Главные вкладки

Республика хөкүмәтендә мөһим мәсьәләләр ҡаралды

- 13.03.18 -

Бөгөн Республика хөкүмәте президиумы ултырышы үтте. Унда Мәҙәниәт учреждениеларын төҙөкләндереү өсөн субсидия бүлеү тәртибе ҡаралды. Мәҫәлән, дәүләт ярҙамы менән Илеш районы Иҫке Күктау ауылында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы алдынан мәҙәниәт йорто төҙөлгән. Объект тулыһынса заманса йыһазландырылған, ул 300 урынға иҫәпләнгән. Йәнә бер объект Ҡалтасы ауылында урынлашҡан. Унда район мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелә. Эштәрҙе быйыл тамамлау планлаштырыла. Республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында шулай уҡ етем йәки ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында ваҡытлыса тәрбиәләү шарттарын ойоштороу мәсьәләһе ҡаралды.Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров һүҙҙәренсә, ғәмәлдәге положениеға мөһим үҙгәрештәр индерелде. Балалар тулы медицина ҡарауы үткәнгә тиклем белгестәр ҡарамағында ҡала. Улар махсус йорттарҙа була. Эш ғаилә тәрбиәһе принцибында алып барыла. Төркөмдәге сабыйҙар алтауҙан артмай, йәғни улар күп балалы ғаиләләрҙәге кеүек тәрбиәләнә. Практика күрһәтеүенсә, 4 йәштән күпселек балалар патрионат ғаиләләргә, йәки уллыҡҡа алына.


ҡаралған: 100

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 19..21°C
иртән 22..24°C
көндөҙ 29..31°C
кис 27..29°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.