Главные вкладки

Радий Хәбиров прокурорҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы

- 11.01.19 -

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәрен бөгөн Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров тәбрикләне. Прокуратура граждандар мәнфәғәтен яҡлаусы булараҡ һәр дәүләттең таянысы булып тора. Уҙған йыл күҙәтеү органдары ярҙамында республикала 650 миллионлыҡ эш хаҡы буйынса бурыстар ҡайтарылды, тине республика етәксеһе.

 

 - Башҡортостан прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре дәүләт власы органдарында коррупция күренештәрен иҫкәртеү буйынса саралар күрә. Һуңғы ваҡытта прокуратура социаль һәм хеҙмәт ҡануниәте, эш хаҡы, пенсия, пособиеларҙы ваҡытында түләүгә контролде көсәйтте. Прокуратура ветерандарына айырым рәхмәт әйткем килә. Һеҙ йәштәр өсөн өлгө булып тораһығыҙ, - тине Радий Хәбиров.

 

Һөнәри байрам уңайынан прокуратура хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө дәүләт һәм ведомство наградаларына лайыҡ булды. Прокуратура хеҙмәткәрҙәренә бирелә торған Руденко исемендәге махсус миҙал Ейәнсура районынан юстиция кәңәшсеһе Суфия Ғизәттуллинаға тапшырылды.

 

- Йәштәргә әйтер инем, иң беренсе кешене кеше итеп күрә белергә кәрәк. Ҡайһы берҙәрҙең  осраҡлы ғына килеп сыҡҡан хәлдәре була. Хәҙер адвокат булып эшләйем. Был һүҙҙәрҙе тағы яҡшыраҡ аңлай башланым. Шуға кешелекле булып ҡалырға кәрәк, - тине Суфия Ғизәтуллина. 

 

 Рәсәй прокуратураһы 1722 йылдың 12 ғинуарында Петр I указы менән булдырыла.


ҡаралған: 56

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -3..-5°C
иртән -4..-6°C
көндөҙ -4..-6°C
кис -5..-7°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.