Главные вкладки

Рөстәм Хәмитов бөгөн эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта булды

- 13.02.18 -

Республика башлығы ҡаланың сәнәғәт объекттарын ҡараны, технопарктар эше менән танышты, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының күсмә ултырышын уҙғарҙы. Республика етәксеһе сәфәрен "Инмаш" сәнәғәт технопаркынан башланы. Ул төрлө йүнәлештәрҙә эшләүсе компания-резиденттарҙы берләштерә. Уҙған йылда дөйөм тауар әйләнеше 1 миллиард һумдан артҡан. Ошо уҡ технопаркка яңы етештереү линияһы - лифт заводы инә. Стәрлетамаҡ заводы – Көньяҡ Корея менән берлектәге предприятие, йылына 4 мең берәмек лифт етештереү ҡеүәтенә эйә. Әленән уның күтәргес ҡоролмалары Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Учалы, Силәбе, Төмән, Сочи, Мичуринск, Яр Саллы һәм башҡа ҡалаларҙағы йорттарҙа урынлаштырылған. Рөстәм Хәмитов етештереүҙе тағы ла арттырырға кәрәк, тине. Республика башлығы ҡалаға эш сәфәре барышында Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филилы технопаркында булды. Ул уҙған йылдың сентябрендә асылған һәм балаларҙың инженерлыҡ ижады өсөн юғары технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Һәләтле балалар киләсәктә виртуаль ысынбарлыҡ лабораторияһын да булдырырға нинәтләй, әммә өҫтәмә финанстар кәрәк. Рөстәм Хәмитов бындай эштең аныҡ күҙ алдында торорға тейешлеге, аныҡ һөҙөмтә кәрәклеге тураһында әйтте. Тейешле доклад көтәсәген белдерҙе. Бөгөн Республика башлығы шулай Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән күсмә ултырышында ла ҡатнашты. Сарала ведомствоның 2017 йылды һөҙөмтәләре тикшерелде, 2018 йылға бурыстар билдәләнде.


ҡаралған: 78

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 13..15°C
кис 12..14°C
төндә 8..10°C
иртән 10..12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.