яҙылғайны. Атайым күҙҙәремә ҡарап, йылмайҙы ла, әллә ҡайҙа инеп юғалды. Өнөмдә мин был һандарҙы иҫләнем. Һәм бар ҡыйыулығымды йыйып, телефондан шылтыраттым. Миңә яуап биргән ағай бик ихлас кеше булып сыҡты. Етди проблеманы хәл итергә ярҙамлашты. Бына шулай, атайымды төштә күрһәм һәр саҡ юлым уңа, эштәрем ырамлы бара.

Киң күңелле, тырыш, һәләтле, егәрле кеше ине ул. Ирешер бейеклектәре лә, күтәрелер дәрәжәләре лә, яуланыр исемдәре лә булғандыр... Әммә өлгөрмәне. Ғүмеркәйе үтә лә иртә өҙөлдө. Вафатына 16 йыл үткән, ләкин йөрәк яраларым һаман да уңалмай. Атайым һәр ваҡыт хәтерҙә.

    Ул Салауат районының Ҡалмаҡтар ауылынан. Әбдрәшитовтар ғаиләһен ауылдаштары бик ихтирам иткән. Өләсәйемде уңған Мәрфуға, матур Мәрфуға тип йөрөткәндәр.

Олатайым Ғәни Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Оҙаҡ ҡына Силәбе ҡалаһында хеҙмәт армияһында эшләй. 1947 йылда тыуған ауылына ҡайта. Атайым ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килә.

Инәйем Люциә Йәнбулатова:

Ныҡ матур малай тыуҙы. Әсәйемә 40 йәш ине. Атайым скрипкала уйнай ине, беҙ йырлайбыҙ, бейейбеҙ. Феликс китапты гармун итеп уйната. Мәктәпкә гел бишкә генә уҡыны.

   Атайым мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп, сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Халыҡ уйын ҡоралдары бүлегендә баян класында белем ала.

Әсәйем Миңйыһан Сәлмән ҡыҙы:

Ул училищела уҡый ине. Еҙнәһе беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа алып ҡайтҡайны. 7 ноябрь көнө ине. Ауыл йәштәрен гармунға бейетте. 3 йыл хат алыштыҡ. 1971 йылда ғаилә ҡорҙоҡ.

 

   1971 йылда атайым музыкант дипломы ала. Йәш белгесте тыуған районына эшкә ебәрәләр. Ул Малаяҙ балалар музыка мәктәбенә директор итеп билдәләнә. Мин дә ошо ауылда донъяға ауаз һалғанмын.

  1975 йылда беҙ Өфөгә күстек. Атайым Профсоюздарҙың Өлкә Советында эшләй башланы. Ситтән тороп Санкт-Петербургтағы Юғары Мәҙәниәт мәктәбен тамамланы. 1990 йылда ул Башҡортостан радиоһына эшкә урынлашты. “Йыр-моң донъяһына сумып, кинәнеп хеҙмәт итә башланы, тип хәтерләй был осорҙо әсәйем.

Тауыш режиссеры булараҡ атайым радиола көн һайын кешеләрҙе яҙҙыра. Йырсылар, шағирҙар, музыканттар һәм композиторҙар менән таныша.

   Атайым тәүге йырҙарын сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ яҙа.  Әммә радиола эшләгән осорҙа ижад итер өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла.

   Ул йылдарҙағы күп кенә сәнғәт институты һәм училищеһы студенттары, йәш артистар ҙа атайыма рәхмәтле булыуҙары тураһында әйтә. Атайым уларҙы яҙҙырған, йүнәлеш биргән, кәңәштәре менән ярҙам иткән.

     Атайым Башҡортостан радиоһы фондын тулыландырыуға ҙур өлөш индергән белгестәрҙең береһе. Ул тауыш яҙҙырғанда үтә лә диҡҡәтле, үтә лә талапсан булды тип хәтерләй замандаштары. 

    Февраль беҙҙең ғаилә өсөн һағышлы ай. 2000 йылдың 19  февралендә атайымдың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Уның үлеменә, яратҡан балаларын, ҡатынын, туғандарын ташлап, мәңгелеккә китеүенә оҙаҡ ваҡыт ышана алманыҡ. 52 йәш кенә ине уға. Йорт та һалды, ағастар ҙа ултыртты, ул да үҫтерҙе. Хеҙмәтендә абруйлы булды, һөнәренең ысын оҫтаһы һаналды. Йырҙары халыҡ араһында танылып китте. Ирешелгән  уңыштары өсөн һөйөнөп, шатланып ҡына йәшәргә ине лә бит... Яҙманы.

   Атайым минең дуҫым булды. Ҡыҙҙар ғәҙәттә эс серен әсәйҙәренә һөйләй. Ә мин атайым менән уртаҡлаштым. Сабыр ғына тыңлай, кәңәштәрен бирә. Ул оптимист булды. Был миңә лә күскән. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар осраһа ла, өмөт һәм ышаныс менән алға атлайым.

   Атайым бүтән бер ҡасан да гармун тотоп, ауыл урамынан үтмәҫ. Беҙҙе, әсәйемде һәм ейәндәрен ҡосаҡлап, һағындым һеҙҙе, тип әйтә алмаҫ. Уның мөхәббәтен, күңел йылыһын, саф хистәрен йырҙарынан ғына тойорбоҙ, йырҙарында ғына табырбыҙ.

     Башҡортостандың халыҡ артистары Әхәт Мортазин, Хәлит Фәтихов, Фәдис Ғәниев, Ишморат Илбәков, Светлана Хәкимова, билдәле артист Рәмил Хажиев, танылған йырсылар Резедә Әминева, Рәйес Вәғизов,  музыкант һәм педагог Фирҙүс Шәрәфуллин, журналистар Гөлдәриә Йосопова, Урал Ниғмәтуллин һәм һәүәҫкәр композиторҙың хәләл ефете Гөлйыһан ханым, бер туған апайы Люция Йәнбулатова Феликс Әбдрәшитов тураһындағы иҫәтлектәре менән уртаҡлаша.

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
кис -8..-10°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.