Главные вкладки

Роберт Заһретдинов. Донъяны иңләгән ҡумыҙ

Айһылыу Заһретдинова:

- Атайым 5-6 йәштәрендә арбаның металл тросынан ҡумыҙ яһап ала. Атаһынан гармун алыуын үтенә. Олатайым Абдрахман иһә, улым, ул бит ете бот он хаҡы тора, нисек ҡыш сығырбыҙ һуң, ти. Заһретдиновтар ғаиләһендә ете бала үҫә. Малай ватыҡ гармун табып ала һәм кистәрен уйын ҡоралында уйнарға маташа. Инструмент өн сығара алмай. Әммә атайым көйҙө ишетә. Ул уның күңелендә яңғырай.

Ауыл малайы нисек музыкаға ынтылған һуң? Яуабы ябай. Ул бәләкәйҙән көтөү көткән. Яланда теләйһеңме, юҡмы, тәбиғәтте тыңлай һәм ишетә башлайһың.

    Атайым Екатеринбург ҡалаһында һөнәрселек училищеһында уҡый. Салғы яныусы һөнәрен үҙләштерә. Дөйөм ятаҡта йәшәгәндә хромкала уйнарға өйрәнә. Уны йәнә байрамдарға һәм осрашыуҙарға саҡыра башлайҙар. Армияла иһә ул аккордеон менән дуҫлаша. Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас Өфөлә баянсылар курсында белем ала. Мәсетле районында Мәҙәниәт йортонда эшләй. Ярайһы уҡ оҫтарған атайым баш ҡалабыҙға килеп Өфө сәнғәт училищеһының халыҡ уйын ҡоралдары бүлегенә уҡырға инә. Свердловск музыкаль-педагогия институтын тамамлай.

1969 йылда ул Өфөләге музыкаль-педагогия училищеһында уҡыта башлай.

   Улар һоҡланғыс пар ине. Әсәйем атайыма, атайым әсәйемә ижад өсөн илһам, дәрт бирҙе. Бер береһен хупланылар, ярҙам иттеләр, һәр саҡ кәңәшләшеп эшләнеләр. Шуға ла әленән-әле уңыш яулай килделәр. Атайым мине ҡыйыу, тәүәккәл итеп тәрбиәләне. Хәрби кеше булыуымды теләне. Ә мин иҡтисадсы һөнәрен һайланым.

   Атайым ҡумыҙ тураһында сәғәттәр буйы һөйләй торғайны. Баласаҡтан ошо уйын ҡоралына ғашиҡ булып, уны үҫтереү, танытыу теләге менән йәшәне ул. Маҡсатына иреште. Үҙе ҡумыҙ яһаны, уны камиллаштырҙы, яңы төрҙәрен уйлап тапты. Башҡорт, татар, рус, монгол, яҡут, немец, фин, француз һәм башҡа халыҡтарҙың көйҙәрен башҡарҙы. Репертуарында тап ошо уйын ҡоралы өсөн эшкәртелгән 200-гә яҡын әҫәр бар. Ябай музыка ҡоралы атайымдың ҡулында моң сығанағына әйләнде. Ҡумыҙ – уны, ул - ҡумыҙҙы күтәрҙе. Был уйын ҡоралы уны донъялағы иң бәхетле кеше итте, дан-шөһрәт бирҙе, сәнғәтебеҙҙе байытты.

    Атайым педагог һөнәренә лә тоғро ҡалды. Хаҡлы ялға сыҡҡансы училищела уҡытты. Талапсан остаз, уҡыусыларына ышаныслы иптәш булды ул. Студенттарын йыш ҡына өйҙә лә күрергә мөмкин ине.

    Атайым баласағынан яланда көтөү көткән. Ел, ямғырҙар уны сыныҡтырған, тыуған тупрағы уға көс-ҡөҙрәт өҫтәгән, тәбиғәттең бөтә тауыштарын тойоу һәләтен биргән. Йөрәге моң тулы атайым ҡумыҙ сиртеп, ғүмеренең аҙағына тиклем илен, ерен, халҡын данланы. Беҙҙе сал быуаттар төпкөлөнә алып ҡайтты, батырҙар менән осраштырҙы, рухи тамырҙарыбыҙға юл асты, асылыбыҙҙы күрһәтте. Көйҙәрендә ер күкрәгенең һулышы, милләтенең булмышы, күңел сафлығы…

 Атаһының ғына улы түгел, ә халыҡ улы булды ул….

 

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 3..5°C
иртән 2..4°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.