Главные вкладки

Өфөлә бер ханымдың башына боҙ киҫәге төшкән

- 06.12.18 -

Ваҡиға Орджоникидзе районында теркәлгән. Еңеү урамындағы  19-сы йорттоң балкон ҡыйығында торған боҙ киҫәге ҡатындың башын йәрәхәтләгән. Уны тикшерелеү өсөн дауаханаға ебәргәндәр. Ҡотҡарыусылар бөгөн ошоға оҡшаш хәлдең ҡабатланыуы хаҡында белдерә. Кешеләр зыян күрмәгән. Йортҡа яҡын ҡуйылған машинаның түбәһе йәмшәйгән. Бинаға түбәнән ҡар төшөү ихтималлығы тураһында иҫкәрткән алтаҡта эленгән булған. Ҡала хеҙмәттәре халыҡты юғарынан ҡар һәм боҙ төшөүе тураһында иҫкәртә. Йорт түбәләрен даими таҙартып торорға, талап ителһә, махсус белгестәрҙе саҡыртырға тәҡдим ителә. Эш барышында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә иғтибарлы булырға кәрәк, ти ҡотҡарыусылар.


ҡаралған: 19

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис -4..-6°C
төндә -5..-7°C
иртән -10..-12°C
көндөҙ -7..-9°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.