Главные вкладки

Радио – Radio

Йөҙ ҙә ун һигеҙенсе дәрес

Lesson One Hundred Eighteen

 

Радио – Radio

 

Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле дуҫтар – Hello, my dear friends.

Инглиз теле донъяһы буйлап сәфәребеҙҙе дауам итәбеҙ. Был рубрикала инглиз телендә айырым темаға һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр өйрәнәбеҙ.

 

Дәресте башлайбыҙ. Бөгөнгө һөйләшеүебеҙ радио көнө алдынан үтә. Шуға был тема менән яҡыныраҡ танышайыҡ. Башта темаға бәйле һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәрҙе өйрәнәйек.

Сымһыҙ тапшырыу –Wireless transmission

Радиоалғыс – Radio receiver

Телеграф хәбәре – Telegraphic message

Тапшырырға – to broadcast

Музыка тыңларға – to listen to music

Радиостанциялар – Radio tunes

Радиола рекламаларға – to advertise on radio

Күңел асыу ҡеүәте – Entertaining power

Интерактив уйын – Interactive game

Йәнле аралашыу – Talk show

 

Хәҙер бөгөнгө темаға бәйле бер нисә һөйләм үҙләштерәйек.

Тәүге радиоалғыс менән 1895 йылда Рәсәй физигы Александр Попов таныштыра. Уның барлыҡҡа килеүенән алып, радио төрлө маҡсаттарҙа файҙаланған – The first radio receiver was introduced by Russian physicist Alexander Popov in 1895. Since its appearance, radio has been used for various purposes.

Бөгөн беҙ радионы башлыса музыка һәм көндәлек яңылыҡтарҙы тыңлау өсөн ҡулланабыҙ. Руль артында булған кешеләр уны юл хәрәкәте буйынса мәғлүмәтте тыңлау өсөн файҙалана – Today, we use radio mainly for listening to music and the daily news. People who drive cars listen to it to get information about the road traffic.

Радио шулай уҡ иң ҡеүәтле мәғлүмәт сараларының береһе. Шуға ҙур һәм бәләкәй бизнес бөгөн дә радиола реклама бирә – Radio is also one of the most powerful means of media. That’s why many large and small businesses advertise on radio nowadays.

Радиола миңә оҡшаған әйбер – уның күңел асыу ҡеүәте. Бында күп шаяртыуҙар, йондоҙнамә, интерактив уйындары һәм тура эфирҙа ҡыҙыҡлы йәнле аралашыуҙар – The thing I enjoy about radio is its entertaining power. There are many funny jokes, personal horoscopes, interactive games and interesting talk shows on the air.

 

Хөрмәтле дуҫтар, ошо урында бөгөнгө дәресте йомғаҡлайбыҙ. Тапшырыуҙың яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта таба алаһығыҙ. Инглизәр рубрикаһында шулай уҡ бер нисә күнегеү бирелә. Киләһе дәрестәр Еңеү көнө айҡанлы була.

 

Һаубулығыҙ, уңыштар!  – See you soon, good luck!

 

Күнегеү 1: Түбәндәге һөйләмдәрҙе башҡорт теленән инглизсәгә тәржемә итегеҙ:

1. Радиола миңә оҡшаған әйбер – уның күңкл асыу ҡеүәте. Бында күп шаяртыуҙар, йондоҙнамә, интерактив уйындары һәм тура эфирҙа ҡыҙыҡлы йәнле аралашыуҙар. 2. Бөгөн беҙ радионы башлыса музыка һәм көндәлек яңылыҡтарҙы тыңлау өсөн ҡулланабыҙ. Руль артында булған кешеләр уны юл хәрәкәте буйынса мәғлүмәтте тыңлау өсөн файҙалана. 3. Радио шулай уҡ иң ҡеүәтле мәғлүмәт сараларының береһе. Шуға ҙөр һәм бәләкәй бизнес бөгөн дә радиола реклама бирә. 4. Тәүге радиоалғыс менән 1895 йылда Рәсәй физигы Александр Попов таныштыра. Уның барлыҡҡа килеүенән алып, радио төрлө маҡсаттарҙан файҙаланған

 

Күнегеү 2: Түбәндәге тексты инглиз теленән башҡортсаға тәржемә итегеҙ:

Radio

One of the most wonderful discoveries made by man is radio. It is the wireless transmission of signals or sounds through free space. By all means, it is something worth using. Many famous scientists have worked on the radio creation, including Nicola Tesla and Thomas Edison. However, the first radio receiver was introduced by Russian physicist Alexander Popov in 1895. Since its appearance, radio has been used for various purposes. Its early uses include sending telegraphic messages with the help of Morse code. It was also used during the wars for sending diplomatic and confidential messages. Before the advent of television, radio was used for broadcasting not only news and music, but dramas, comedies and other shows. From late 1920s till mid 1950s radio was the only means of mass media that used sound. Today, we use radio mainly for listening to music and the daily news. People who drive cars listen to it to get information about the road traffic. As for me, I like certain radio tunes, especially Europa Plus. I think it’s the best radio channel in our country. When I want to listen to English speech, I turn on the BBC channel. Mobile phones and MP3 players have made this even easier. I can listen to the radio anytime and anywhere I wish, not only at home or in my dad’s car. Radio is also one of the most powerful means of media. That’s why many large and small businesses advertise on radio nowadays. The thing I enjoy about radio is its entertaining power. There are many funny jokes, personal horoscopes, interactive games and interesting talk shows on the air.

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -11..-13°C
иртән -14..-16°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.